Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 349 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОСАФИРХАНА
3. лингв. Тел ғилемендәге һүҙ үҙгәреше формаларын һәм грамматиканың һүҙ формаларын өйрәнә торған бүлек. □ Морфология. Сағыштырма морфология. Рус теле морфологияһы. Башҡорт теле морфологияһы. ■ Морфология булеге һуҙҙәрҙең уҙгә-реше тураһындағы фән һанала һәм ялғауҙар ҡушыу арҡаһында төрлө грамматик категорияларҙың яһалыуын өйрәнә. Ж. Кейекбаев.
МОРФОНОЛОГИК (Р: морфонологический; И.: morphophonological; T: ses biçimbilgisi) с. лингв.
Морфология менән фонетикаға бәйле булған. □ Морфонологический. Морфоно-логик принцип буйынса. Морфонологик ҡағиҙә. Морфонологик куҙлектән сығып өй-рәнеу. Морфонологик куренештәрҙең төрҙәре.
МОРФОНОЛОГИЯ [рус. < гр. торһё ‘форма’, + phönö ‘он’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р.: морфонология; И.: morphonology, morphophonemics, morphophonology; T.: ses biçimbilgisi) и. лингв.
Тел ғилемендә морфология менән фонетиканың үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә торған бүлек. □ Морфонология. Морфонология булеге. Морфонология белгесе. Башҡорт теленең морфонологияһын өйрәнеу.
МОРЯК (морягы) [рус.] (Р.: моряк; И.: seaman, sailor; T: denizci) и.
Флотта хеҙмәт иткән кеше. □ Моряк. Хәрби моряк. Сауҙа флоты морягы. Моряк булып хеҙмәт итеу. ■ Лидия Николаевна аптырауҙан шаҡ ҡатҡан моряктың киң кукрәгенә маңлайын терәп илап ебәрҙе. Т. Гарипова.
МОСАДДАҠ (мосаддағы) |ғәр.
(Р: доверие; И.: trust, faith, confidence; T.: musaddak) и. иҫк.
Ышаныс, инаныс. □ Доверие. Мосаддаҡ курһәтеу. Г Әнма яҡшы Аллаға мосаддаҡ ҡайҙа, куҙ һалып хәҡиҡәтен аңлағанда. М. Аҡмулла.
МОСАДДИҠ [ғәр. 3^=4 (Р: заверенный, подтверждённый; И.: confirmed, argumented; T: musaddik) с. иҫк.
Дөрөҫлөгө иҫбатланған, ысынлығы раҫланған. □ Заверенный, подтверждённый. Мосаддиҡ хәл. Мосаддиҡ нәмә менән эш итеу.
МОСАЙ (Р: бедреная кость; И.: thighbone, femur; T: uyluk kemiği) и. анат. һөйл.
Оса һөйәге. □ Бедреная кость. Mocaû һөйәге. Mocaû һындырыу. Мосайға рентген уткәреу йунәлтмәһе.
МОСАННИФ [ғәр. < *ь^] (Р: создатель; И.: author; T: musannif) и. иҫк.
Әҫәр ижад итеүсе, китап яҙыусы. □ Создатель, творец, автор. Мосанниф менән осрашыу. Мосанниф ҡултамғаһы. ■ Яҙыптыр мосаннифтар һәр китапҡа, фәсҡ һуҙ алынмаҫ, тип, илтифатҡа. М. Аҡмулла.
МОСАУУИР [ғәр. jj~=“] (Р: художник; И.: artist; painter; T: musavvir) и. иҫк.
Һүрәт төшөрөүсе; рәссам. □ Художник. Мосаууирҙар кургәҙмәһе. Мосаууирҙың рәсеме. ■ Ҡуй бумалаңды, мосаууир, тәр-сем итмә карталар, йәнһеҙ аҡ буҙҙәр куңел-дең ҡайғыһын яңырталар. Б. Мирзанов.
МОСАФИР [ғәр. >^] (Р_: путник; И.: traveller; wayfarer; T: misafir) и.
1. Юлсы, уҙғынсы. □ Путник, прохожий. Мосафир таяғы. Мосафирҙы ҡаршы алыу. ■ Боронғолар уйлауынса, өс көнлөк юлға сыҡҡан кеше мосафир була. Мосафир иһә — гөнаһһыҙ зат. «Ағиҙел», № 11, 2011.
2. Ҡунаҡ. □ Гость. Алыҫтан килгән мосафирҙар.
МОСАФИРХАНА [ғәр. < фарс. >Ь-] (Р: гостиный двор; И.: coaching inn; T.: misafirhane) и. иҫк.
Юлаусылар төшә торған йорт; ҡунаҡхана, ҡуналҡа. □ Гостиница, постоялый двор. Мосафирхана һалыу. Мосафирханала туҡталыу. ■ Донъя мосафирханалыр, инсан да рухтар ғәләменән, әсә ҡарынынан, балалыҡтан, йәшлектән, ҡартлыҡтан, ҡәбер ғаләменән әхирәткә кусеп киткән бер юлсылыр. Интернет селтәренән. Әҙәм балаһы
349