МОЛҠОЛДАУ
МОЛДАВАНСА (Р.: по-молдавски; И.: in Moldavian; T.: Moldovaca) р.
1. Молдаван телендә. □ По-молдавски (на молдавском языке). Молдаванса һөйләшеү. Молдаванса уҡыу. ■ Ҡарт танау эсенән генә молдаванса нимәлер әйтте. А. Таһиров.
2. Молдавандарға хас рәүештә. □ По-молдавски. Молдаванса бейеү. Молдаванса кейенеү. Молдаванса бешереү.
МОЛДОРАУ (молдора-) (Р.: простираться; И.: stretch; T: uzanmak) ҡ.
1. Тирә-яҡҡа күренеп, йәйелеп ятыу; йәйрәү. □ Простираться. Молдорап ятҡан йылға. ■ Ҡыҙ килеп быға [Тарғынға] өләң әйтә башлаған: «Болғар, Болғар, Болғартау, молдорап ятҡан ҡорғор тау, ҡандай ирҙән йығылмай, бер тирәктән йығылып». «Тарғын батыр».
2. диал. ҡар. мөлдөрәү. Молдорап ҡарап тороу.
МОЛДОРЛАУ (молдорла-) (Р: спокойно течь; И.: flow quitely; T: sakince akmak) ҡ.
Талғын ағыу. □ Спокойно течь. Йылғаның молдорлап ятҡан урыны.
МОЛЕКУЛА [рус. < лат. moles] (Р: молекула; И.: molecule; T.: molekül) и. физ.
Матдәнең төп химик үҙенсәлектәренә эйә булған иң ваҡ өлөшсә. □ Молекула (самая маленькая частица, которая обладает главными химическими свойствами вещества). / Молекулярный. Молекулалар бәйләнеше. Молекулалар хәрәкәте. Һыу молекулаһы. Тоҙ молекулаһы. Молекуланың төҙөлөшө. Ҡисло-та молекулалары.
МОЛЕКУЛЯР (Р: молекулярный; И.: molecular; T: moleküler) с.
Молекулаға мөнәсәбәтле, молекулаларҙы өйрәнеүгә бәйле. □ Молекулярный. Молекуляр төҙөлөш. Молекуляр теория. Молекуляр физика.
МОЛЕСКИН [рус. < ингл. moleskin] (Р: молескин; И.: moleskin; T: pamuklu kadife) и. туҡ.
Ҡалын, беше мамыҡ туҡыма. □ Молескин (плотная прочная хлопчатобумажная ткань). / Молескиновый. Ҡара молескин. Молескин салбар. Молескин туҡымаһы саң,
ағыулы мәтдәләр үткәрмәй. Молескиндан тегелгән итәк. ■ Мине прилавка ситенә, ҡыҙыл бәз, кергәзин, молескин.. кеүек иң осһоҙ тауарҙар һатыла торған урынға килтереп ҡуйҙылар. Ғ. Ғүмәр.
МОЛИБДЕН [рус. < гр. molybdos ‘ҡара ҡурғаш’] (Р: молибден; И.: molybdenum; Т: molibden) и. хим.
Химик элемент, көмөш һымаҡ йылтырауыҡлы ҡаты металл. □ Молибден (химический элемент, металл, сверкающий как серебро). / Молибденовый. Молибден ятҡылығы. Молибден оксиды. ■ Молибден металлургияла киң ҡулланыла. Интернет селтәренән.
МОЛИБДЕНЛЫ (Р: молибденовый; И.: molybdenum, molybdic; T: molibdenli) c.
Молибдендан эшләнгән; молибден ҡатыш. □ Молибденовый. Молибденлы руда. Молибденлы ҡорос. Молибденлы диңгеҙ һыуы.
МОЛИНИЯ [рус. < лат. molinia] (Р.: мо-линия; И.: molinia; Т: molinia) и. бот.
Башаҡлылар ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үлән. □ Молиния (лат. Molinia). Ҡүк молиния. ■ Молиния башаҡтары сәскә гөлләмәләрен биҙәгәндә ҡулланыла. Интернет селтәренән.
МОЛҠ-МОЛҠ (Р: звукоподражание колыханию тучного тела при ходьбе; И.: imitative word of shaking a fat body; T: kımıl kımıl) оҡш.
Һимеҙ, йомшаҡ тәндең һелкенеп торған хәрәкәтен белдергән һүҙ. □ Звукоподражание колыханию тучного тела при ходьбе. Молҡ-молҡ килеп йүгереү.
МОЛҠОЛДАТЫУ (молҡолдат-) ҡ. йөкм. ҡар. молҡолдау, понуд. от молҡолдау. Тәнде молҡолдатып атлау. Ат бар кәүҙәһен молҡолдатып саба.
МОЛҠОЛДАУ (молҡолда-) (Р: трястись; И.: sway; shake; T.: kımıldamak) ҡ.
һимеҙ булып һелкенеп тороу. □ Трястись (о тучном теле). Егелгән аттың юртҡанда осалары молҡолдай. Һимеҙ ҡуй молҡолдап тора. ■ [Ҡарт — әбейгә:] Балыҡ шикелле молҡолдап, уйнап торған бәрәс ни эшләп йоҙроҡтай булһын? Ш. Янбаев.
325