МОДЕЛЬЕР
Рәссам һүрәт төшөргәндә ҡарап эшләгән натурщик йәки предмет. □ Модель, натурщик или натурщица. Бойоҡ ҡыҙ портреты өсөн модель һайлау.
МОДЕЛЬЕР [рус. < фр. modeleur] и. ҡар. моделсе. ■ Әлбиттә, ҡара төҫкә һуңғы йылдарҙа модельерҙар йыш иғтибар булә. Шуға ла уны ҡайһы ҡатын-ҡыҙ модаға эйәреп, ҡайһылары кәуҙәһен ыҡсымыраҡ курһәтеу өсөн дә һайлай. «Башҡортостан ҡыҙы»,№ 2,2010.
МОДЕМ [рус. < ингл. modem] (Р.: модем; И.: modem; Т.: modem) и. инф.
Компьютерға тоташтырып, Интернет селтәре аша мәғлүмәт алыу ҡулайламаһы. □ Модем. Модем һатып алыу.
МОДЕРАТОР [рус. < лат. moderator] (Р: модератор; И.: governor; Т.: moderator) и.
1. техн. Машиналарҙың йөрөү тиҙлеген аҡрынайтыусы яйланма. □ Модератор. Модератор менән яйлатыу. ■ Модератор техникала шыйыҡса менән газдың килеуен кәметеп, уның тиҙлеген аҡрынайта. Интернет селтәренән.
2. муз. Музыка ҡоралдарының тауышын көйләүсе яйланма. □ Модератор. Модератор ярҙамында музыканы көйләу. Музыка ҡоралына модератор ҡуйҙырыу.
3. Ниндәйҙер семинарҙы, конференцияны алып барыусы. □ Модератор.
4. инф. Ябай ҡулланыусыларға ҡарағанда киңерәк хоҡуҡтарға эйә булған дөйөм Интернет селтәрендә ҡулланыусы. □ Модератор. ■ Мәғлумәт тура килмәгән осраҡта система модераторы яҙылыуҙы раҫларға тейеш. «Көнгәк», 1 октябрь 2013.
МОДЕРН [рус. < фр. modeme ‘иң яңы’] (Р.: модерн; И.: modernist style; T.: modern) и.
1. XIX быуат аҙағы — XX быуат башында барлыҡҡа килгән һынлы сәнғәттә һәм архитектурала үҙенән алдағы сәнғәткә ҡаршы йүнәлеш (куберәк металл, быяла ҡулланыуға, иркен планлаштырыуға нигеҙләнгән). □ Модерн. Модерн йунәлеше. Модерн йунәлешендә эшләнгән һурәт. Модерн йунәлешендәге бина.
2. Модалы, заман талабына ярашлы. □ Модерн. / Модерновый. Модерн стиль. Модерн ҡарашлы дизайнер.
МОДЕРНИЗАЦИЯ [рус. < фр. moderne ‘иң яңы’] (Р.: модернизация; И.: modernization; T.: modernizasyon) и.
1. Заман талаптарына яраҡлы итеп ниҙелер үҙгәртеү, яңыртыу эше. □ Модернизация (усовершенствование, изменение соответственно современным условиям). Модернизация осоро. Модернизацияны башлау. Мәғариф өлкәһендәге модернизация. К Әгәр ҙә Рәсәй тиҫтә йыл эсендә тиҙләтелгән модернизация уткәрмәһә, уны ядро ҡоралы ғына һаҡлай алмаясаҡ. «Киске Өфө», № 35, 2012.
2. Боронғо нәмәне уға хас булмаған яңы һыҙаттар индереп үҙгәртеү эше. □ Модернизация (изменение чего-л. в соответствии с современными требованиями, вкусами). S Сәнәғәт әлкәһендә һөҙөмтәле модернизация уткәрелмәһә, ҡуйылған бурыстарға өлгәшергә мөмкинлек булырмы? «Киске Өфө», № 10,2013.
МОДЕРНИЗАЦИЯЛАУ (модернизацияла-) (Р: модернизировать; И.: madernize; reform, reorganize; T.: modernleştirmek) ҡ.
1. Яңы талаптарға яуап бирерлек итеп, яңынан үҙгәртеп эшләү; яңыртыу. □ Модернизировать (преобразовать, изменять, усовершенствовать оборудование, технологический процесс). // Модернизация. Мәктәп ашханаларында аш-һыу әҙерләу ҡорамалдары модернизацияланды. Ит эшкәртеу, сыр етештереу цехтарын заманса технологияларға яраҡлаштырып модернизациялау. ■ Рәсәй мәғарифын бер туҡтауһыҙ модернизациялау һөҙөмтәһендә бына нисә йыл рәттән яңы уҡыу йылын ниндәйҙер яңылыҡтар менән ҡаршылайбыҙ. «Киске Өфө», № 35,2012.
2. Боронғо нәмәне уға хас булмаған яңы һыҙаттар индереп үҙгәртеү. □ Модернизировать (придавать изображаемым явлениям прошлого черты, им не свойственные, современные; осовременивать). // Модернизация. Йорт йыһаздарын модернизациялау. Архитектураны модернизациялау.
320