Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 345 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОРОНДОҠ
2. диал. Тын алыу һәм еҫ һиҙеү ағзаһы; танау (кешегә ҡарата). □ Hoc. ■ Морон ҡысыһа, ирен тартһа, ҡунаҡ килә, күстәнәс ашайһың. Һынамыш. [Алпамыша:] Әсәй, мине мороном менән йөҙтүбән һалма, атайым килгәнсе, үлеп ҡуйырмын! «Алпамыша». • Маҡтансыҡтың мороно күктә. Әйтем.
3. анат. Ҡайһы бер бөжәктәрҙә ҡаяу рәүешендәге аҙыҡланыу ағзаһы. □ Жало, хоботок. Себен мороно. Серәкәй мороно. ■ Еҫте, тәмде бал ҡорттары морондары менән генә түгел, аяҡтары менән дә, тәндәрендәге бөтә токтәре менән дә тоя-лар. Ф. Иҫәнғолов. • Үлер ваҡыты етһә, себендең мороно үткерләнер. Әйтем.
4. анат. Фил һәм ҡайһы бер башҡа хайуандарҙың оҙон булып үҫкән томшоғо. □ Хобот. ■ Фил, икмәкте мороно менән эләктереп алып, ауыҙына ҡапты. Ә. Байрамов.
5. һөйл. Һауыт-Һабаның шыйыҡлыҡты ағыҙа торған осло өлөшө; һемәк. □ Кран, краник; носик (у чайника и т. п.). Сәйгүн мороно. ■ Аш өйөнән сығарып, Оло инәйем сәйнүк морононан миңә [Кендеккә] ниндәйҙер әсе һыу эсерә. Әрем һыуы булырға тейеш. М. Кәрим. Ул [Әхмәҙи] ишек төбөндә ултырған ҡомғандың морононан һыу уртлап алып ҡурайының эсенән тасҡа бөрктө, һикегә килеп ултырҙы һәм бер-ике оҙон көй уйнап алды. Ж. Кейекбаев.
6. Төрлө нәмәнең ослайып алға сығып торған өлөшө. □ Нос или передняя часть разных объектов (лодки, судна, самолёта). Кәмә мороно. Самолёт мороно. ■ Караптың бейек моронон хәтерләткән ҡая башынан бар утрау ус төбөндәгеләй күренеп тора. Р. Вәлиев. Алдағы кәмә ярға барып морон төрттө лә, унан кемдер ҡороға һикереп төштө. Б. Рафиҡов.
7. геогр. Ҡоро ерҙең һыуға ослайып сығып торған өлөшө. □ Мыс (часть суши, выдающаяся острым углом в море, озеро или реку). Канин мороно. Челюскин мороно. ■ Кола тай ауылға бер саҡрым самаһы әрәмә морононан йәлп итеп килеп сыҡты. Ж. Кейекбаев.
8. геогр. Тауҙың ослайып алға сығып торған өлөшө. □ Отрог (передняя часть горы). Тау мороно. ■ Сәскән ташты үткәс, юлыбыҙҙың уң яғында Йәүкәй мороно тигән тау ятып ҡалыр. Бына шул Үрге тауҙың моронондағы ҡая таш теҙмәһе аҫтында ике таш бер-береһенә һөйәлеп, ҡыуыш барлыҡҡа килтереп тора. «Йәшлек», 6 апрель 2012. Яланғас тау морононда һерәйеп ултырыусы оҙон 56 торба ҡарағусҡыл төтөнөн бөркмәй башланы. Ж. Кейекбаев.
9. күсм. Кешенең ауыҙ, танау, бит өлөшөн хурлап йә мыҫҡыл итеп әйтеү. □ Нос, лицо (человека). ■ [Караҡ — участковыйға:] Типке-һуҡҡымды кисерә күр, сөнки, билдәле булғанса, саҡырылмаған ҡунаҡтың моронон ҡыҙартыу борондан изге эш һаналған. Р. Вәлиев. Үҙем өсөн үҙем хурланып киттем. Мороном менән балсыҡ соҡорға һуҡыр сысҡанмы ни мин? М. Кәрим.
♦ Моронға сиртеү диал. ниндәйҙер эш-ҡылыҡ менән икенсе бер кешенең намыҫына тейеү, артта ҡалдырып оятлы итеү. □ со-отв. Утереть нос. ■ [Сәхәү:] Мәхмүт беҙҙең моронға сиртте, сиртте, егеттәр. Ғ. Хәйри. Морон сөйөү эреләнеү, башҡаларҙы һанға һуҡмау. □ Зазнаваться. ■ [Глафира - Иванов тураһында:] Тик, етәксе булғас, моронон сөйҙө, иманһыҙ. Мине күргеһе лә килмәй хәҙер, танауын сирып ҡына ҡараны. Р. Вәлиев. Морон төбө иң яҡын урын, эргә, йәнәш ер. □ Под носом, очень близкое место, рядышком. Н [Арсланов:] Малайҙар немецтың морон төбөнә барып бесән сабып ҡайттылар. К. Мәргән. Морон тығыу кәрәкмәгән ергә ҡыҫылыу. □ Совать нос. ■ Империяның сиктәрен Урта Азияға һәм ҡырғыҙ-ҡайсаҡтар далаһына табан күсереү — дәүләтебеҙҙең мөҡәддәс бурысы. Унда хәҙер Англия менән Франция хөкөм һөрә, Германия ла моронон тығып маташа.
3. Ураҡсин.
МОРОНДОҠ I (морондоғо) (Р: намордник; И.: muzzle; T: burunsalık) и.
1. Тешләй алмаһын өсөн эт йәки башҡа йәнлектең моронона кейҙерә торған селтәр.
345