Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 346 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОРОНДОҠ
□ Намордник. Эткә морондоҡ кейҙереп йөрөтөу. Морондоғон һалдырыу. ■ Иркәбай килде лә, бурегә морондоҡ кейҙереп, ауыҙлыҡлап алды. Шунан ғына ҡороҡтоң ебен бушатты. Ғ. Әмири.
2. Етәкләп йөрөү өсөн дөйәнең, үгеҙҙең моронона тишеп кейҙерелә торған таяҡ йәки дүңгәләк. □ Намордник. Үгеҙ морондоғо. Дөйәгә морондоҡ кейҙереу.
3. Инәһен иммәһен өсөн быҙауҙың, бәрәстең моронона кейҙерелә торған сәнскеле нәмә; борғаҡ. □ Колючий намордник. Морондоҡ кейҙереу. Морондоҡ һалыу.
4. Йүгәндең морон өҫтөнән арҡыры торған өлөшө; моронһалыҡ. □ Намордник. ■ Аттың морондоғон сәйнәп өҙөуе эйәһен ярһытты. Экспедиция материалдарынан.
МОРОНДОҠ II (морондоғо) и. диал. ҡар. мөшкә 1. Тирмән морондоғо. Морондоҡҡа ашлыҡ ҡойоу. Тирмән морондоғон таҙартыу.
МОРОНДОҠ АТАЙ (Р.: названый отец; И.: one's sworn father; T.: manevi baba) и. этн.
Боронғо йола буйынса, туған булмаған ағайҙы йәки морондоҡ әсәйҙең ирен, туғандарса аралашып йәшәү өсөн, бүләк биреп, атай итеп билдәләү. □ Названый отец (муж названой матери). Морондоҡ атайға буләк биреу. Морондоҡ атай өлөшө. ■ Морондоҡ атай билдәләу йолаһы бар. Уны (морондоҡ атайҙы) ҡәйнәһе килен төшә торған ерҙә билдәләй. Ул (морондоҡ атай) ҡыҙҙы (киленде) уҙ ҡыҙы кеуек курергә тейеш. Йола фольклорынан.
МОРОНДОҠ ИНӘЙ и. ҡар. морондоҡ әсәй. ■ Бер аҙҙан «морондоҡ инәй» итеп тәғәйенләнгән Сабира апай, өр-яңы биҙрәләрҙе зәңгәр көйәнтәгә аҫып, һыу башлатырға алып китте. «Шоңҡар», № 9,2009.
МОРОНДОҠ КЕЙӘҮ (Р.: названый зять; И.: my sworn daughter’s husband; T.: manevi kızın kocası) и. этн.
Морондоҡ ҡыҙҙың ире. □ Названый зять, муж названой дочери. Морондоҡ кейәу ярҙамы. Морондоҡ кейәугә йомошҡа барыу. Морондоҡ кейәугә ярҙамлашыу.
МОРОНДОҠ ҠЫҘ (Р: названая дочь; И.: my sworn daughter; T.: manevi kız) и. этн.
Йола буйынса, туған булмаған ҡатынға (морондоҡ әсәйгә) ҡыҙ итеп алынған ситтән төшкән килен кеше; үкел ҡыҙ, ҡиәмәтлек ҡыҙ. □ Названая дочь. Морондоҡ ҡыҙ булыу. Морондоҡ ҡыҙ итеу. Морондоҡ ҡыҙ яһау.
МОРОНДОҠЛАНЫУ (морондоҡлан-) ҡ. төш. ҡар. морондоҡлау, страд, от морондоҡлау. Морондоҡланған быҙау. Ниһайәт, һыйырҙы имеп йөрөгән угеҙ башмаҡ морондоҡланды.
МОРОНДОҠЛАУ (морондоҡла-) (Р: надевать намордник; И.: muzzle; T.: burunsalık takmak) ҡ.
Морондоҡ һалыу, кейҙереү. □ Надевать намордник. Башмаҡты морондоҡлау. Этте морондоҡлау. Малды морондоҡларға ярҙамлашыу.
МОРОНДОҠ ӘСӘЙ (Р: названая мать; И.: my sworn mother; T.: manevi anne) и. этн.
Боронғо йола буйынса, сит ерҙән төшкән килендең аралашып йәшәү өсөн бүләк биреп яһап алған әсәһе; үкел әсәй, ҡиәмәтлек әсәй. □ Названая мать. Морондоҡ әсәй итеу. Морондоҡ әсәй булыу.
МОРОНЛАНЫУ (моронлан-) ҡ. төш. ҡар. моронлау, возвр. от моронлау. Йомортҡаларҙың барыһы ла моронланып бөтмәгән. ■ Рәхмәт инде һеҙгә, моронланып, тыуып килгән яңы көнөмә! М. Уразаев.
МОРОНЛАУ (моронла-) (Р: вылупляться; И.: hatch; T.: yumurtadan çıkmak) ҡ.
1. Йомортҡа ҡабығын эстән тишеп, морон күрһәтеү (сығып килгән ҡош балаһына ҡарата). □ Вылупляться, трескаться перед вылуплением птенца (о скорлупе яйца). Себештәр моронлай башлаған. Йомортҡаның моронламай ҡалыуы. Бер оя өйрәк йомортҡалары моронлаған.
2. Орлоҡтан шытып бәбәк барлыҡҡа килеү. □ Всходить, пускать ростки. Орлоҡтар моронлай. Ергә һибелгән һәр бойҙай бөртөгө моронлаһын.
3. кусм. Башланғыс алыу, донъяға килә башлау. □ Зарождаться. ■ Яҙыусыларҙың купселеге поэзия әлкәһендә эшләй, проза, айырыуса драматургия жанры яңы моронлап ҡына килә. Б. Бикбай.
346