Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 322 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

моҙ
цияһы. Барокко осоро модуляцияһы. «Евровидение» конкурсы өсөн модуляция тибы.
2. физ. Юғары йышлыҡтағы тирбәлештең түбәнерәк йышлыҡтағы бүтән тирбәлештәргә эйәреп үҙгәреүе. □ Модуляция. Амплитудалы модуляция. Йышлыҡ модуляцияһы. Фазалы модуляция. Импульслы модуляция.
МОҘ и. диал. ҡар. боҙ. Кулдә моҙ уйыу. ■ Йөрөк аттай уңданып, ярылған моҙҙай көңрәнеп, йырла, тиһәц, йырлайым. Ҡобайырҙан.
МОҘҒА (Р.: короб из коры дерева; И.: box / basket of bark; T: kabuktan kutu) и.
Айырған ҡортто ябып тороу өсөн ҡабыҡтан эшләнгән һауыт. □ Короб из коры дерева (для временного помещения пчёл). Моҙғаға ҡорт һоҫоу. ■ Ағас башына менгәс, Баһау моҙғаны бер ботаҡҡа элде лә кусте шуның эсенә һыпырып төшөрә башланы. Ж. Кейекбаев.
МОҘРАУ (моҙра-) (Р.: уставать; И.: get tired (with)’, be (all) beat up; T.: yorulmak) ҡ. диал.
Талсығыу, әлһерәү. □ Уставать; обессилеть. Хәлһеҙлектән моҙрап йөрөу. Йоҡо килеп моҙрап йөрөу. Эҫе ҡояш нурҙары моҙрата.
МОЗАИК (Р.: мозаичный; И.: mosaic; Т: mozaik) с.
Мозаикаға нигеҙләнгән; мозаика рәүешендәге; мозаика менән эшләнгән, мозаика менән биҙәлгән. □ Мозаичный, мозаический. Мозаик панно. Мозаик өҫтәл. Мозаик һурәт. Мозаик портрет.
МОЗАИКА [рус. < фр. mosdique < ит. mosaico < лат. (opus) musicum] (Р: мозаика; И.: mosaic; T: mozaik) и.
1. Цемент йәки мастика өҫтөнә төрлө төҫтәге быяла, таш, мәрмәр һәм башҡа нәмә ярсыҡтары йәбештереп яһалған рәсем йәки биҙәк. □ Мозаика. / Мозаичный. Быяла мозаика. Мәрмәр мозаика. Йәшмә мозаика.
2. йыйн. Шул рәсем йәки биҙәк өсөн файҙаланған быяла, мәрмәр йәки башҡа нәмә ярсыҡтары. □ Мозаика, һуйырташтан мозаика теҙеу. Мозаика өсөн аҡыҡ.
3. Шундай рәсем йәки биҙәк эшләү сәнғәте. □ Мозаика. Мозаика менән шөғөл-
ләнеу. Мозаика менән эш итеу сабырлыҡ талап итә. Рәсәй мозаикаһы. Көнсығыш мозаикаһы стиле. Ислам мозаикаһы.
4. кусм. Төрлө элементтан торған һәр төрлө сыбар нәмә. □ Мозаика. И Бойоғоу һәм һоҡланыу тойғоларының ғәжәйеп бай гаммаһын, сағыу мозаикаһын тыуҙырған шиғырҙары [Г. Юнысованың] уҙҙәре генә лә ни тора! «Ағиҙел», № 8, 2009.
5. Балаларҙың төрлө төҫтәге төймәләрҙе махсус яҫылыҡҡа теҙеп уйнай торған уйынсығы. □ Мозаика. Мозаика уйнау. Мозаика менән уйнап уҫкән баланың телмәре тиҙ уҫешә. Мозаика таҡтаһы.
МОЗАҠАРА [ғәр. (Р: беседа; И.: conversation; T: müzakere) и. иҫк.
Ике йәки бер нисә кеше араһындағы һөйләшеү; әңгәмә. □ Беседа. Мозаҡараға ҡушылыу. Мозаҡара алып барыу. Мозаҡара тамамланды.
МОЗАФФАР [ғәр. (Р: победитель; И.: victor; T: muzaffer) с.
Еңгән, өҫтөнлөк алған (кеше); еңеүсе. □ Победитель. Мозаффар булыу. Һәр эштә лә мозаффар. Мозаффарға буләк биреу.
МОҠ (моғо-) (Р: мякина; И.: chaff; Т: kesmik) и. диал.
1. Һалам, бесән вағы; кәбәк. □ Мякина или объедки корма. Балсыҡҡа моҡ ҡушыу. Моҡ ҡушып һуғылған кирбес.
2. Ағас сөрөгө. □ Гнилушка, труха. Моҡ һибеу. Моҡ төтәтеу. Моҡ менән дауалау. ■ Умартаны асҡас, бал ҡорттарын тынысландырыу өсөн ерек йә ҡайын моғон төтәтәһең. Экспедиция материалдарынан.
МОҠАБИЛ [ғәр. (Р: эквивалент; И.: opposite, opposed; T: mukabil) и. иҫк.
Нимәгәлер тиң булған, алыштырған нәмә. □ Эквивалент. ■ Был бәләкәй генә шатлыҡ моҡабиленә Зөһрә туташ өсөн тау кеуек хәсрәттәр ваҡиға булды. 3. Өммәти.
МОҠАБИЛ БУЛЫУ (моҡабил бул-) (Р: сопротивляться; И.: resist, oppose; T: mukavemet etmek) ҡ.
Ҡара-ҡаршы килеү; ҡаршылашыу. □ Противиться, сопротивляться. Мәҙрәсә ҡанундарына моҡабил булыу. Ялғанға моҡабил булыу. ■ Атайым мәҙрәсә манараһын ҡола
322