МОНОГРАММА
лигамия. □ Моногамия (форма бракосочетания, по которому муж должен иметь одну законную жену). ■ Ғаиләнең бүтән төрҙәренә ҡарағанда, моногамия — берҙән-бер яраҡлы тор. В. Ғүмәров. Моногамия — бер никахлылыҡ йолаһы, башҡорттарҙа тарихи рәүештә иң йыш осраған ғаилә. Интернет селтәренән.
2. зоол. Йәнлектәрҙә бер атаның бер генә инә менән ҡушылыуы (бер йәки бер нисә миҙгел буйы). □ Моногамия (среди животных самец в течение сезона или пары сезонов спаривается только с одной самкой). Ҡыр ҡаҙҙары һәм аҡҡоштар моногамия рәүешле оя ҡоралар.
МОНОГРАММА [рус. < лат. monogram-та\ (Р.: монограмма; И.: monogram, cipher; Т.: monogram) и.
1. Бергә тоташтырып үреп яҙылған бер нисә хәреф. □ Монограмма (вязь из двух или более букв). Алтынланған монограмма. Монограмма менән яҙыу. Монограмма менән биҙәү.
2. Рәссамдарҙың һүрәттә имза урынына ҡуллана торған шартлы билдәһе. □ Монограмма (художников). Картинаны моно-граммаһы буйынса таныу.
МОНОГРАФИК (Р: монографический; И.: monographic; T.: monografik) с.
Монографияға мөнәсәбәтле; монография рәүешендәге. □ Монографический. Монографик тикшеренеү. Монографик пландағы эш.
МОНОГРАФИЯ [рус. < лат. monos ‘бер’ + graphö ‘яҙамын’] (Р: монография; И.: monograph; T.: monografi) и.
Айырым бер мәсьәләгә бағышланған ҙур ғилми хеҙмәт. □ Монография. Монография яҙыу. Монография өҫтөндә эшләү. Монографияны баҫтырыу. ■ Үҙе тере саҡта Ж. Ғ. Кейекбаев башҡорт теленең монгол телдәре менән бәйләнешен дөйөмләштергән монографияһын әҙерләй алмай. Э. Ишбирҙин.
МОНОКЛЬ [рус. < фр. monocle] (Р: монокль; И.: (single) eye-glass, monocle; T.: monokl) и.
1. опт. Бер генә күҙгә ҡуя торған һыңар быялалы күҙлек. □ Монокль. Монокль кейеү. Монокль аша ҡарау. Заказ буйынса монокль эшләтеү.
2. фото. Ябай фотообъектив. □ Монокль. Фотоаппарат монокле. Монокль менән фотоға төшөрөү.
МОНОКУЛЬТУРА [рус.] (Р: монокультура; И.: monoculture, monocropping; T.: monokültür) и. a. х.
1. Хужалыҡта үҫтерелгән берҙән-бер ауыл хужалығы культураһы. □ Монокультура (сельскохозяйственная практика выращивания одной культуры). Шәкәр сөгөлдөрө монокультураһы. Бойҙай монокультураһы. Ҡарабойҙай монокультураһы.
2. Сәсеү әйләнешен һаҡламай, оҙаҡ йылдар буйы бер үк баҫыуға бер төрлө үҫемлек сәселеүе. □ Монокультура (поля или другие территории, занятые одним видом культурных или культивируемых растений). Көнбағыш монокультураһы. ■ Ҡара һолоноң баҫыуҙы баҫып алыу ының төп сәбәбе — бойҙайҙың һәм башҡа бөртөклө ашлыҡтың монокультураһында, күп йылдар буйынса бер тор ауыл хужалығы культураһын гел бер майҙанға сәсеүҙән ғибәрәт. Я. Хамматов.
МОНОЛИТ I [ рус. < лат. monolithos ‘бер таштан яһалған’] (Р: монолит; И.: monolith; T.: tek parça taş) и.
1. Бөтөн бер ҙур таш һәм шул таштан эшләнгән нәмә. □ Монолит (большая целая глыба камня; что-л. единое и целостное). / Монолитный. Монолиттан колонна ҡуйыу. Монолиттан һәйкәл эшләү. ■ Был ваҡытлыса ғына терәтмә, монолит бетон түбә нығынғансы ғына, тип аңлатты төҙөүселәр. Интернет селтәренән.
2. геол. Тупраҡ ҡатламының төҙөлөшөн вертикаль киҫелештә күрһәткән өлгө. □ Монолит. Тупраҡ ҡатламы монолиты. ■ Һуңғы 10 йыл эсендә агрономия факультетының уҡытыусылары 1300-ҙән ашыу эш баҫтырып сығарған. Шулай уҡ уникаль тупраҡ музейы тыуҙырылған, унда Башҡортостандың монолит тупрағының буй киҫештәре ғилми
332