Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 336 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОНТАЖЛАУСЫ
лау. Монтажлай башлау. Монтажлап сығыу.
■ Студенттар бында [Ишембай нефть кол -леджында] .. машиналар эшләу технологияһы, сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник яҡтан эшләтеу, информатика белгеслектәре буйынса уҡый. Башҡортостан календарынан.
2. Фильм һ. б. өсөн төшөрөлгән кадрҙарҙан кинотаҫма төҙөү. □ Монтировать (фильм и т. д.). Фильм монтажлау. ■ Кинофильмдарҙы монтажлағандасы һымаҡ, ҡараңғы һәм боҙоҡ кадрҙарҙы киҫеп ташлап ҡына ҡотолоп булмай бында [тарихта]. Башҡортостан календарынан.
МОНТАЖЛАУСЫ и. ҡар. монтажсы.
Монтажлаусыға эште тапшырыу. Монтажлаусы булып эшләу.
МОНТАЖЛАШЫУ (монтажлаш-) ҡ. урт. ҡар. монтажлау, взаимн. от монтажлау. Кинокадрҙарҙы монтажлашыу. Техниканы монтажлашыу. Монтажлаша башлау. Монтажлашып тороу.
МОНТАЖНИК (монтажнигы) [рус.] и. ҡар. монтажсы. Монтажниктар өсөн йөкләмә. Монтажниктар саҡырыу.
МОНТАЖСЫ (Р.: монтажник; И.: fitter, rigger; T.: montajcı) и.
Монтаж менән шөғөлләнгән эшсе; монтажлаусы. □ Монтажник. Монтажсы булып эшләу. Монтажсыға уҡып сығыу. Монтажсылар бригадаһы.
МОНТАЗАМ [ғәр. (Р: приведённый в порядок; И.: orderey; T.: muntazam) с. иҫк.
Тәртипкә килтерелгән, тәртипле. □ Приведённый в порядок. Монтазам эш процесы. Монтазам маршрут.
МОНТАЗАМ ҒӘСКӘР (Р: регулярная армия; И.: regular trooops army; T: muvazzaf ordu) и. иҫк. хәрби.
Дәүләт тарафынан һәр ваҡыт (һуғыш булғанда ла, тыныс ваҡытта ла) тотола торған армия; даими ғәскәр, даими армия. □ Регулярная армия. ■ Быларҙың [ғәскәрҙәрҙең] 1535 ҡәҙәреһе монтазам ғәскәрҙән, ҡалғаны мишәр, башҡорт, ҡалмыҡтарҙан ғибәрәт. М. Һаҙыев.
МОНТАЗИР [ғәр. АН (Р: ожидаемый; И.: expected; T: muntazir) с. иҫк.
Зарығып, өмөт менән көткән. □ Ожидаемый, желаемый. ■ Инде байҙың урыны турҙә, юғары, ни һөйләй, тип, монтазир халыҡ бары. Картотека фондынан. Саф куңелдәр, йәшле куҙҙәр рәхмәтеңә монтазир. М. Ғафури.
МОНТАР (Р: грязь в непроточной воде; И.: dirt, siet, mud; T.: çamur) и. иҫк.
Аҡмай ятҡан һыуҙа барлыҡҡа килгән бысраҡ. □ Грязь (е непроточной воде). Һыуҙағы монтар. Кул монтары. ■ Ваҡыт менән ғумер тигәнең дә аға ла аға шул. Уға тотҡар ҙа, монтар ҙа юҡ. Ғ. Хөсәйенов. • Аҡҡан һыуҙа монтар юҡ, ташҡын кисмәҫ толпар юҡ. Әйтем.
МОНТАРЛАУ (монтарла-) (Р: марать; загрязнять; И.: soil, dirty; T: kirletmek) ҡ. иҫк. кит.
1. Кер, бысраҡ тейҙереү; бысратыу. □ Пачкать, марать, загрязнять. Таҙа һыуҙы монтарлау. Быуа һыуы монтарланып ята.
2. кусм. Үҙ-ара насар мөғәмәлә булдырыу (кешеләр араһында). □ Мараться (о челове-ческом поведении). Намыҫыңды монтарла-ма. Араларҙы монтарлау. Үҙ-ара монтарланып тороу.
МОНТАҺА [ғәр. (Р: переутомление; И.: overstrain; T.: çok yorulmak) и. иҫк. кит.
Аҙаҡҡы, һуңғы сик; ахмал. □ Переутомление. Монтаһаға ҡалып эште тамамлау. Йәйәу атлап, монтаһаға төштөк. Монтаһаға килеп етеу. Эште ахырына еткергәнсе, монтаһаға төштөк.
МОНТЁР [рус. < фр. monteur] (Р: монтёр; И.: fitter; T.: montör) и.
1. Машина һәм ҡорамалдарҙы монтажлау менән шөғөлләнгән кеше; монтажсы. □ Монтёр, монтажник. Монтёр булып эшләу. Монтёрҙар бригадаһы. ■ Ә инде ай аҙағында эш хаҡы ла мулыраҡ алынғас, монтёрҙарҙың куңеле тағы ла кутәрелә төштө. Ә. Байрамов.
2. Электр үткәреү, электр ҡорамалдарын ҡуйыу менән шөғөлләнгән белгес. □ Мон-
336