Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 351 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОТИВИРОВКА
Юрматы, үҫәргән, әйле, барын-табын ырыуҙарына ҡараған башҡорт аймаҡтарының исеме. □ Название родовых подразделений башкир-юрматинцев, усерган-цев, айлинцев и барын-табынцев. Мостафа араһы. Мостафа йәйләүе. Мостафа аймағы. Мостафа араһы тамғаһы.
МОСХӘФ [ғәр. ^—] (Р.: Коран; И.: the Koran, Qur'an; T.: Mushaf) и. иҫк. дини.
Ислам диненең нигеҙен, хоҡуҡи нормаларын билдәләгән изге китап; Ҡөрьән. □ Коран. Мосхәф уҡыу. Мосхәф тынмау. ■ Ауырыу янына йыйыла ине муллалар, һәр береһе мосхәф алып ҡулына. С. Яҡшығолов.
МОСҺОҘ (Р.: слабый; И.: weakly, wonky; T.: zayıf) с. диал.
Көсһөҙ, мәсһеҙ, мөсһөҙ. □ Слабый, хилый. Мосһоҙ ағас. ■ Баһау бай ағас башында ултырған ҡойо ул аҙарынды, был аҙарынды: «Ай әттәгенәһе! Ботағы мосһоҙ булған икән дәһә», — тине. Ж. Кейекбаев.
МОСЬЕ [рус. < фр. monsier] (Р: мосье; И.: monsieur; T.: mösyö) и.
1. Францияла ир-ат исеме йә фамилияһы алдынан әйтелгән һүҙ, йыш ҡына ир-аттың исемен белмәй өндәшкәндә лә ҡулланыла. □ Мосье, месье, мсье. ■ «Мосье, был бит Франция һәм мосье Нуриев үҙен беҙҙең яҡлауға тапшырҙы», — тигән тауыш ишетелеп ҡала. «Тамаша», № 2,
2001.
2. иҫк. Рәсәйҙә француз тәрбиәсе, гувернёр. □ Мосье. Мосье һабаҡтары. Мосье ҡарамағында ҡалыу. Мосье Бопрэ -А. С. Пушкиндың француз тәрбиәсеһе.
МОТАЛӘ и. ҡар. моталәғә. Моталә ҡылыу. Китапты моталә итте.
МОТАЛӘҒӘ [ғәр. (Р: доскональное изучение; И.: thorough study; T.: mütalaa) и. иҫк.
Кешенең нимәнелер уҡып, төпсөп өйрә-неүе. □ Доскональное изучение, исследование. Моталәғә эше менән ултырыу. Моталәғә менән булыу. ■ Әлимә уҙенец ауыр ҡайғылы ваҡыттарын уҡыу, моталәғә менән үткәрә. Д. Юлтый.
МОТИВ I [рус. < фр. motif] (Р: мотив; И.: motif; T.: motif) и.
1. әҙ. Әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәренең асылын тәшкил иткән фекер, йөкмәтке. □ Мотив. Көрәш мотивы. Фольклор мотивы. ■ Әкиәттец тулы вариантында был сюжет экспозиция хеҙмәтен генә үтәй һәм «йәш бурҙы һынау» мотивы вазифаһын ғына атҡара. «Ағиҙел», № 11, 2011. Башҡорт варианттарында ла Аҡсахан менән Тарғын араһында ғәмәлдә шул уҡ социаль тигеҙһеҙлек ята. Тимәк, сюжетта социаль мотив төйнәлә. М. Сәғитов.
2. муз. Көйҙөң ике-өс тауыштан тороп, бер логик баҫым менән берләшкән ябай ритмик берәмеге. □ Мотив в музыке, в мелодии. Йыр мотивы. Романс мотивы. ■ Урыҫ уҡымышлылары араһында башҡорт халыҡ йырҙары мотивтарына яҙылған «Прощание башкирца с милой» (1822), «Песень башкирца перед сражением» (1823), «Песень башкирца после сражения» (1828), «К башкирской девушке» (1829) шиғырҙары баҫылып сыҡҡандан һуц, башҡорт фольклорына иғтибар бермә-бер арта. «Ағиҙел», № 9, 2008.
МОТИВ II [рус. < фр. motif] (Р: мотив; И.: motive; T: neden) и. кит.
Ниндәйҙер эшкә, ҡылыҡҡа килтергән сәбәп, нигеҙ. □ Мотив (основание или причина какого-то поступка). ■ Әлбиттә, менталитетты үҙгәртеү бик ҡыйын, әммә беҙ мотивтарыбыҙҙы үҙгәртә алабыҙ. Шул ваҡытта эш-ҡылыҡтарыбыҙ ҙа үҙенән-үҙе үҙгәрәсәк. Интернет селтәренән. Әҙәм балаһының һәр бер ҡылығы, эше артында ниндәй ҙә булһа берәй мотив ята, тип өйрәткәйнеләр. «Киске Өфө», № 16, 2012.
МОТИВАЦИЯ [рус. < лат. motivatio] (Р: мотивация; И.: motivation, reason; T.: motivasyon) и.
Организмдың әүҙемлеген барлыҡҡа килтереүсе һәм уның йүнәлешен билдәләүсе сәбәптәр. □ Мотивация. Юғары мотивация. Мотивацияһы билдәле. Мотивацияға ҡоролған.
МОТИВИРОВКА [рус.] (Р: мотивировка; И.: motivation; reason; T.: motivasyon) и. кит.
351