Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 327 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОНАР КӨПШӘҺЕ
3. Эш-хәлдең айырым бер яғы. □ Момент, обстоятельство, отдельная сторона какого-л. явления. ■ Позитивлыҡты үҫтереүгә һәм нығытыуға сик юҡ. Ғүмер ебен һүткән һәр көндә лә был һәләтте киңәй -терлек кем менәндер аралашырға һәм һәр ваҡиғанан ниндәйҙер ыңғай моменттар табырға мөмкин. Шулай уҡ төрлө хәл-ваҡиғалар, уйҙар, идеялар, хыялдар һәм башҡа күп төрлө донъяуи моменттар ҙа үҙ ролен уйнай. «Киске Өфө», № 32, 2012.
4. Эш өсөн уңайлы мәл. □ Момент, подходящее мгновение. Тыныс моменттан файҙаланып ҡалыу. Эштәге ыңғай момент. Уңайлы моментта хәл итеү. ■ Рая нисек тә Гофлингер менән икәүҙән-икәү генә осрашырға тырышты, һәм шундай момент табылды. И. Абдуллин. Ул [Ишбулды] пулемёт янына ятып, уңайлы моментты көтә башланы. Ғ. Аллаяров.
МОМТАЛА (Р.: стыд; И.: shame, disgrace, infamy; T.: utanç) и. диал.
Оят, мәсхәрә. □ Стыд, позор. Момталаға ҡалыу. Момталаға төшөү.
МОНАЗАРА [ғәр. ojüilb] (Р.: спор; И.: argument, argumentation; dispute; T.: münazara) и. иҫк.
Һүҙ көрәше; бәхәс. □ Спор, диспут. Моназараға килеү. ■ Барый ҡарт ауылдың төньяҡ яртыһында, ә Мөхтәр бабай көньяғында йәшәй — бөтә ғиллә шунда. Улар икеһе лә бер оста маҡам тотһа, был моназара менән ғауға сыҡмаҫ ине. «Ағиҙел», № 3, 2010.
МОНАЗАРА ҠЫЛЫУ (моназара ҡыл-) (Р: спорить; И.: arque; T.: münazara etmek) ҡ.
Һүҙ көрәштереү, бәхәсләшеү. □ Спорить. Моназара ҡылып, табындың йәмен ҡайтарҙылар. Моназара ҡыла башланылар. Моназара ҡылып йөрөү.
МОНАЗАРАСЫЛ (Р: любящий спорить; И.: willing to debate or to discuss; T.: münazaram) с. иҫк.
Бәхәсләшергә әүәҫ. □ Любящий спорить. Моназарасыл кеше. Моназарасыл ҡатын.
МОНАЗИР [ғәр. (Р: спорщик; И.: debator; T.: münazir) и. иҫк. кит.
Һүҙ көрәштереүсе, бәхәскә оҫта кеше. □ Спорщик. ■ Моназир [шәкерт] тип маҡтайһы урынға, хәлфә уны [Кинйәне] ҡыҙа-рынып-бүртенеп әрләргә, ҡәһәрләргә тотона. Ғ. Ибраһимов.
МОНАЙ и. диал. ҡар. нефть. Монай сыҡҡан ер. Монай эҙләүселәр килгән. Монай табыу.
МОНАЙЫШ (Р: некрасивый и робкий; И.: bashful person; T.: çirkin ve çekingen kimse) с. диал.
Төҫкә йәмһеҙ генә һәм оялсан. □ Некрасивый и робкий. Монайыш булыу. Монайыш ҡыҙ.
МОНАР (Р: медовая роса; И.: mist; haze; fog; T: sis) u.
1. Йәйге оҙаҡ эҫелә була торған үҫемлектәр өсөн зарарлы ҡоро томан. □ Медовая роса. Монар һуҡҡан. Монар алыу. ■ Арпа ғына сәсһәң, сәс сиҙәмгә, яҙғы ла ғына монар алмаһын. Халыҡ йырынан. Ай, Уралым, Уралым, ҡая башың үлгәне — башын монар алғаны. «Мәргән менән Маянһылыу».
2. Ер өҫтөнән земберләп күтәрелгән эҫе һауа; һағым. □ Мгла, дымка. ■ Алыҫтағы бөҙрә утрау, һыуҙан күтәрелгән зәңгәр быу артында ҡалып, тоноҡланды, уның бейек ҡаяһы, монар аша, даръялар буйлап билдәһеҙ сәйәхәткә йүнәлгән боронғо караптың елпенеп торған аҡ елкәнен хәтерләтә. Р. Вәлиев.
3. диал. Атмосфераның түбәнге ҡатламында болот һымаҡ булып барлыҡҡа килгән быу; томан. □ Туман. ■ Ел ҡара төтөн бағаналарын бергә ҡушып диңгеҙ өҫтөнә ҡыуа, шул сәбәпле яр буйы зәңгәрһыу ҡара монар эсендә йөҙә. Б. Рафиҡов. Хәҙер инде матур аҡлан да, аҡлан уртаһындағы күл дә, күлдән сығып килгән Аҡбуҙат та ҡайҙалыр монар эсенә сумып ҡала. М. Кәрим. Көҙгөләй һыу өҫтөнән ағылған зәңгәрһыу монар эсендә балыҡсыларҙың кәмәләре төҫмөрләнә. «Ағиҙел», № 3,2012.
МОНАР КӨПШӘҺЕ (Р: дягиль, дудник лесной; И.: angelica; T: melekotu) и. бот.
Аҡ сатыр сәскәле, шыма һабаҡлы, эре һаҫыҡ көпшә; айыу көпшәһе. □ Дягиль, дудник лесной (лат. Archangelica). ■ Ваһаптың бәләкәй улы Әхсән ағаһы алып ҡайтҡан мо
327