Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 353 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МОТОРОЛЛЕР
МОТОДРОМ [рус. < лат. + гр. dromos] (Р.: мотодром; И.: motor-cycle racing track; T.: motordrom) и. спорт.
Мотоциклдар ярышы үткәреү һәм һынау өсөн яраҡлаштырылған махсус урын. □ Мотодром. Мотодромды таҙартыу. Мо-тодромға барыу. Мотодром майҙаны.
МОТОКРОСС [рус. < ингл. motocross] (Р.: мотокросс; И.: cross-country motorcycle race; T.: motokros) и. спорт.
Тигеҙһеҙ юлда үткәрелгән мотоциклистар ярышы. □ Мотокросс. Мотокросс уткәреу. Мотокроста ҡатнашыу. Мотокросс бағымсыһы. Мотокроста еңеу.
МОТОПЕХОТА [рус. I (Р.: мотопехота; И.: motorized infantry; T.: bindirilmiş piyade) и.
Хәрәкәт өсөн автомобиль, транспортер һәм башҡа машина ҡулланған йәйәүле ғәскәр. □ Мотопехота. Мотопехота полкы. Мотопехота лагерға яҡынлашты. ■ Беҙҙең мотопехота часы ҡояш байыр алдынан кескәй генә ҡалаға килеп инде. М. Кәрим. Рәсәйҙә 1918 йылдан башлап мотопехота уҡсылар ғәскәре тип йөрөтөлә башланы. Интернет селтәренән.
МОТОР [рус. < лат. motor] (Р: мотор; И.: motor; engine; Т.: motor) и.
1. һәр төрлө энергияны механик энергияға әйләндерә торған машина; двигатель. □ Мотор, двигатель. Кәмә моторы. Самолёт моторы. Трактор моторы. Н Машина йөрөтөусенең һиҙгер куҙҙәре алда утәһе юлды өҙлөкһөҙ барлай, ян-яҡтағы тауыштарҙы, бер көйгә һалынған мотор геуләуен аңғара килә. Р. Әхмәтов. Мәктәп ҡаланың ситендә урынлашҡан: Өфө моторҙар эшләу заводы янында. М. Хафизов. Оҙаҡ ултырҙы Карам һыу тауышына ҡолаҡ һалып. «Ғәжәп инде, — тип уйланы, - йылғаның егеуле аты ла юҡ, ажғырып торған моторы ла, ә туҡтауһыҙ хәрәкәттә». Ә. Хәкимов.
2. кусм. Йөрәк. □ Сердце. Моторым насар эшләй. ■ Был камил мотор [кеше йөрәге] көнөнә 100 000 тапҡыр һуға һәм тәулегенә 10 тонна ҡанды ҡыуа. Интернет селтәренән.
МОТОРИСТ [рус.] (Р: моторист; И.: motor mechanic / operator, machinist; T.: motorcu) и.
Моторҙар буйынса эшләгән белгес. □ Моторист. Моторист булып эшләу. Мотористан машина моторын ҡаратыу. ■ Мөбәрәк леспромхоздың таҡта ярыу заводында моторист булып эшләй. Н. Мусин. Беҙгә [ауылға] төрлө эшселәр, моторист егеттәр, тракторсылар, шофёрҙар килеп тулды ла, шуларҙың һуҙҙәре уҙенән-уҙе телгә йәбешеп бара. Г. Яҡупова.
МОТОРКА [рус.] (Р: моторная лодка; И.: motor boat; T.: motor) и. һөйл.
Мотор ҡуйылған кәмә. □ Моторная лодка. Моторкала йөрөу. Моторка менән барыу. Моторканы ҡалдырып китеу. Моторканы көслө тулҡын әйләндерҙе.
МОТОРЛАШТЫРЫЛЫУ (моторлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. моторлаштырыу. страд, от моторлаштырыу. Дивизия моторлаштырылды. Моторлаштырылып бөттө. Барлыҡ хәрби көстәр ҙә моторлаштырылды.
МОТОРЛАШТЫРЫУ (моторлаштыр ) (Р: моторизовать; И.: motorise /motorization; T.: motorlaştırmak) ҡ.
1. Мотор менән тәьмин итеү. □ Моторизовать. Кәмәне моторлаштырыу. Станокты моторлаштырыу. Һалды моторлаштырып алыу.
2. Механик транспорт менән тәьмин итеү. □ Моторизовать. // Моторизация. 20-се моторлаштырылған сапёр бригадаһы. Хәрби көстәрҙе моторлаштырыу.
МОТОРЛЫ (Р: моторный; И.: motor, motoric; T.: motorlu) с.
Мотор ярҙамында эшләгән; мотор ҡуйылған. □ Моторный (с мотором). Моторлы кәмә. Моторлы уйынсыҡ. Моторлы насос. Бер моторлы самолёт. ■ Төш уҙып, кук көмбәҙенән ысҡынған ҡояш тубәнгә ауыша башлаған мәлендә, кулдең аҡ ташлы бейек ҡаяһы аҫтына моторлы кәмә килеп яғылды. Р. Вәлиев.
МОТОРОЛЛЕР [рус. < нем. Motorroller] (Р: мотороллер; И.: scooter; T.: skuter) и.
12 -1.0062.14
353