Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 331 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОНОГАМИЯ
макроғаиләһе эсендә төрки телдәр монгол телдәренә оҡшашлыҡ күрһәтә. Интернет селтәренән.
МОНДОРАМ А р. диал. ҡар. мөлдөрәмә. Мондорама тулы биҙрәләр. Мондорама күҙ йәштәре менән бағыу.
МОНДОРАУ (мондора-) ҡ. диал. ҡар. мөлдөрәү. Мондорап ҡарап тороу. Биҙрәһенә мондоратып һыу алған.
МОНЕТИЗАЦИЯ [рус. < лат. moneta] (Р.: монетизация; И.: monetization; T.: parasallaşma) и. иҡт.
1. Аҡса массаһының эске тулайым продукцияға ҡарата булған торошон билдәләүсе иҡтисад күрһәткесе. □ Монетизация. Мо-нетизацияны билдәләү. Монетизацияны иҫәпләп сығарыу.
2. Аҡса һәм башҡа ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы, шулай уҡ алтын, гәүһәр кеүек әйберҙәрҙе башҡа төрлө законлы түләүгә алыштырыу күренеше. □ Монетизация. Монетизация үткәреү. Монетизация процесы.
МОНИЗМ [рус. < гр. monos ‘бер’ | (Р.: монизм; И.: monism; T.: monizm) и. фәлс.
Донъяның нигеҙендә бер генә башланғыс (материя йәки рух) ята тип ҡараған фәлсәфәүи тәғлимәт; киреһе — дуализм. □ Монизм (философское учение о едином начале жизни). Идеалистик монизм. Материалистик монизм.
МОНИСТ [рус.] (Р.: монист; И.: monist; T.: monist) и. фәлс.
Монизм яҡлы кеше. □ Монист (сторонник монизма). Монистар ҡарашы. Монистар мәктәбе.
МОНИСТИК (Р.: монистический; И.: monistic; T.: monistik) с.
Монизмға нигеҙле, мөнәсәбәтле. □ Монистический. Донъяға монистик ҡараш. Монистик фәлсәфә нигеҙҙәре.
МОНИТОР [рус. < фр. monitor < лат. monitor ‘күҙәтеүсе’] (Р: монитор; И.: monitor; T.: monitör) и. тех.
1. Күҙәтә, тикшерә һәм көйләй торған ҡорамал. □ Монитор (прибор контроля). Күп каналлы монитор. ■ Биктә ултырған кешегә был да үҙенә күрә уцайһыҙлыҡ тыу
ҙырыусы фактор. Дежурный алдындағы мониторҙа һәр камера эсе күренеп тора. «Урал», 3 май 2012.
2. Телевизион тапшырыуҙар барышының сифатын тикшерә торған телевизион экран (телестудияла). □ Монитор (контролирующее устройство с экраном для наблюдения в телестудии). Мониторҙан күҙәтеү.
3. Компьютер экраны. □ Компьютерный монитор. Мониторҙы яңыртыу. ■ Компьютерҙарҙың тәүге быуыны, монитор һәм системалы блок янында нурланыу кимәле көслө булғанлыҡтан, медиктарҙа шулай уҡ хәүефләнеү тыуҙыра ине. «Киске Өфө», № 38, 2012.
МОНИТОРИНГ [рус. < лат. monitor ‘күҙәтеүсе’] (Р.: мониторинг; И.: monitoring; T: gözleme) и.
1. Тирә-яҡ мөхиттә кеше эшмәкәрлеге арҡаһында килеп сыҡҡан үҙгәрештәрҙе билдәләүсе күҙәтеүҙәр һәм тикшеренеүҙәр комплексы. □ Мониторинг. Мониторинг һөҙөмтәләре. Мониторинг тикшереүҙәре буйынса атмосфера торошо.
2. Ниндәйҙер процесты тикшереү. □ Мониторинг. Уҡыу-уҡытыу эштәренең мониторинга
МОНҠА (Р.: ствол (дерева)', И.: trunle bole; stem twig; knot; T: ağacın gövdesi) и. диал.
Ағастың төп, үҙәк өлөшө; олон. □ Ствол (дерева). Карағай монҡаһы.
МОНОГАМ (Р: моногамный; И.: monogamous; T: tekeşli) с. кит.
Моногамияға нигеҙле, моногамияға хас. □ Моногамный. Моногам ғаилә. ■ һәүбән менән Заятүләктәрҙең Һыу батшаһы ҡыҙын кәләш итеүендә, Кирәй Мәргән әйткән хаҡ булып, ысынлап та, моногам ғаилә ҡороуға ынтылыш үҙенсәлекле сағылыш тапһа, Урал батыр күп никахлы ир була: уның бер үҙенә өс кәләш тура килә. Ә. Сөләймәнов.
МОНОГАМИЯ [рус. < лат. mono ‘бер’ + gamos ‘никах’] (Р: моногамия; И.: monogamy; T: tekeşlilik) и. кит.
1. Ирҙең бер ҡатын менән тороуына ҡоролған никах формаһы; киреһе — по-
331