Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 319 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОДЕЛЬ
эйәрепме, сит милләт исемен ҡушалар. «Башҡортостан», 6 апрель 2012.
МОДАЛЛЕК (модаллеге) [рус. < лат. < фр. modalite modus ‘һөйкәлеш’] (Р.: модальность; И.: modality; T.: kiplik) и. лингв.
Телмәрҙең ысынбарлыҡҡа булған мөнәсәбәтен һөйкәлеш формалары, интонация, инеш һүҙҙәр ярҙамында белдергән грамматик категория; мөнәсәбәтлек. □ Модальность. Модаллек категорияһы. Модаллек төшөнсәһе.
МОДАЛЫ (Р.: модный; И.: fashionable, stylish; T: moda) с.
1. Модаға тура килгән, модаса эшләнгән. □ Модный. Модалы кулдәк. Модалы костюм. ■ Апайым модалы кейем-һалымға .. битараф тугел. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005.
2. Билдәле бер осорҙа ныҡ таралған, шул осорға хас. □ Модный (присущий определённому времени). Модалы роман. Модалы көй.
МОДАЛЬ (Р: модальный; И.: modal; Т: şekilsel) с. лингв.
Модаллек төшөнсәһен белдергән. □ Модальный. Модаль форма. Модаль ҡылымдар.
МОДАСЫ (Р: модельер; И.: modeller; fashion designer; T: modelci) и. һөйл.
Яңы моделдәр (I, 1) эшләү менән шөғөлләнгән кеше. □ Модельер. Модасы егет. Модасы ҡыҙҙар. Модасыларҙың әҙерлеген тикшереу. ■ Модасылар егеттәрҙе лә онотмаған: бишенсе һурәттәге костюм ниндәй килешле. Ф. Мөхәмәтйәнов.
МОДЕЛИЗМ [рус.] (Р: моделизм; И.: modelling; T.: model yapma) и. тех.
Машина, механизм һәм төрлө ҡоролма моделдәрен төҙөү, эшләү һәм һынау эше.
□ Моделизм. Моделизм менән шөғөлләнеу. Моделизм туңәрәге.
МОДЕЛЛЕ (Р: модельный; И.: fashionable; T: şik) с.
Иң һуңғы мода өлгөһөнә тап килешле.
□ Модельный. Моделле аяҡ кейеме. Моделле причёска. Моделле туфли.
МОДЕЛСЕ (Р: модельер; И.: modeller; fashion designer; T: modelci) и.
1. тех. Моделдәр яһау оҫтаһы; модельер. □ Модельер, модельщик. Моделсе булып эшләу.
2. Кейем өлгөләрен әҙерләүсе. □ Модельер. Модельер эскиздары. Модельер һайлаған туҡыма.
МОДЕЛЬ I [рус. < фр. modele < ит. modello < лат. modulus ‘өлгө’] (Р: модель; И.: model; Т: model) и.
1. Нимәнелер эшләү өсөн алынған үрнәк, өлгө. □ Модель. Кулдәк моделе. Туфли моделе.
2. Нимәнеңдер кесерәйтеп яһалған үрнәге. □ Модель (уменьшенный макет чего-л.). Самолёт моделе. Машина моделе яһау. ■ 16 йәшлек П. Левченконың «Өйрәк» исемле самолёт моделе, 5300 метр осоп, белгестәрҙе шаҡ ҡатыра. «Ағиҙел», № 4, 2010.
3. Ниндәйҙер бер конструкцияның өлгөһө, маркаһы. □ Марка, образец. Автомобилдең яңы моделе. Автомобилдең дур-тенсе моделе. ТУ самолёттарының тәуге моделдәре. ■ Тәуҙә бер генә бинокль моделе бар ине. Хәҙер завод 12 төр бинокль етештерә. Башҡортостан календарынан. «Багги» машинаһының ауыл ерендә йәшәу-селәр өсөн ҡулайлаштырылған моделе лә эшләнә. Башҡортостан календарынан.
4. Ҡойоп эшләнә торған нәмәләргә ҡалып яһау өсөн ҡулланылған тәүге өлгө. □ Модель, образец. Каҙыҡ теш моделе. ■ Hemp I хәҙерге конькиҙарҙың моделен уйлап сығара — тимерҙе аяҡ кейеменә беркетә. Башҡортостан календарынан.
МОДЕЛЬ II [рус. < лат. modulus ‘өлгө’] (Р: модель; И.: model; Т.: model) и. лингв.
Ниндәйҙер тел берәмеге өлөштәренең эҙмә-эҙ урынлашҡанлығын күрһәтеп торған өлгө, ҡалып. □ Модель, һуҙьяһалыш моделе.
МОДЕЛЬ III [рус. < лат. modulus ‘өлгө’] и. ҡар. манекенсы. Модель булып эшләу. Модель ҡыҙҙар. ■ Белла әуәлгесә ук сәхнәгә, моделдәргә ҡаршы ултырһа ла, куҙҙәренә бер нәмәлә салынманы. М. Садыҡова.
МОДЕЛЬ IV [рус. < лат. modulus ‘өлгө’] (Р: натурщик; И.: model; Т.: model) и. сәнғ.
319