моң
сихри моңоң тынмайым. «Ағиҙел», № 11, 2011. Дуҫым Ибраһимдың ҡурайҙа уйнаған моңдарының иҫәбе юҡ. Ә.-З. Вәлиди. Моң өйрәткән ҡоштарын урманында үҫтергән. «Мәргән менән Маянһылыу». • Һәр ҡоштоң үҙ моңо бар. Әйтем.
2. Әйтелеш ыңғайына килтерелгән аһәңле тауыш; көйлө, матур әйтелеш; музыкаллек. □ Мелодичное звучание, голос.
■ Яҙғандарым кешенеке төҫлө тугел... Ниңә икән? Әһә, моң юҡ шиғырымда: «Ауылымды һағынам» тигән. «Ағиҙел», № 3, 2012. Туған тел моңо иркәләу һүҙҙәренә, бишек йырҙарына һалына. Туған тел моңо аша әсә менән баланың тел берлеге нығына бара. Тел моңо беҙҙең өндәребеҙгә һалынған. «Киске Өфө», №21, 2012.
МОҢ III (Р.: печально; И.: with sorrow; sorrowly; T.: bunlu) р.
Һағыш ҡатыш моңһоулыҡ менән. □ Печально, с грустью. Моң ғына йөрөу. Тауыштың моң ғына сығыуы.
МОҢ IV (Р.: нужда; И.: need; T.: ihtiyaç) и.
Нужа, мохтажлыҡ. □ Нужда. Моңло моңон һөйләр. • Моңло кеше моңон һөйләгәндә, моңһоҙҙоң башы ауырта. Әйтем.
МОҢАЙТЫУ (моңайт ) (Р: печалить; И.: sadden; T.: bunaltmak) ҡ.
Ауыр уйға, ҡайғыға төшөрөү; яманһыулатыу. □ Печалить, заставить кого-л. тосковать. ■ Һайрамаҫы, һары һандуғасым, йөрәгемә үтә тауышың, моңайтмаҫы, һары һандуғасым, ташып бара минең һағышым. Халыҡ йырынан.
МОҢАЙЫУ (моңай-, моңая) (Р: печалиться; И.: be sad; grieve; T.: bunalmak) ҡ.
1. Ауыр уй, ҡайғы-һағыштан бойоғоу; яманһыулау. □ Печалиться, тосковать, грустить. Моңайып китеү. Моңайып ултырыу.
■ Мин үҙем дә, атҡа атланһам, йә шашып дәртләнәм, йә яман моңаям. М. Кәрим.
2. Тәрән, нескә тойғо менән йырлау йәки көйләү. □ Напевать грустные, печальные песни, мелодии. ■ Бер мәл шулай моңайып ултырғанда, ишекте ипле генә ҡаҡтылар, берәү башҡортса-урыҫсалап: «Эй, егет! Бигерәк ҡыҙғаныс йырлайһың. Әйт, ниндәй йомошоң бар?» — тип өндәште. Б. Рафиҡов.
3. миф. Аңлашылмаған моңһоулыҡҡа бирелеү. □ Предаваться чувству грусти, печали; падать духом. ■ Үлер кешенең япрағы бер йыл алдан төшә. Япрағы төшкән кеше бер йыл моңайып йөрөр, ти. Башҡорт мифологияһынан.
МОҢАЙЫШЫУ (моңайыш ) ҡ. урт. ҡар. моңайыу, взаимн. от моңайыу. ■ Моң-һағыштан алланғанмы Ырғыҙ сәсе — ҡылғандар? Ниңә улар моңайышып, һағайышып ҡалғандар? Р. Ғарипов.
МОҢ БУЛЫУ (моң бул-) (Р: печалиться; И.: grieve; T.: kederlenmek) ҡ.
1. Берәй нәмә юҡлыҡтан аптырау; зар булыу. □ Печалиться, грустить. Кеше күрмәй, яңғыҙлыҡтан моң булып ултырыу.
2. Кинәнеү, риза булыу. □ Довольствоваться, наслаждаться, удовлетворяться. • Арпа еймәҫ арғымаҡ ҡупырыҡҡа моң булыр. Әйтем. Һоло ашамаҫ арғымаҡ япраҡҡа моң булған. Әйтем.
МОҢДАШ (Р: печальник; сострадалец; И.: sympathizer; T.: duygudaş) и.
Моңо, ҡайғыһы уртаҡ булған кеше йәки бер нәмә. □ Тот, кто разделяет чью-л. печаль; сочувствующий, сострадалец. ■ Бында килгәс, ул [ҡарт] бигерәк тә Әхмәҙулла менән серҙәш һәм моңдаш булып китте. М. Ғафури. Ялп-ялп иткән ябалаҡ кемгә юлдаш булмаған? Ҡырҙа үҫкән төҙ ҡурай кемгә моңдаш булмаған? Ҡобайырҙан. • Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ. Мәҡәл. Курҡаҡ менән юлдаш булма, көйһөҙ менән моңдаш булма. Мәҡәл. Ирҙең юлдашы ла ат, моңдашы ла ат. Әйтем.
МОҢ-ЗАР (Р: кручина; горесть; И.: sorrow, grief, anguish; T: bun ve sıkıntı) и. йыйн.
Ауыр кисереш, ҡайғы-хәсрәт; аһ-зар. □ Кручина, печаль, горесть. ■ Барыһынан да элек, йыр ул — күңел емеше, моң-зар ауазы. Интернет селтәренән. Ул [Юрғашты йылғаһы], быуаттар буйы халыҡтың моң-зарын йыуып, ағала аға. Я. Хамматов.
МОҢ-ЗАРЛЫ (Р: печально-грустный; И.: sorrow, ful; grievious; T.: bunlu ve sıkıntılı) с. йыйн.
338