Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 326 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОЛҠОТОУ
МОЛҠОТОУ (молҡот-) (Р.: откармливать; И.: fatten; T.: semirtmek) ҡ.
1. Күп ашатып, йоп-йомро итеп һимертеү (малға ҡарата). □ Откармливать. Малды молҡотоу. Һуғымға башмаҡтарҙы молҡотоу.
2. Күбеккә өйләндереү; ҡабартыу, күпертеү. □ Вспенить. Ҡымыҙҙы молҡотоу. Йомортҡа ағын молҡотоп туғыу. Ҡоймаҡ ҡамырын молҡотҡансы туғыу.
МОЛҠОУ (молҡо-) (Р: быть тучным; И.: be fat; T.: semiz olmak) ҡ.
1. һимеҙлектән тулышып, йоп-йомро булыу. □ Быть жирным, тучным. Молҡоп тороу. ■ [Сара Сабировна:] Шулай молҡоп та тормағас, ниндәй директор бисәһе булам, ти, мин?! 3. Биишева.
2. Күбеккә әйләнеү; ҡабарыу, күпереү.
□ Пениться, пушиться. Ҡымыҙ молҡоп ултыра, һауған һөт өҫтө ап-аҡ булып молҡоған. ■ Иртә таңдан районға киткәндә генә бында ҡарабойҙай күңелде иркәләп, молҡоп ултыра ине. Ш Янбаев.
МОЛЛО ҮЛӘНЕ (Р: зверобой; И.: John's-wood; T.: sarı kantaron) и. бот.
Сәй итеп ҡайнатып эсә торған һары сәскәле күп йыллыҡ үлән; һары мәтрүшкә.
□ Зверобой (лат. Hypericum). Молло үләне йыйыу. Молло үләне ҡайнатып эсеү. Ҡышҡылыҡҡа молло үләне киптереү.
МОЛЛЮСК [рус. < лат. molluscus ‘йомшаҡ’ I (Р: моллюск; И.: mollusc; T.: yumuşakça) и. зоол.
Йомшаҡ тәнле умыртҡаһыҙ тереклектәр (күбеһе ҡабырсаҡлы була); әкәм-төкәм.
□ Моллюск. / Моллюсковый (лат. Molluscus). Диңгеҙ моллюскылары. Аквариумдағы моллюскылар.
МОЛОЙОУ (молойо-) (Р: печалиться;
И.: be sad; T.: hüzünlenmek) ҡ. диал.
Бойоҡ, моңһоу төҫ алыу; моңһоуланыу. □ Грустить, печалиться, унывать. Төнгө күктә молойоп ай йөҙә. Ҡыҙҙың йөҙө ҡапыл ғына молойоно. ■ Бер аҙҙан молойоп байып барған ҡояштың нурҙары аҫтында улар [ике кеше] бер нөктә булып ҡына салына ине инде. Т. Килмөхәмәтов.
МОЛОЙОШОУ (молойош-) ҡ. урт. ҡар. молойоу, взаимн. от молойоу. Молойо
шоп ултырыу. ■ Баҡсалар, кәртә-ҡуралар, йорт-ҡаралтылар ҡараңғылыҡҡа төрөнөп молойошҡан. Т. Килмөхәмәтов.
МОЛОКОМЕР [рус.] (Р: молокомер; И.: milk meter, lactometro; T.: sütölçer) и. тех.
Ярым шыйыҡ йәки ярым ҡаты матдәләрҙең ҡуйылығын йәки консистенция дәрәжәһен үлсәү приборы. □ Молокомер. Молокомерға һөт ҡойоу. Молокомер күрһәткестәре.
МОЛОТИЛКА [рус.] (Р: молотилка; И.: threshing machine, thresher; T.: harman makinesi) и. иҫк.
Ашлыҡ һуға торған машина; һуҡҡыс. □ Молотилка. Ат молотилкаһы. Молотилка барабаны. Моторлы молотилка. ■ Шул хужалыҡта ун биш көн молотилкала эшләнем. Ә.-З. Вәлиди.
МОЛОУ (моло-) ҡ. диал. ҡар. молойоу. Молоп ултырыу. Тиҙ үк молоп барыу.
МОЛЬБЕРТ [рус. < нем. Malbrett] (Р: мольберт; И.: easel; T.: şövale) и.
Һүрәт төшөргәндә киндерле рамды ҡуя торған өс аяҡлы таған; этюдник. □ Мольберт. Мольберт һатып алыу. ■ Рәссамдың [Ә. Лотфуллиндың] үҙ ҡулы менән яҙған автопортреты бар. Ул унда.. эш, ижад өҫтөндә кейгән күк комбинезондан. Янындағы мольбертта — палитра. «Ағиҙел», № 9, 2008.
МОМЕНТ Iрус. < лат. momentum] (Р: момент; И.: moment; Т.: ап) и.
1. Бик ҡыҫҡа ваҡыт араһы. □ Момент, очень короткое время, миг, мгновение. ■ Фотокүргәҙмәлә .. төрлө таланттарҙы күрергә мөмкин. Бынан тыш, журналистика әлкәһенә генә хас булған эш моменттарын, командировкаларҙа осраған ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы һүрәтләгән эштәр ҙә иғтибарҙы йәлеп итә. «Йәшлек», 6 апрель 2012.
2. Берәй нәмә менән билдәләнгән ваҡыт араһы; билдәле бер осор. □ Момент, определённое, особое время. Милли үҙаң үҫешкән момент. Мөһим тарихи момент. Ауыр момент. ■ Авторҙың уйланыуҙары, теге йәки был күренеш менән бәйле рәүештә философик фекер йөрөтөүе йә бик киҫкен моменттарҙа, йә иҫкене фашларға кәрәк булған урындарҙа йыш осрай. С. Сафуанов.
326