МОТИВЛАШТЫРЫУ
Ниндәйҙер эш-ҡылыҡтың нигеҙләнгән сәбәбе һәм дәлилдәре. □ Мотивировка. ■ Геройҙың айырым ҡылыҡтарына психологик мотивировка бирелмәй, унда эске динамика бөтөнләй юҡ тиерлек. М. Ғималова. [Арын-баҫаровтың] йәмғиәттәге зарарлы эшмәкәрлеге [митинг уҙғарыуы] һәм эшендәге ҡайһы бер етешһеҙлектәр өсөн, тигәнерәк мотивировка яҙаһың приказға. Д. Бүләков.
МОТИВЛАШТЫРЫУ (мотивлаштыр-) (Р.: мотивировать; И.: motivate; Т.: motive etmek) ҡ.
Эш-ҡылыҡты, фекерҙе нигеҙләп йәки аҡлап дәлил килтереү; дәлилләү. □ Мотивировать. Мотивлаштырып эш башҡарыу. Һәр аҙымы мотивлаштырылған.
МОТИҒ [ғәр. £4^1 (Р: послушный; И.: obedient, dutiful; T.: uysal) с. иҫк.
Тыңлаусан, буйһоноусан. □ Послушный. Мотиғ кеше. Мотиғ булыу. ■ Тәҡсир, һин тәрбиә иткән Идигә бәхет йондоҙонда тыуғанға оҡшай, уның хозурында бар нәмә лә мөләйем, бөтә нәмә лә уға мотиғ куренә. Халыҡ ижадынан.
МОТЛАҠ I (Р: обязательно; И.: necessarily; T.: mutlaka) р.
Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, һис һүҙһеҙ, һис шикһеҙ. □ Обязательно, непременно, безусловно, без сомнения. Мотлаҡ булыу. Мотлаҡ ҡаралыу. Мотлаҡ килеу. Мотлаҡ барыу. Мотлаҡ әйтеү. ■ Һәр башҡортҡа һәм, ғөмүмән, йыйын ҡағиҙәләре менән таныш кешегә шул да яҡшы мәғлүм: ярыштарҙа еңеүселәр мотлаҡ бүләкләнергә тейеш. Халыҡ ижадынан. Ҡаланың мотлаҡ ике ҡапҡаһы буласаҡ, береһе — хан ҡапҡаһы, йәғни Шаҡман хан үҙе генә инеп-сығып йөрөр өсөн, ә икенсеһе — халыҡ өсөн. К. Мәргән.
МОТЛАҠ II [ғәр. 3^] (Р: обязательный; И.: obligatory; mandatory; T.: mutlak) с.
Тейешле; кәрәкле. □ Обязательный, непременный, безусловный. Мотлаҡ сифат. Мотлаҡ шарт. Мотлаҡ эш. Мотлаҡ ҡарар. ■ Әммә Ҡуҙыйкүрпәстең мотлаҡ ошондай уйға килеүен күргәс [Алтыша], ҡуй, был уйыңды ташла, улым, тип өгөтләргә керешә. «Ҡуҙыйкүрпәс».
МОТЛАҠА [ғәр. р. иҫк. ҡар. мотлаҡ I. ■ [Балалар] сабый саҡтан әҙәпһеҙ йөрөп үҫһә, мотлаҡа бер ваҡытта хур булырҙар. М. Ғафури.
МОТЛАҠАН [ғәр. IHI»*] р. иҫк. ҡар. мотлаҡ!. ■ [Рогаткин — Әхтәмгә:]Пакетты мотлаҡан иптәш Лениндың үҙенә тапшыр. В. Исхаҡов.
МОТОБОЛ [рус. < ингл. motorball} (Р: мотобол; И.: motorball; T: motobol) и.
Ике командаға бүленеп мотоциклдарҙа футбол уйнау уйыны. □ Мотобол. Мотобол уйнау. Мотобол уйнауҙарын ҡарау.
МОТОБЫСҠЫ (Р: мотопила; И.: motor saw; T: motorlu testere) и.
Моторлы бысҡы. □ Мотопила, электропила. Мотобысҡы менән бүрәнә бысыу. Мотобысҡы менән эш итеү. ■ Ана шулай үҙе лә аңғармаҫтан тора-туҡтала килеп, Шәһүрә төш алдынан ғына диләнкәгә яҡынлашты. Туҡта, мотобысҡы, балта тауыштары сыға түгелме? Н. Мусин.
МОТОВОЗ [рус.] (Р: мотовоз; И.: petrol, engine; T: lokomotif) и.
Эске яғыулыҡлы двигатель ярҙамында эшләгән бәләкәй ҡеүәтле транспорт сараһы. □ Мотовоз. Мотовоз машинисы. ■ Нисәмә йылдар буйына сеймалды мейестәр эргәһенә лебёдкалар менән ташып маташтылар. Хәҙер.. уны мотовоз ташый. Ә. Вахитов.
МОТОГОНКА [рус. мотогонки] и. спорт. ҡар. мотоярыш. Мотогонка урынын билдәләү. Мотогонкала ҡатнашыу. Мотогонка көйәрмәндәре.
МОТОГОНСЫ (Р: мотогонщик; И.: racing motor-cyclist; T: motor yarışçısı) и. спорт.
Ярышта ҡатнашҡан мотоциклист. □ Мотогонщик. Мотогонсылар ярышы. Мотогонсылар фотоһүрәте. Мотогонсылар осрашыуы.
МОТОГОНЩИК (мотогонщигы) [рус.] и. спорт. ҡар. мотогонсы. Мотогонщиктар ярышы. ■ F. Ҡадыров — Башҡортостандан сыҡҡан билдәле мотогонщик. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005.
352