Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 337 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

моң
тёр, электромонтёр. / Монтёрский. Монтёр ҡорамалдары. Монтёр кейеме. ■ Ә унда [төпкөл ауылда] монтёрҙар электр сымдарын йүнәтеп йөрөй икән. Башҡортостан календарынан. Биленә монтёрҙар ҡайышы быуып алған Ғәлим .. өйҙәренә күҙ йүгертеп сыҡты. Н. Мусин.
МОНТЁРЛЫҠ (монтёрлығы) (Р.: работа монтёра; И.: fitter’s job; T.: montör işi) и.
Монтёр эше, монтёр һәнәре. □ Работа монтёра. Монтёрлыҡҡа уҡыу. Монтёрлыҡ һәнәрен үҙ итеү. Монтёрлыҡ буйынса белем алыу.
МОНТОҠ (Р: содранный; И.: flayed; Т.: sıyrılan) с. диал.
Мөнтәлеп бөткән; сонтоҡ. □ Содранный, искромсанный. Монтоҡ ҡойроҡ. Монтоҡ һыртлы һыртлан. Монтоҡ башлы ҡаплан. ■ Ботаҡ аҫтында монтоҡ, ҡойроғо сонтоҡ. Йомаҡ.
МОНТӘҠИД [ғәр. (Р: критик; И.: critic; T.: münekkit) и. иҫк. кит. ҡар. тәнҡитсе.
Тәнҡит менән шөғөлләнеүсе. □ Критик. Монтәҡид ҡарашы. Монтәҡид һүҙе. ■ Буржуазия тәрилкәһен ялап йөрөгән әҙиптәр, мөхәррирҙәр вә монтәҡидтәр .. синфи көрәште, әһле фоҡараның синфи аңын томаларға маташа. 3. Шәрҡи.
МОНУМЕНТ [рус. < лат. monumentum] (Р: монумент; И.: monument; T.: anıt) и.
Оло ваҡиға йәки күренекле шәхестәр хөрмәтенә һалынған архитектура йәки скульптура ҡоролмаһы; һәйкәл. □ Монумент. Өфөләге Дуҫлыҡ монументы. Монумент ҡуйыу. Монументҡа барыу. ■ Дауытҡа иң оҡшағаны Салауат батырға һәйкәл буласаҡ атлы монумент эскизы булды. 3. Биишева.
МОНУМЕНТАЛЬ (Р: монументальный; И.: monumental; T.: anıtsal) с.
1. Ҙурлығы, мөһабәтлеге менән тәьҫир итерлек. □ Монументальный, величественный, объёмный, мощный. Монументаль бина. Монументаль башня. Монументаль скульптура. ■ Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа Ағиҙел йылғаһының текә ярына ҡуйылған һәйкәл 1967 йылдың 17 ноябрендә асыла. Ошо әҫәр
монументаль скульптура әлкәһендә иң ҙур ҡаҙаныш иҫәпләнә. Башҡортостан календарынан.
2. Ҙур, тәрән йөкмәткеле, киң күләмле. □ Монументальный, основательный, содержательный, глубокий, крупный. Монументаль әҫәр. Монументаль хеҙмәт. Фәндәге монументаль асыш. ■ Һ. Дәүләтшинаның халыҡ тормошо тураһындағы монументаль роман тыуҙырыуы — ысын мәғәнәһендә ижади героизм ул. Ғ. Хөсәйенов. «Урал батыр» — башҡорт халҡының боронғо аң кимәлен сағылдырған монументаль поэтик ҡомартҡы. М. Сәғитов.
МОҢ I (Р: печаль; тоска; И.: grief, sorrow; T.: bun) u.
1. Борсоп торған, тынғы бирмәгән уй; хәсрәт, ҡайғы. □ Печаль, тоска; кручина. ■ Әле лә моң тулышҡан мөлдөрәмә һағышлы күҙҙәрҙең миңә төбәлгәнен шәйләмәйем дә. «Ағиҙел », № 3,2012. Моңло бала түгел инем, моңдар төштө башыма. Халыҡ йырынан. Һәр бәндәнең моңо бар. «Әл-ҡисса Буҙйегет».
2. Һағыныуҙан, юҡһыныуҙан тыуған ауыр кисереш; һағыш. □ Уныние, печаль, тоска. ■ Ләкин беләм, ғәзиз Уралымда тамыр йәйгән йөрәк моңдарым. А. Игебаев. • Яҡшы әҙәмдә ҡон булмаҫ, яман әҙәмдә моң булмаҫ. Әйтем.
3. күсм. Килешле, ярай торған, яҡшы нәмә. □ То, что подходит, полезно кому, для чего. • Аҡыл һатыу ололарға ғына моң. Әйтем. Йоҡо бесәйгә генә моң. Әйтем.
♦ Моң түгел ҡайғырыр лыҡ урыны юҡ тигән мәғәнәлә ҡулланыла. □ Не испытывать нужду, соотв. Не беда! ■ Әхмүш хәҙер аҡсаға моң түгел, теләгәнсә әйттерә-типтерә. Б. Бикбай. Ярай, машинаң бар, ул боҙолһа, тачанкаға ултырып йөрөрһөң, уныһы моң түгел, — тип өҫтәне генерал. Р. Өмөтбаев.
МОҢ II (Р: мелодия; И.: tune; T: melodi) и.
1. Күңелде елкендергән, күңелдә нескә хистәр уятҡан аһәңле тауыш, көй. □ Мелодия, мотив, напев. Йыр моңо. Ҡурай моңо. Гармун моңо. ■ һайра, һайра, һандуғасым,
337