МОҢҺОУЛАНЫУ
сығарма тауыш, унһыҙ ҙа миндә моң-һағыш! Ғ. Мәсғүт.
МОҢҺОҘ I (Р.: беспечный; И.: untroubled, light-hearted, unconcerned; T.: hüzünsüz) c.
1. Хәстәр, мәшәҡәт белмәгән, һис нәмәгә иҫе китмәгән; вайымһыҙ, бошмаҫ, ғәмһеҙ.
□ Беспечный. Моңһоҙ кеше. ■ Ләкин ҡайһы бер моңһоҙ йәндәр матурлыҡты юҡҡа сығара. «Киске Өфө», № 16, 2012. • Кеше хәле иртә инеп кис сығыр — моңһоҙ булһа тыңлаусы. Әйтем.
2. Ҡайғы-хәсрәте булмаған; ҡайғыһыҙ.
□ Беззаботный. ■ Ҡарсығаҡай кеуек моңһоҙ инем, ҡайғы-хәсрәт төштө башыма. Халыҡ йырынан. Төн уртаһында ғына тауҙар артынан ҡалҡҡан моңһоҙ ай, офоҡто яҡтыртып, ҡаршылағы Бишитәктән ҡыҫылып куккә кутәрелде. Я. Хамматов.
3. Моңо булмаған; көйһөҙ. □ Немелодичный, безголосый. Моңһоҙ тауыш.
МОҢҺОҘ II (Р.: беспечный человек; И.: care-free person; T.: hüzünsüz kimse) и.
1. Бошмаҫ кеше. □ Беспечный человек. ■ Йән көйҙөргөс моңһоҙҙарҙан туйҙым. М. Ғәли.
2. Моңо булмаған кеше. □ Немелодичный, безголосый человек. • Моңһоҙҙоң да бер йыры була. Әйтем. Моңло моңон мөңрәгәндә, моңһоҙҙоң башы ауыртҡан. Әйтем.
МОҢҺОҘ III (Р: беспечно; И.: carelessly, carefree; T.: hüzünsüz)/?.
1. Хәстәр, мәшәҡәт белмәй, һис иҫе китмәй генә; вайымһыҙ, бошмаҫ, ғәмһеҙ. □ Беспечно. Моңһоҙ ҡыланыу. Моңһоҙ эш итеу. Моңһоҙ булып ҡалыу.
2. Ҡайғы-хәсрәте булмай; ҡайғыһыҙ.
□ Беззаботно. Моңһоҙ йөрөу. Моңһоҙ ғына йәшәу. ■ Әммә Камалов быға ҡәҙәре бер ҡасан да уҙен хужаһының ниәтен белмәйенсә аҙбарҙа моңһоҙ ғына көйшәп торған һарыҡ тәкәһеләй итеп тойғаны юҡ ине. Р. Вәлиев.
3. Моңо, тауышы юҡ килеш, көйһөҙ көйө. □ Немелодично, без голоса. Моңһоҙ итеп йырлау. Моңһоҙ уйнау.
МОҢҺОҘЛОҠ (моңһоҙлоғо) (Р: беспечность; И.: unconcern; T.: hüzünsüzlük) и.
Моңһоҙ булыу сифаты; вайымһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек. □ Беспечность, беззаботность. Моңһоҙлоҡтан ҡотолоу. Моңһоҙлоҡҡа юл ҡуймау. ■ Бөгөндән ук егеләйек эшкә, етер һибелеуҙәр юҡ-барға. Касан бөтөр беҙҙә был моңһоҙлоҡ, был аңҡаулыҡ, ләғнәт ялҡаулыҡ? Р. Бикбаев.
МОҢҺОРАУ (моңһора-) ҡ. ҡар. моңайыу 1. ■ Башҡаса һис борсомам һине [йөрәк] моңһорап, булһа ла ғумер өҙөлгән йыр һымаҡ. С. Ҡудаш.
МОҢҺОУ I (Р.: грустный; И.: sad, sorrowful; T.: hüzünlü) с.
1. Күңелһеҙ уй-тойғо кисергән; бойоҡ. □ Грустный, печальный. Моңһоу кеше. М Йәнә шуны шәйләнем: миңә утә таныш моңһоу куҙҙәр ҡарай, тилмереп, ялбарып ҡарай. М. Кәрим.
2. Күңелһеҙлек, төшөнкөлөк сағылдырған; бойоҡ. □ Унылый. Моңһоу төҫ. Моңһоу йөҙ. ■ Ваҡытында хәл иткес аҙым яһау дөрөҫөрәк тугелме ни? Шулай тип уйланы ике балаһын етәкләп, береһен кутәреп автобус туҡталышына атлаған моңһоу йөҙлө сибәр ҡатын. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2005. Һағыш тулы куңел -моңһоу куңел, кем янына барып һыйыныр? Башҡортостан календарынан.
3. Күңелһеҙ, ауыр тойғо менән һуғарылған; күңелгә моң һалған; шомло. □ Печальный, грустный, унылый. Моңһоу тауыш. Моңһоу тынлыҡ. • Бала курмәгән ой — ҡош һайрау ын ишетмәгән моңһоу урман. Әйтем.
МОҢҺОУ II (моңһо-) ҡ. ҡар. моңайыу 1. ■ Юғалтҡандай иң-иң ҡәҙерлемде, тирә-яҡҡа моңһоу ҡараным. X. Ҡунаҡбай.
МОҢҺОУЛАНЫУ (моңһоулан-) (Р: грустить; И.: be blue, sad; T.: hüzünlenmek) ҡ.
1. һағышҡа бирелеү, күңелһеҙләнеү; уйға батыу. □ Грустить, печалиться, унывать. Моңһоуланып ултырыу. Моңһоуланып йөрөу. Моңһоуланып тороу. Н Һыҙылып атҡан таңға ҡарап һоҡланырға, алһыуланып, офоҡто йыуған шәфәҡте куреп моңһоуланырға, ысыҡтан эйелгән сәскәләрҙе һыйпап ҡарарға кәрәк. «Башҡортостан ҡы
341