МОРФЕМАТИК
МОРФЕМАТИК (Р: морфематический; И.: morphematic; T.: morfem) с. лингв.
Морфематикаға бәйле. □ Морфематический. Морфематик анализ. Морфематик принцип. Башҡорт телендә һүҙьяһалыштың лексик, лексик-семантик, фонологик, морфематик, аббревиация, лексик-грамматик йәки морфологик һәм лексик-синтаксик юлдарын айыралар.
МОРФЕМАТИКА [рус.] (Р: морфемати-ка; И.: morphematics; T.: biçimbilgisi) и. лингв.
һүҙҙең лексик йәки грамматик мәғәнәгә эйә булған киҫәген өйрәнеүсе тел бүлеге.
□ Морфематика. Морфематика буйынса эш. Морфематикаға ҡағылышлы мәсьәлә. Морфематика бүлеге принциптары.
МОРФЕМИКА [рус.] (Р: морфемика; И.: morphemics; T.: biçimbilim) и. лингв.
1. һүҙҙең морфематик төҙөлөшөн, уларҙың төрҙәрен, билдәләү принциптарын, ҡулланыу үҙенсәлектәрен өйрәнеүсе тәғлимәт. □ Морфемика (лингвистическая дисциплина). Морфемика ҡанундары. Мор-фемиканан студенттар осон дәреслек.
2. Морфемалар составы, уларҙың тибы, ҡулланылыу техникаһы. □ Морфемика (часть языковой системы). Башҡорт теленең морфемикаһы.
МОРФИЙ [рус. < гр. Morpheios] (Р: морфий; И.: morphia; morphine; T.: morfin) и.
Ауыртҡанды баҫа һәм йоҡлата торған наркотик матдә (тәғәйенле күләмдән артығы ағыу була). □ Морфий, морфин. Морфий еҫкәү. Морфий ҡабул итеү. Аҙ күләмдә морфий тәғәйенләү.
МОРФИНИЗМ [рус.] (Р: морфинизм; И.: addiction to morphine; T.: morfinizm) и.
Кешенең морфийға ғәҙәтләнеүе; наркоманияның бер төрө. □ Морфинизм. Морфинизм менән көрәшеү. Морфинизмға ҡаршы препарат. Морфинизмдан дауа курсы үтеү. Морфинизмдан ҡотолоу юлы.
МОРФИНИСТ [рус.] (Р: морфинист; И.: morphine addict; T.: morfinman) и. мед.
Морфинизм менән ауырыған кеше.
□ Морфинист. Морфинисты дауалау.
Морфинистар палатаһы. Морфинистар өсөн айырым процедуралар.
МОРФОЛОГИК (Р: морфологический; И.: morphological; T.: morfoloji) с.
1. биол. Организмдың, ағзаның йәки тупраҡтың биологик төҙөлөш үҙенсәлеге.
□ Морфологический. М БДУ-ның Сибай институты ғалимдары һуңғы йылдарҙа артышты морфологик, генетик яҡтан ныҡлап өйрәнеү менән шөғөлләнә. «Киске Өфө», №35, 2012.
2. лингв. Морфологияға нигеҙләнгән.
□ Морфологический. Морфологик анализ. Морфологик категория. Морфологик состав. ■ Атамаларҙың морфологик варианттарын иҫәпкә алыу ҙа этимологик тикшеренеүҙәрҙә мөһим урын тота. А. Камалов. Исемдең яһалыу юлдарын махсус өйрәнгән профессор Т. М. Ғарипов морфологик, синтаксик, фонетик һәм лексик типтарҙы билдәләп, һәр береһен күләмле фактик материал менән дәлилләй. Л. Хөсәйенова.
МОРФОЛОГИК КАТЕГОРИЯ (Р: мор фологическая категория; И.: morphological category; T.: şekil) и. лингв.
Грамматик мәғәнәләре бер иш формала бирелгән һүҙҙәр төркөмө. □ Морфологическая категория. Морфологик категориялар буйынса мәҡәлә. Морфологик категорияларға миҫал. Морфологик категорияларҙы билдәләү.
МОРФОЛОГИЯ [рус. < гр. тогрһё ‘форма’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: морфология; И.: morphology; T.: morfoloji) и.
1. биол. Организмдың, ағзаның йәки тупраҡтың төҙөлөшөн өйрәнә торған фән.
□ Морфология. Морфология фәне. Кеше организмының морфологияһы. Тупраҡ морфологияһы буйынса белгес.
2. Организмдың, ағзаның йәки тупраҡтың төҙөлөшө. □ Морфология. Үҫемлек һабағы морфологияһы. Тупраҡ морфологияһы. Бактерия морфологияһы. Һөйәк морфологияһы. Модификацион юл менән организм морфологияһын үҙгәртеү.
348