Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 344 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОРЖ
морҙар бысраҡ ҡулдар аша китте. Тыныс бул, йәш шағир. М. Ғафури.
3. миф. Ҡара көстәр сығанағы; үләт. □ В башкирской мифологии источник опасности. Морҙарҙан һаҡланыу. Морҙарҙан им-том. Морҙарҙан әпсен әйтеү.
♦ Морҙар китеү үҙ-үҙеңде үлтереү. □ Самоубийство. ■ Ниндәй алтын тәхет емерелмәне, ниндәй шаһтар морҙар китмәне! М. Ғафури. Морҙар киткере әрләгәндә әйтелә. □ Пожелание позорной смерти без отпущения грехов. И [Эбей:] Ҡалмырҙа, Ырыҫмырҙа!.. Һай, морҙар ғына киткерҙәре! Әкиәттән. Морҙар үлеү үҙеңде үҙең үлтереү, кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы. □ Самоубийство. Морҙар үлеүе күбәйҙе. Морҙар үлеүенән ҡурҡыу. Морҙар үлеүе менән китергә яҙмаһын.
МОРЖ [рус.] (Р.: морж; И.: walrus; Т.: mors) и.
1. зоол. Оҙон ҡаҙыҡ тешле, оҙон мыйыҡлы, йөҙгөс аяҡлы эре һөтимәр диңгеҙ хайуаны. □ Морж. / Моржовый (лат. Odobenus rosmarus). Инә морж. Морж балаһы. Морж тиреһе. ■ Морждың аҙау тештәренең оҙонлоғо 1 метрға, ауырлығы 5—6 килограмға етә. Интернет селтәренән.
2. күсм. Ҡыш көнө боҙло һыуҙа йөҙгән кеше. □ Морж (человек, купающийся в холодной и ледяной воде). Морждар ярышы. Морждар өсөн асыҡ бассейн.
МОРЗЕ [рус.] (Р.: Морзе; И.: Morse code; T.: Mors kodu) и.
1. (баш хәреф менән) Ҙур арауыҡҡа һыҙыҡ һәм нөктәнән торған сигналдар аша мәғлүмәт тапшырыу ысулы (Америка рәссамы һәм уйлап табыусыһы Самюэл Морзе иҫтәлегенә аталған). □ Морзе, морзянка. Морзе коды. Морзе азбукаһы. Морзены өйрәнеү. Морзе сигналдарын ҡабул итеү.
2. ҡар. Морзе аппараты. Морзе ярҙамында сигнал биреү. Морзены тиҙ арала йүнәттереү. ■ Вокзал эсендә йәш телеграфист егет морзены туҡылдата. А. Таһиров.
МОРЗЕ АЗБУКАҺЫ (Р: азбука Морзе; И.: Morse alphabet; T: Mors alfabesi) и.
Телеграф аппараты аша тапшырыу өсөн йәтешләп, нөктә-һыҙыҡ менән
билдәләп төҙөлгән хәреф һәм һандар системаһы. □ Азбука Морзе. Морзе азбукаһын ҡулланыу. Морзе азбукаһын өйрәнеү. Морзе азбукаһы аша тапшырыу.
МОРЗЕ АППАРАТЫ (Р: аппарат Морзе; И.: Morse device, apparatus; T: Mors cihazı) u.
(баш хәреф менән) Морзе азбукаһы менән хәбәр тапшыра торған ябай аппарат. □ Аппарат Морзе.
МОРЗИСТ [рус.] (Р: морзист; И.: the Morse device operator; T: Mors kodunu kullanan kimse) u.
Морзе аппаратында эшләгән телеграфист. □ Морзист (телеграфист, работающий на аппарате Морзе). Морзисҡа уҡыу. Морзист сигналдары. Караптың морзисы.
МОРМОНДАР (Р: мормоны; И.: Mormons; T: Mormonlar) и.
XIX быуатта АҠШ-та барлыҡҡа килгән дини секта вәкилдәре. □ Мормоны. Мор-мондар йолаһы. Мормондарҙың дини тәғлимәте. Мормондарҙың бер вәкиле сығыш яһаны.
МОРОЖНЫЙ [рус. мороженое] (Р: мороженое; И.: ice cream; T: dondurma) и. һөйл.
Ҡаймаҡҡа йәки һөткә емеш һуты ҡушып, туңдырып яһалған ашамлыҡ; туңдырма. □ Мороженое. Шоколадлы морожный. Морожный ашау. Морожный һатып алыу. ■ «Во кавалер, исмаһам, — тип бөтә ҡыҙҙар алдында Рәмзилде маҡтағайны [Наташа]. - Киноға билет ҡына алып ҡуймай, морожный кәрәкме, шоколад теләйһеңме, тип кенә тора». Д. Бүләков.
МОРОН (Р: морда; И.: muzzle, snout; T: burun) и.
1. анат. Йәнлек һәм ҡош-ҡорттоң ауыҙ һәм танау өлөшө; томшоҡ. □ Морда, рыло. Эт мороно. Бесәй мороно. Сусҡа мороно. ■ Бара торғас, ҡырмыҫҡалар айыуҙы бөтөнләй үк һырып алғандар һәм уның мороно эсенә үк инеп киткәндәр. Ж. Кейекбаев. Бесәй моронон тығып ятһа, һыуыҡ була. һынамыш. Төштәр күреп йоҡлай Аҡбай, имеш тә, ул турғай тотҡан. Морондарын ялап ҡуя, әйтерһең дә, ҡабып йотҡан. Әкиәттән. • Кош моронһоҙ булмаҫ, ҡыҙ урынһыҙ булмаҫ. Әйтем.
344