Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 339 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

моңло
Ауыр кисерешле, ҡайғы-хәсрәтле; аһ-зарлы. □ Печально-грустный, несчастный. Моң-зарлы әсә. Моң-зарлы ҡыҙ бала. Моң-зарлы етемдәр ҡайғыһын уртаҡлашыу.
МОҢ ИТЕҮ (моң ит ) (Р.: жить в нужде; И.: live in poverty; T.: ihtiyaç içinde olmak) ҡ.
Нимәгәлер зар булыу; мохтажлыҡ кисереү. □ Жить в нужде. ■ Атаһы булмаһа ла, улын Рәмилә еңгә моң итеп аҫраманы. Улы өсөн талпынып йәшәуен бәхет һананы. К. Кинйәбулатова.
МОҢ-КӨЙ и. йыйн. ҡар. моң II, 1. И Сыйырсыҡ, сыйырсыҡ, ояңдан осоп сыҡ, оҡшаһа был өйөң, тугелһен моң-көйөң. Р. Ғарипов. Ул [һандуғас] бит барлыҡ милләттәр яратырлыҡ уртаҡ моң-көй менән һайрай.
С. Поварисов.
МОҢЛАНДЫРЫУ (моңландыр-) (Р: заставить грустить, печалиться; И.: make smb be sad; grieve; T.: bunaltmak) ҡ.
1. Ауыр уй һалып яманһыулатыу. □ Заставить грустить, печалиться. Моңландырып тора. һағыштан моңландыра. ■ Йәрһеҙ инем — уйһыҙ инем, һин генә уйландырҙың, уйландырҙың, моңландырҙың, куңелде нурландырҙың. X. Назаров.
2. Тәрән, нескә хис менән үҙ алдыңа күңелһеҙ, һағышлы көйҙәр көйләп, болоҡһотоп тороу. □ От грусти напевать печальные песни, мелодии. Моңландыра башлай. Моңландырып ҡуя. ■ Һөйгәнемдән айырылһам, бигерәк моңландыра. Халыҡ йырынан.
3. Күңелгә ятышлы, моңло иттереп йырлау, көйләү, уйнау. □ Мелодично запеть, напевать, заиграть. Моңло тауыш менән моңландырыу. Моңландырып ебә-реу. ■ Кемдеңдер моңландырып оҙон көйгә гармун уйнап ебәргәне ишетелде. М. Тажи.
МОҢЛАНЫУ (моңлан-) (Р: печалиться, тосковать, кручиниться; И.: grieve, be sad / sorrowful; T: bunlanmak) ҡ.
1. Ауыр уй, ҡайғы, һағыш кисереп бойоғоу; моңайыу, яманһыулау. □ Печалиться, тосковать, кручиниться. ■ Белмәйем инде, ниңәлер гел моңланам. Ҡайғы-хәсрәт, моң вә зарлыҡтар менән. Ш. Бабич. Моңһоҙҙар ҙа
моңланһын, йоҡлағандар уянһын, уянһын да уйланһын, йоҡлауынан оялһын!.. Р. Ғарипов.
2. Тәрән, нескә хис менән үҙ алдыңа йырлау йәки көйләү; моңайыу. □ Напевать грустные, печальные песни, мелодии. Үҙ алдына моңлана, һәр саҡ моңланып йөрөй. ■ Хайран ҡалып беҙҙең был дуэтҡа, моңланырһың әле, һөйгәнем. Р. Сөләймәнов.
3. Күңелгә ятышлы ауаздар сығарыу; һайрау. □ Петь мелодично, издавать мелодичные звуки. ■ Эскенәйең бошһа, сыҡ яланға, төрлө ҡоштар шунда моңлана. Халыҡ йырынан.
МОҢЛАУ (моңла-) (Р: напевать грустные, печальные мелодии; И.: hum; T: hüzünlü şarkı söylemek) ҡ. һөйл.
Моңло итеп көйләү, моңланыу. □ Напевать грустные, печальные мелодии. ■ Йырлайҙыр ҙа егет, ай, моңлайҙыр, шишмәләрҙәй моңо ҡайнайҙыр. Халыҡ йырынан. Быуат-быуат ил моңон моңлай торған ҡурайын тағы һаҡлап уҫтергән, шул Уралды яу баҫҡас, яу сабыуҙан тайшанып, ятып ҡалған булырмы? «Мәргән менән Маянһылыу».
МОҢЛАШЫУ (моңлаш-) (Р: напевать вместе; И.: sing together, sing to one’s heart’s content; T: beraber şarkı söylemek) ҡ. һөйл.
1. Бергә йырлашыу, көйләшеү йә һайрашыу. □ Напевать вместе. Ҡушылып моңла-шып ултырыу. ■ Был урманда иртә таңдан кискә ҡәҙәр ҡоштар береһе береһенә ҡушылып моңлаша. Әкиәттән.
2. Серләшеү йә кәңәшләшеү. □ Советоваться, делиться секретами. Икәу-ара тиҙ генә моңлашып алдылар. ■ Серен әйтеп моңлашыр юлдашы юҡ — бер ғәрип, ил-йортонан айырылған — ярты йәнле бер ғәрип. «Әл-ҡисса Буҙйегет».
МОҢЛО I (Р: печальный; И.: sad, mournful, doleful, wistful; T: bunlu) с.
1. Аһ-зарлы, ҡайғы-хәсрәтле. □ Грустный, печальный, тоскливый. Моңло яҙмыш. Моңло тормош. ■ Ибраһим ул йылды бик һағышлы, моңло ине. Ә.-З. Вәлиди. Моңло ҡалған атама, зарлы булған анама, ата берлән анаға сәләмемде әйтә кур. «Әл-ҡисса
339