Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 342 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОҢҺОУЛАТЫУ
ҙы», № 12, 2010. Кук йөҙөндә моңһоуланып тулған ай ғына... Р. Назаров.
2. Моңһоу төҫ алыу, моңһоуға әйләнеү. □ Печалиться, унывать. Ҡатын ҡапыл моңһоуланып китте. ■ [Яңыл:] Энемдең йөҙө оторо ҡарайып, йәмһеҙләнеп китте, былай ҙа моңһоу ҡарашы тағы моңһоуланды. Р. Камалов.
МОҢҺОУЛАТЫУ (моңһоулат-) (Р: заставить грустить; И.: make sad; sadden; T.: hüzünlendirmek) ҡ.
Моңһоу төҫкә индереү; моңһоу итеү.
□ Заставить грустить, печалиться, унывать. Урман шауы моңһоулата. Көҙгө ямғыр моңһоулата. ■ Тышта фонарь яҡтыһында ергә төшкән эре ҡар бөртөктәре куңелде тағы моңһоулатып ебәргәндәй итте. Р. Сол-тангәрәев.
МОҢҺОУЛЫҠ (моңһоулығы) (Р: грусть; И.: sadness, nostalgia, melancholy; T.: bunluluk) и.
Күңелһеҙ, яманһыу тойғо; һағыш.
□ Грусть, печаль. Моңһоулыҡ тойғоһо. ■ «Булмышымдан ҡаса алмайым. Ижадымда куберәк моңһоулыҡ өҫтөнлөк итә икән, берук мине шулай ҡабул итегеҙ», — ти йырсы. «Башҡортостан», 6 апрель 2012. Йәш ҡатын һурылып киткән, йөҙөнә моңһоулыҡ ятҡан, куҙҙәрелә ҡыҙ сағындағылай нур бөркөп, уйнап-көлөп тормай. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2005.
МОПЕД [рус.] (Р: мопед; И.: motor bycicle, moped; Т.: moped) и.
Моторлы велосипед. □ Мопед. Мопед менән йөрөу. Мопед һатып алыу. Мопед руле. Мопед өсөн тәгәрмәс.
МОРАҘЫМ (Р: название родовых подразделений башкир; И.: Bashkir clan names; T.: Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Бөрйән, тамъян, ҡыпсаҡ ҡәбиләләренә ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме.
□ Название родовых подразделений башкир племён бурзян, тамьян, кыпчак. Мораҙым иләуе. Мораҙымдар йәйләуе. Мораҙымдар тибене. Мораҙымдар сабынлығы.
МОРАЛ и. зоол. ҡар. марал. ■ Һуйыр, ҡор кеуек ҡош-ҡортто, болан, морал, ҡо
ралайҙарҙы атыуҙан бөтөнләй тыялар. Н. Мусин.
МОРАЛЫУ (морал-) (Р: извиваться; И.: twist, wind; meander; T.: bükselmek) ҡ. диал. ҡар. ағыу I.
Борғоланып ятыу. □ Извиваться (о дороге, дыме)', течь (о реке). ■ Морал-морал моралған, тауға барып терәлгән. Халыҡ ижадынан. Морал-морал моралып, төтөн урғылмаймы һуң? Әйтештән.
МОРАЛЬ 11 рус. < фр. morale ‘әҙәп’ < лат. moralis ‘әҙәпле’] (Р: мораль; И.: morality; Т.: ahlâk) и.
1. Ижтимағи тәртип ҡағиҙәләре; әхлаҡ. □ Мораль, нравственность, правила нравственности. Ижтимағи мораль. Сәйәси мораль. ■ Ураҙа — шундай һынауҙарға [ярлылыҡҡа, ауырыуға [мораль яҡтан да, физик яҡтан да әҙерлек. «Киске Өфө», № 28, 2012. Башҡорттарҙан һәм татарҙарҙан физик йәһәттән ныҡлы, мораль яҡтан тотороҡло, 40 йәштән утмәгән кешеләрҙән дивизия ойоштороу эшен башларға тәҡдим иттеләр.
3. Ураҡсин.
2. Ғибрәтле нәтижә; һабаҡ,ғибрәт. □ Мораль, вывод, урок. Мораль һөйләу. Мораль булыу. Морале нимәлә? ■ Мәҫәл йыш ҡына мораль менән ослана, бында автор әҫәрҙең төп идеяһын аңлатып бирә. К. Әхмәтйәнов. М. Ғафури 1910 йылда яҙылған шул уҡ исемле [«Сиңерткә менән Кырмыҫҡа»]мәҫәлендә йәй буйы «көндәрен шатлыҡ менән уткәргән», әҙерҙе ашап, әҙерҙе эсеп, бар ваҡытын уйын-көлкөгә булгән Сиңерткәгә «аҡыллылар эшен ваҡытында эшләй» тигән мораль сығара. «Ағиҙел», № 8, 2009.
МОРАЛЬ II (Р: моральный; И.: moral; Т.: ahlaki) с.
1. Әхлаҡи; әҙәпкә, әхлаҡҡа бәйле. □ Моральный. Мораль сифат. Мораль принциптар.
2. Кешенең рухи донъяһына мөнәсәбәтле. □ Моральный, духовный, внутренний. Мораль ярҙам. Мораль яҡтан тотороҡло булыу. Мораль яҡтан тарҡау кеше. Н Беренсе өлөштә Әхмәди буҙрәтчик мораль яҡтан һиҙелерлек еңелеугә осрай. Ж. Кейекбаев. «Этҡол бәйете»ндә халыҡтан
342