МОДУЛЯЦИЯ
МОДЕРНИЗМ [рус. < фр. modemisme] (Р.: модернизм; И.: modernism; T.: modernlik) и.
XIX быуат аҙағы — XX быуат башындағы һынлы сәнғәт, биҙәү сәнғәте һәм архитектурала үткән дәүер сәнғәтенә үҙен ҡаршы ҡуйған йүнәлеш. □ Модернизм (новое формалистическое направление в изобразительном и прикладном искусстве и архитектуре в XIX—XX вв., противопоставлявшее себя искусству прошлого). Модернизм артынан ҡыуыу. Модернизм йүнәлешендә эшләу.
МОДЕРНИСТИК (Р: модернистский; И.: modernistic; T.: modern) с.
Модернизмға бәйле. □ Модернистский. ■ Модернистик әҙәбиәт һәм сәнғәт алғыр -лыҡ ала бара. «Башҡортостан ҡыҙы», № 6, 2010.
МОДИФИКАЦИОН (Р: модификационный; И.: having modification; T.: modifikasyon) с. кит.
Модификацияға мөнәсәбәтле. □ Модификационный. Модификацион микроорганизм. Модификацион ашлама. ■ Модификацион уҙгәреш кисергән организмдың гено-тибы шул уҡ ҡала. Интернет селтәренән.
МОДИФИКАЦИЯ [рус. < фр. < лат. modificatio] (Р: модификация; И.: modification; T.: modifikasyon) и. кит.
1. Берәй нәмә йәки күренештең үҙ асылын һаҡлаған килеш икенсе яңы рәүешкә үҙгәреүе. □ Модификация, изменение. Биологик модификация. Техник модификация. Органик модификация. Бәрәңгенең яңы модификацияһы.
2. Шул рәүештә үҙгәртелгән нәмә йәки күренеш. □ Модификация. Куҙәнәктәге микробиологик модификация барышы.
МОДИФИКАЦИЯЛАНЫУ (модифи-кациялан-) ҡ. тош. ҡар. модификациялау. страд, от модификациялау. ГМО — генетик модификацияланған организмдар. ■ В гепатитына ҡаршы генетик модификацияланған инъекция ҡулланыла, ә был инде килер быуындарға ла хәуеф менән янай. «Киске Өфө»,№ 29,2012.
МОДИФИКАЦИЯЛАУ (модификацияла-) (Р: модифицировать; И.: modify; Т.: modifikasyon etmek) ҡ.
Модификация үткәреү. □ Модифицировать. Малдарҙы генетик модификациялау. Томаттың яңы төрөн модификациялау.
МОДИФИКАЦИЯЛЫ с. ҡар. модификацион. ■ Унда [«Витязь» Ишембай транспорт машиналары эшләу заводында] етештерелгән техника оборона заказына ла, тыныс тормош өсөн дә тәғәйенләнә, сөнки предприятие ҡатмарлы юл шарттарына ҡулайлаштырылған йөҙөусе һәм башҡа төр модификациялы ике звенолы, гусеницалы транспортёрҙар эшләп сығарыуға махсуслашҡан. Башҡортостан календарынан.
МОДУЛЬ [рус. < лат. modulus ‘үлсәм’] (Р: модуль; И.: modulus; T.: modül) и.
1. физ. Ҡайһы бер коэффициент йәки дәүмәл атамаһы. □ Модуль. Ҡыҫым модуле. Модулдәр системаһы. ■ Модуль — ул абсолют һәм ыңғай һан. Интернет селтәренән.
2. архит. Бинаның төрлө өлөшөн яҡынса бер төрлө системаға килтереү өсөн алынған үлсәү берәмеге. □ Модуль (единица измерения разных частей здания с целью привести приблизительно в одинаковую систему). Модуль буйынса эшләу. ■ Модуль — ул бинаны проектлағандасы алдан бирелгән дәумәл, размер. Интернет селтәренән.
3. тех. Ҡорамал йәки ҡоролманың бер типтағы деталдәрҙән йыйылып, төрлө маҡсатта ҡулланылған өлөшө. □ Модуль. ■ Ошо арала .. 18 кусмә модуль һәм 53 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы һатып алыу планлаштырыла. «Киске Өфө», № 10, 2013.
4. Компьютер һәм радиоэлектрон аппаратураның унификация кисергән системаһы. □ Модуль (компьютерный). Модуль ҡулайламаһы. Модуль алыу. Модуль ҡуйыу.
МОДУЛЯЦИЯ [рус. < лат. modulatio ‘үлсәм’] (Р: модуляция; И.: modulation; Т.: modülasyon) и.
1. му з. Бер тондың икенсе тонға күсеүе, тауыш юғарылығының үҙгәртелеүе. □ Модуляция. / Модуляционный. Эстрада музыкаһы модуляцияһы. Заманса музыка модуля
11 - 1.0062.14
321