моңло
Буҙйегет». • Моңло кеше зарын һөйләгәндә, моңһоҙ кешенең башы ауырта. Әйтем.
2. һағышы булған, һағыш хистәрен кисергән. □ Эмоциональный, глубоко лиричный. Моңло егет. Моңло бала. ■ Моңло ғиб-рәт алһын тип, улһәм, һуҙем ҡалһын тип, һуҙем уҡыған әҙәмдәр беҙгә фәтә бирһен тип. «Әл-ҡисса Буҙйегет».
3. Юҡһыныу тойғоһо уятҡан; һағышлы. □ үрустъш. MoHfiıo минут-
тар. MoHfiio ҡараш. Моңло тауыш. М Ҡараш һайын серле осҡон сәсә моңло, уйсан ҡара куҙҙәрең! Д. Юлтый. Барыһы ҡалды... Ҡалды Оло Эйек — зарлы, моңло, нурлы бишегем, ошо бишек аша мин тәу тапҡыр асып индем донъя ишеген. 3. Биишева.
4. Күңелде елкендергән, күңелдә һағыш уятҡан; матур яңғырашлы. □ Мелодичный, певучий. Моңло көй. ■ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Рәсулеваны беҙ «Ирәндек моңдары», Башҡорт дәуләт филармонияһы залындағы сығыштары, радио, телевидениела яңғыраған моңло йырҙары аша беләбеҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005.
5. Моңайырға, йырларға әүәҫ; моңға, хискә бай. □ Мелодичный, певучий (голос). Моңло кеше. Моңло йырсы. ■ Башҡорт дәуләт опера һәм балет театры солисы .. Йәмил Әбделмәнов — илаһи көскә эйә моңло тауышы менән тамашасыларҙың куңелен арбаған оло талант эйәһе. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2005.
МОҢЛО II (Р.: печально; И.: grievously; T.: bunlu)/;.
1. Һағыш, юҡһыныу тойғоһо, аһ-зар менән. □ Грустно, тоскливо. ■ Тынлыҡты ярып, бынан алыҫ тугел туғай юлы буйлап кемдер утә моңло, утә зарлы итеп йыр йырлап утте. М. Кәрим.
2. Матур моң тулы тауыш менән. □ Мелодично. Моңло булып ишетелеу. Моңло итеп йырлау. Моңло итеп көйләу. ■ Һай, данлыҡлы ҡурайсылар, һоҡландырып уйнаусылар, буласаҡты юраусылар! Тартығыҙ ҡурайҙы нығыраҡ, йырлатығыҙ моңлораҡ! «Ҡуҙыйкүрпәс». Алпамыша, һәр саҡ итек ҡунысында йөрөй торған ҡурайын алып,
бик моңло итеп тарта торған булған. «Алпамыша». Урал ғына ҡошо, ай, һандуғас, ат менгәндә моңло һайраның. Халыҡ йырынан.
МОҢЛО-ЗАРЛЫ (Р.: печальный; грустный; И.: grievous, sorrowful; T: bunlu ve sıkıntılı) с.
Ҡайғы-хәсрәтле, аһ-зарлы. □ Печальный, грустный. ■ Шағирға ҡоштар — ҡыҙғатауҙарҙың моңло-зарлы тауыштары һуғыш йылдарын хәтеренә төшөрә, уға «ут-кәндәргә барып урарға» мөмкинлек бирә. «Ағиҙел», № 9, 2008. Тейешһеҙгә тугелә икән ҡайнар йәшем. Моғайын, ул моңло-зарлы булғанғалыр ғәзиз башым. К. Кинйәбулатова.
МОҢЛОЛОҠ (моңлолоғо) (Р: грусть; печаль; И.: grief, sorrow, sadness; T.: bunluluk) и.
1. Һағыш, юҡһыныу; моңһоулыҡ.
□ Грусть, печаль. Н [Кулдә] ниндәй тәрән моңлолоҡ, хәсрәт, ҡурҡыныс тынлыҡ! Б. Ишемғол.
2. Моңло булыу хәле (йырға, тауышҡа ҡарата). □ Мелодичность, музыкальность. Көйҙөң моңлолоғо. ■ Тауышының көслөлөгөнә, моңлолоғона, кукрәгенең киңлегенә һоҡланып бөткөһөҙ ине уның [Хәмиттең].
3. Биишева. Зарлы ғына ғорур халҡым минең, моңлолоҡта юҡтыр тиңдәшең. Т. Ғәниева.
МОҢСАН (Р: склонный к печали; И.: inclined to sorrow; T.: bunlu) c.
Уй-моң менән тулған; һағышлы, моңсол.
□ Склонный к печали, тоске. ■ Рәхмәт һиңә, моңсан йөрәк, тубәнселектән ерәндең, керләнеуҙән ҡурҡа-ҡурҡа, саф булырға өйрәндең. Ҡ. Даян.
МОҢСОЛ с. ҡар. моңсан. ■ Йылға буйын маҡтай-маҡтай, моңсол ҡоштар йыр һуҙа. С. Әлибаев.
МОҢ-ҺАҒЫШ (Р: печаль-тоска, уныние; И.: melancholy, depression; anguish; T.: bun ve sıkıntı) и. йыйн.
Күңелдәге төрлө ауыр тойғо; аһ-зар, ҡайғы-хәсрәт. □ Печаль-тоска. Моң-Һағыш тулы йөрәк. Моң-Һағыштан зарығыу. Моң-һағышты таратыу. ■ Шаулама, ҡамыш,
340