Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 335 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОНТАЖЛАУ
Монотип машинала баҫыусы. □ Монотипист. Монотипсы ҡыҙ. Монотипсы булып эшләу. Монотипсынан текст баҫтырыу.
МОНОТОНЛЫ (Р.: монотонный; И.: monotonous; T.: monoton) с.
Бер генә тонда, үҙгәрешһеҙ; бер төрлө.
□ Монотонный. Монотонлы тауыш. Монотонлы әҫәр. Монотонлы һурәтләу.
МОНОТОНЛЫҠ (монотонлығы) (Р: монотонность; И.: monotony; T.: monotonluk) и.
Бер тонлылыҡ; бер төрлөлөк. □ Монотонность. ■ Киләсәктә йәш авторға хи-кәйәләуҙе гел генә уткән заман формаһына ҡормауын, монотонлыҡтан ҡотолоуын, булып уткәнде тугел, ә әлеге мәлдә булып ятҡан, хәҙерге заманда хәрәкәт йәйелдерелгән ваҡиғаны һурәтләугә кусеуен .. теләге килә. «Ағиҙел», № 3, 2012. [Романдағы] стиль төрлөлөгө, бер яҡтан ҡарағанда, монотонлыҡтан ҡотҡара, уны уҡырға куцелле, йәнле итә. С. Сафуанов.
МОНОФТОНГ [рус. < лат. monos ‘бер’ + phtongos ‘өн’] (Р: монофтонг; И.: monophthong; T.: tek sesli) и. лингв.
Бер генә өндән торған ябай һуҙынҡы.
□ Монофтонг. Монофтонгыларҙы билдәләу.
МОНОХРОМ [рус. < лат. monos ‘бер’ + chromos ‘төҫ’] (Р: монохром; И.: achromatic vision; T.: renksiz görüntü) и. мед.
һуҡырлыҡтың бер төрө: төҫтәрҙе айырмау. □ Монохром. Монохромға ҡаршы куҙ тамсыһы һалыу. Монохромдан дауаланыу.
МОНОЦЕНТРИЗМ [рус. < лат. monos ‘бер’ + centrum ‘үҙәк’] (Р: моноцентризм; И.: monocentrism; Т.: monocentrism) и.
Кешелектең Ер шарының бер урынында бер ата-бабанан барлыҡҡа килеп таралыуын раҫлаған антропология тәғлимәте. □ Моноцентризм (учение о происхождении человека в одной области земного шара от одного предка). Моноцентризм теорияһын яҡлау. Моноцентризм тураһындағы әҙәбиәт.
МОНПАСИ [рус. < фр. Montpensier] (Р: монпансье; И.: kind of lollipops; T.: montpensier) и. кул.
Емеш-еләк һутынан эшләнгән шәрбәт һурғыс; лампасый. □ Монпансье. Монпаси
һатып алыу. Монпаси менән һыйлау. Монпаси һурып йөрөу.
МОНСТР [рус. < лат. monstrum} (Р: монстр; И.: monster; T.: gudubet) и.
1. миф. Ғәрип, килбәтһеҙ кеше йәки хайуан. □ Монстр. Монстр тураһында нәфис фильм. Йәнһурәттәге монстр. Монстрҙан ҡурҡыу. Монстр — көнбайыш халыҡтары ауыҙ-тел ижады персонажы.
2. кусм. Тышҡы ҡиәфәтендә һәм эске яҡтан етешһеҙлеге булған үтә һөйкомһөҙ, килбәтһеҙ кеше. □ Монстр. Монстрғаәйлә-неу. Монстр кеуек ҡылана башлау. Ҡиәфәте менән нәҡ монстр.
МОНТАЖ [рус. < фр. montage ‘ҡороу’] (Р: монтаж; И.: assembly, mounting, installation; T: montaj) и.
1. Машина һәм төрлө ҡорамалды билдәле бер план һәм һыҙма буйынса әҙер деталдәрҙән йыйып, ҡороп ҡуйыу эше.
□ Монтаж. Монтаж оҫтаханаһы. Монтаж эше. Монтаж схемаһы.
2. Әҙәби йәки башҡа төр өҙөктәрҙән бер йөкмәткегә һалып төҙөлгән йыйылма.
□ Монтаж. / Монтажный. Музыкаль монтаж. Әҙәби монтаж.
3. Фильм өсөн төшөрөлгән кадрҙарҙан кинотаҫма төҙөү процесы. □ Монтаж (подбор и соединение различных частей в одно целое). Монтажды тамамлау. Монтажды кабул итеу.
МОНТАЖЛАНЫУ (монтажлан) ҡ. төш. ҡар. монтажлау, страд, от монтажлау. Монтажланған фильм. Машина монтажланды. Мотор схема буйынса монтажланып бөттө. ■ Уға [трамвайға] инвалид пассажирҙарҙы ултыртыу-төшөрөу өсөн махсус баҫма монтажланған. «Киске Өфө», № 19,2012.
МОНТАЖЛАТЫУ (монтажлат-) ҡ. йөкм. ҡар. монтажлау, понуд. от монтажлау. Кинокадрҙарҙы монтажлатыу. Спектаклде музыкаль яҡтан монтажлатыу. Монтажлатып бөтөу.
МОНТАЖЛАУ (монтажла-) (Р: монтировать; И.: assemble; T.: montaj yapmak) ҡ.
1. Монтаж (1) яһау. □ Монтировать.// Монтирование. Төрлө техниканы монтаж
335