Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 333 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

монополия
экспедиция менән һалынған һәм тәҡдим ителгән. Интернет селтәренән.
3. кусм. Ныҡлы, ышаныслы. □ Монолит.
■ Ә мин һине монолит тип йөрөй инем, Фәтихов, һинец бит характерың кристаллашҡан. И. Абдуллин.
МОНОЛИТ II (Р.: монолитный; И.: monolith; T.: tektaş) с.
1. Тотош бер таш хәлендәге. □ Монолитный. Монолит ҡоролма. Монолит колонна. Монолит мәрмәр, һәйкәлдең нигеҙе монолит граниттан ҡуйылған.
2. кусм. Бер бөтөн; берҙәм. □ Сплочённый. Монолит коллектив. Монолит берҙәмлек. Монолит ҡараш тыуҙырыу.
■ Бергә йыйылдыҡ та «вах!» иттек [башҡорттар]: «Куп тугел икәнбеҙ ҙә. Монолит булырға ине лә, мин-минлек елкәбеҙҙә». «Ағиҙел», № 8, 2008.
3. Физик көсө күп, көслө. □ Физически сильный, могучий. Монолит ир. Монолит булырға тырышыу.
МОНОЛИТЛЫҠ (монолитлығы) (Р.: монолитность; И.: monolithic nature, solidity, firmness; T: tektaş olma) и. кит.
1. Монолит булыу сифаты. □ Монолитность. Тау тоҡомдарының монолитлығы. Мәрмәрҙең монолитлығын һаҡлап ҡулланыу.
2. кусм. Бер бөтөнлөк; берҙәмлек. □ Сплочённость. Халыҡтың монолитлығы.
■ Сәйәси ойошмаларҙың монолитлығы тотороҡһоҙ. Интернет селтәренән.
3. Ҙур физик көскә эйә булған сифат; көслөлөк. □ Монолитность. Монолитлыҡҡа ынтылыу. Физик монолитлығы менән барыһын да таң ҡалдырҙы.
МОНОЛОГ [рус. < лат. monologos < monos ‘бер’ + logos ‘телмәр’| (Р: монолог; И.: monologue, soliloquy; T: monolog) и.
Драма һәм әҙәби әҫәрҙәге персонаждың үҙ-үҙенә, башҡа персонаждарға йәки тамашасыға һөйләгән оҙон телмәре. □ Монолог. Монолог тыңлау. Төп герой монологы. Эске монолог. ■ Сан Мен Мундың Азия яҙыусыларының Вашингтондағы конференцияһында 1997 йылдың 24 апрелендә һөйләгән телмәре ошо монолог рәуешендә булған тип уйламағыҙ. Р. Бикбаев. Эске кисерештәр,
фекерҙәр уҫеше тик монолог аша бирелә. «Йәшлек», 18 октябрь 2011.
МОНОЛОГИК (Р: монологический; И.: monologic(al); T.: monolog) с.
Монолог рәүешендәге. □ Монологический. ■ Хөкөмләу — уҡыусынан билдәле тема буйынса фекер йөрөтөуҙе, уҙ фекерҙәрен иҫбатлауҙы, дәлилләуҙе, һығымта яһауҙы талап итә торған ҡатмарлы монологик телмәр. Интернет селтәренән.
МОНОПЛАН [рус. < фр. monoplan] (Р: моноплан; И.: monoplane; T.: tek kanatlı uçak) и.
Бер пар ҡанатлы самолёт. □ Моноплан (самолёт с одной несущей поверхностью). Монопланда осоу. Моноплан менән баҫыуҙарға ашлама һиптертеу. Монопландан ҡаланы камераға төшөрөу.
МОНОПОЛИСТ [рус.] (Р: монополист; И.: monopolist; T.: tekelci) и.
1. Ниндәйҙер эш әлкәһендә монополия тотҡан кеше. □ Монополист. Монополистар логикаһы буйынса. Видеоаппаратура-лар эшләусе монополист. Химия тауарҙары етештереусе монополист.
2. Эре капиталист, эре капитал вәкиле.
□ Монополист (крупный капиталист, представитель монополистического капи -тала). Монополист капиталы. Монополисҡа әйләнеу. Монополистың йыллыҡ табышы.
МОНОПОЛИСТИК (Р: монополистический; И.: monopolistic; T.: tekelci) с. иҡт.
1. Монополия принцибына нигеҙле, монополияға мөнәсәбәтле. □ Монополистический, монополистский. Монополистик берекмә. Монополистик хоҡуҡ. Монополистик ҡараш. ■ Монополистик капитализм уҙ орбитаһына Рәсәйҙең алыҫ райондарын тарта башланы. С. Поварисов.
2. Монополия формаһында булған.
□ Монополистический. Монополистик сауҙа. ■ Компьютер кәрәк-яраҡтарын һатыуҙа Майкрософт монополистик ойошма булып ҡала килә. Интернет селтәренән.
МОНОПОЛИЯ [рус. < гр. monos ‘бер’ + pöleö ‘һатамын’] (Р: монополия; И.: monopoly; T.: tekel) и.
333