Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 329 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОНАШ
яҡындағы Валломброза исемле монастырҙа ала. Интернет селтәренән.
2. Ошо община ҡарамағындағы сиркәү, тораҡ йорттар һәм территория. □ Монастырь (земля, где расположена его территория и церковь). ■ Элекке монастырҙың таш йорттары яр буйындағы ҡаяларға оҡшап ҡуялар. Ә. Бикчәнтәев.
МОНАТҠЫУ (монатҡы-) (Р.: победить; И.: conquer, gain win a victory (over); T.: yenmek) ҡ. диал.
Өҫтөнлөк алыу, өҫтөн сығыу; еңеү. □ Победить, одолеть, осилить. Бәхәстә монатҡыу. Көрәштә монатҡыу. Эшең менән монатҡыу.
МОНАУ I (мона-) (Р.: выстругать; И.: plane; carve (out); T.: rendelemek) ҡ.
Нимәнелер ҡырҡҡыслап ташлау йә сәрпәкләп сапҡылау; юныу. □ Выстругать, расщеплять на лучины; тесать, обтёсывать. ■ Хәҙер киҙәк Ҡараста. Ул, әҙ генә уйлап торғандан һуң, һаҙағының башағын бәке менән монап һындырып ала, сөнки башаҡ һаҙаҡҡа [тимер] һауыттың дүңгәләге аша эскә үтеп инергә ҡамасаулай. «Ҡарас менән Аҡша».
МОНАУ II күрһ. а. диал. ҡар. бынау. Мо-нау кеше. Монау ағас. Монауында ултырып тор.
МОНАФИҠ (Р: двуликий, двуличный; И.: two-faced, double-faced; T.: ikiyüzlü) c.
Ике йөҙлө, уҫал, эскерле. □ Двуликий, двуличный. Монафик әҙәм. Монафик кеше. ■ Революцион көрәш символы булған ҡыҙыл төҫ мөнафиҡ заттар өсөн «ҡыҙыл таҫтамал» йә «ҡыҙыл билбау»ға бәрәбәр бер бөркәнсек кенә. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 3,2010.
МОНАФИҠЛЫҠ (монафиҡлығы) (Р: двуличность; И.: double-facedness, duplicity; T.: ikiyüzlülük) и.
Ике йөҙлөлөк, уҫаллыҡ, эскерлелек. □ Двуличность, лицемерие. ■ [Г. Юнысова] шағирә мещанлыҡтан, күңел ярлылығынан, формаллектән, монафиҡлыҡтан, ҡуштанлыҡтан, талаш-тартыштарҙан, яуызлыҡтан әсе көлгән йә еңелсә шелтәләгән әллә күпме тәмҫил, мәҫәл һәм уларға тартым хик
мәтле әҫәрҙәрен ижад итә. «Ағиҙел», № 8,
2009.
МОНАХ [рус. < лат. monachos] (Р: монах; И.: monk; T.: keşiş) и.
1. Монастырҙа йәшәгән, уның талабы, уставы буйынса донъя рәхәтенән баш тартҡан дини община ағзаһы. □ Монах (мужчина, который отказался от всех жизненных благ, удовольствий и живёт по правилам религиозной общины в монастыре). / Монашеский. Монах булыу. ■ Тибет монахтарынан килгән бер йола бар: иртән торғас та ялан аяҡ һыуҙа йөрөргә кәрәк. Башҡортостан календарынан. Сит илдә булғанда бер монахтың кәмәһенә ултырып, йылға аша йөҙөп сығырға тура килә уға [Роберт Юлдашевҡа]. Монахтың кәмәһенең бер яртыһында — «Уҡырға, ғибәҙәт ҡылырға», икенсе яртыһында «Эшләргә» тигән яҙыу күргәс, ҡурайсы был яҙыуҙарҙың нимә аң-латыуы тураһында һорай. «Киске Өфө», 14 июль 2012.
2. һөйл. Донъя рәхәтенән ваз кискән ир кешегә ҡарата. □ Монах (мужчина, который отказался от всех жизненных благ и удовольствий). Монахҡа әйләнеү.
МОНАХИНЯ [рус.] и. дини. ҡар. монашка.
МОНАХЛЫҠ (монахлығы) (Р: монашество; И.: monkhood; monasticism; T.: keşişlik) и. дини.
1. Монах булыу хәле; монах тормошо. □ Монашество. Монахлыҡ ҡабул итеү. Монахлыҡ ҡанундарына буйһоноу.
2. һөйл. Донъяның рәхәтенән ваз кисеп йәшәгән хәл. □ Монашество.
МОНАХСЫЛЫҠ (монахсылығы) и. ҡар. монахлыҡ. ■ Исламда монахсылыҡ институты юҡ. «Ағиҙел», № 9, 2008.
МОНАШ (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir tribe subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағы. □ Название родового подразделения башкир племени бурзян. Монаштар заты. Монаштар нәҫеле. Монаш түбәһе. ■ Бөрйәндәрҙең монаш, ямаш, янһары, байулы-бөрйән, нуғай-бөрйән тигән арала
329