Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 318 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОҒАЙЫН
уҙенсәлектәре буйынса тарынан бер ҙә ҡалышмай. Интернет селтәренән.
МОҒАЙЫН [ғәр. (Р.: наверно; И.: probably; T.: muhtemelen) мөн.
Һөйләмдең төрлө урынында килеп, нимәнеңдер булыу ихтималлығын белдерә. □ Наверно, наверное, очевидно, по-видимому. ■ Бәхетле әсәнән генә бәхетле балалар уҫә, тиҙәр. Моғайын, шулайҙыр. Моғайын, улар [ата-әсәһе] бер-береһенә әллә ниндәй матур, юғары һуҙҙәр ҙә өндәшмәгәндер. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005. «Ат яратыу» йолаһы менән таныш булмаған башҡорт осрамағандыр, моғайын. «Ағиҙел», № 11,2011.
МОҒАНИД [ғәр. (Р: упрямый; И.: stubborn, refractory; T.: inatçı) с. иҫк.
1. Кеше кәңәшенә ҡаршы килеп үҙенсә эшләгән; еңмеш, үҙ һүҙле, тиҫкәре. □ Упрямый. Моғанид кеше. Моғанид бала. Моғанид әҙәм булып сыҡты.
2. Дошманлыҡ хисе һаҡлаған; дошман. □ Недруг, враг. ■ Хаҡлыҡ нурын һундерә алмай, моғанидтар курә алмайҙар ғаләмгә фашын уның. М. Аҡмулла.
МОҒАРӘЗӘ [ғәр. (Р: ссора; И.:
quarrel; T.: kavga) и. иҫк.
Ике арала йәки бер нисә кеше, төркөм араһындағы килешмәүсәнлек сәбәпле сыҡҡан бәхәс; талаш, ыҙғыш, □ Раздор, ссора. Моғарәзә ҡылыу. Моғарәзә ҡуптарыу. Моғарәзәгә тап булыу.
МОҒАУИН [ғәр. ûA*-»] (Р: помощник; И.: helper, assistant; T.: yardımcı) и. иҫк.
Ярҙамсы вазифаһын үтәгән кеше; ярҙамсы. □ Помощник. Моғауин булыу. Мо-ғауин ярҙамы. ■ Бер рәйес, дурт моғауин, дурт секретарь һайларға тигән һуҙгә килделәр. А. Таһиров.
МОҒАУӘНӘ [ғәр. (Р: помощь; И.: help; T: yardım) и. иҫк.
Кешегә күрһәткән изгелек; ярҙам. □ Помощь. Моғауәнә курһәтеу. Моғауәнә итешеу. Моғауәнәнән баш тартыу.
МОҒАШ (Р: название родового подразделения башкир; И.: Bashkir tribal subdivision; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ҡәбиләһенә ҡараған аймаҡ.
□ Название родового подразделения башкир племени юрматы. Моғаш нәҫеле. Моғаш йәйләуе. Моғаштарҙың тамғалары.
МОҒОЛОЙ (Р: комолый; И.: polled; hornless; T.: boynuzsuz) с. диал.
Мөгөҙһөҙ; туҡал. □ Комолый, безрогий. Моғолой һыйыр. Моғолой тана. Моғолой кәзә. ■ Моғолой мал холоҡһоҙ, тыңлауһыҙ була. Экспедиция материалдарынан.
МОДА [рус. < фр. mode] (Р: мода; И.: fashion; T.: moda) и.
1. Билдәле бер ижтимағи даирәлә, билдәле бер ваҡытта билдәләнгән теге йәки был талап өҫтөнлөгө. □ Мода. Иҫке мода. Модаға эйәреу. Моданан сығыу. ■ Ә, бәлки, мода артынан ҡыуып, төрлө салат-малаттар, яңынан-яңы ысулдар буйынса әҙерләнгән табындарҙы бер яҡ ситкә ҡуйып тороп, уҙебеҙҙең башҡорт милли ризыҡтарына өҫтөнлөк бирербеҙ, йәмәғәт? «Киске Өфө», № 52,2011.
2. Билдәле бер замандағы талапҡа тура килгән кейем өлгөһө. □ Мода (модель одежды, присущая определённой эпохе). Мода журналы. Мода буйынса кейенеу. Мода йорто. ■ Ул минең ғумеремдә беренсе тапҡыр кейгән Европа модаһындағы йәйге салбар ине. Ә.-З. Вәлиди. Һаулыҡҡа зыян килтермәгән, шул уҡ ваҡытта модаға ярашлы ла, килешле лә булған дөрөҫ кейем һайларға бала әсәһенә ҡарап өйрәнә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2010. Кейем буйынса ла ауылда уға еткергән кеше юҡтыр. Таңһылыу — Ишемьярҙа мода батшаһы. Ишемьярҙа моданы ул ҡанунлаштыра! Р. Камал. Тик һеҙ әле кейгәндәрҙе беҙ куптән кейеп туҙҙырған, модаһын уҙҙырған! Әммә Европа ыштандарының йөҙө-куренеше беҙҙекенә оҡшаһа ла, тауары куп ҡайтыш ине. М. Кәрим.
3. һөйл. Билдәле бер осорға хас ғәҙәт.
□ Мода (в обычаях). Беҙҙең заманда дискотекалар модала булды. ■ Шулай ҙа бөгөн сәләмәт һәм әуҙем тормош алып барыу модаға инә бара. «Йәшлек», 6 апрель 2012. Ябай ғына миҫал: балаға, модаға
318