Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 354 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

мотоцикл
Двигателе артта йәки эйәр аҫтында урынлашҡан бәләкәй тәгәрмәсле мотоцикл төрө. □ Мотороллер. / Мотороллерный. Мотороллер тормозы. Мотороллер менән йөрөу. Мотороллер һатып алыу. Мотороллер өсөн тәгәрмәстәр.
МОТОЦИКЛ [рус. < лат. motor + гр. kyk-los ‘тәгәрмәс’] (Р.: мотоцикл; И.: motorcycle; motorbike; T.: motosiklet) и.
Эске яғыулыҡлы двигатель ярҙамында хәрәкәт иткән ике йәки өс тәгәрмәсле бәләкәй машина. □ Мотоцикл. Коляскалы мотоцикл. Мотоцикл ярышы. Мотоциклда йөрөу. Я Купер янына бишекле мотоциклдар килеп туҡтаны. И. Абдуллин. Рәшиҙә мотоцикл төтөнөн төтәтеп, ҡапыл ҡалҡыулыҡ аша килеп төштө. С. Агиш.
МОТОЦИКЛЕТ [рус ] и. ҡар. мотоцикл. Мотоциклетта йөрөу. Мотоциклет менән барыу.
МОТОЦИКЛИСТ [рус.] (Р.: мотоциклист; И.: motorcyclist; T.: motosikletçi) и.
Мотоцикл менән йөрөгән кеше. □ Мотоциклист. Мотоциклистар ярышы. М Мотоциклистар бер ритм менән ата-ата уҙ юлдарын дауам иттеләр. И. Ғиззәтуллин. Тиҙҙән мотоциклистар артынан әллә ни алыҫ ҡалмайынса, ике взвод самаһы һыбайлы эсэсовсы килеп етте. Ә. Байрамов.
МОТОЯРЫШ (Р: мотогонки; И.: motorcycle race; T.: motor yarışı) и. спорт.
Мотоциклистар ярышы. □ Мотогонки. ■ Мин дә [Н. Кадырова] мотоярыш-тар буйынса донъя чемпионы Ғабдрахман Кадыровты икенсе төрлөрәк итеп куҙаллай инем. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2005.
МОХАҠҠАҠ [ғәр. 0^1 (Р: истинный; И.: doubtless, true; T.: muhakkak) с. иҫк.
Ысын, хаҡ, шикһеҙ. □ Истинный. Мо-хаҡҡаҡ һуҙ әйтеу. Мохаҡҡаҡ уй. К Бына инде фәҡирҙәр синыфына баҡ: дузөх булды был донъялар мохаҡҡаҡ! М. Ғафури.
МОХАРӘБӘ [ғәр. (Р: война; И.: war; T.: muharebe) и. иҫк.
Ике яҡтың үҙ-ара алышы, һуғышы. □ Война. Мохарәбә башлау. Мохарәбәнән ҡасыу. Мохарәбәлә ҡатнашыу. Мохарәбә иғлан итеу. Бәхәс мохарәбә менән тамамланды.
МОХАРӘБӘ ИТЕҮ (мохарәбә ит ) (Р: воевать; И.: be at war; T.: muharebe etmek) ҡ. иҫк.
Киҫкен, ҡаты алымдар менән үҙеңдең өҫтөн булыуыңды күрһәтеү; һуғышыу. □ Воевать. Егеттәр уҙ-ара мохарәбә итеп алып китте. Көслө илдәр йыш ҡына уҙ-ара мохарәбә итеп тора.
МОХАСАРА [ғәр. bj-l—] (Р: блокада; И.: siege; blockade; T.: muhasara) и. иҫк.
Ҡамалыш, блокада. □ Блокада, окружение. Мохасараға эләгеу. Мохасаранан сығыу. Н Хохлов ҡалған ғәскәрҙәре илә башҡорттарҙың мохасара рәттәренә һөжум итте. М. Һаҙыев.
МОХАСАРА ҠЫЛЫУ (мохасара ҡыл-) (Р: окружить; И.: blockade; T.: muhasara etmek) ҡ. иҫк.
Уратып алыу; ҡамау. □ Окружить, блокировать. Блиндажды мохасара ҡылыу. Мохасара ҡыла башланылар. ■ Улар [Алдарҙар ] уҙҙәре минең йәйләуҙәрҙе мохасара ҡылды. Ғ. Ибраһимов.
МОХТАЖ I [ғәр. (Р: бедный; И.: needy; T.: muhtaç) с.
Етешһеҙ тормошло; ярлы. □ Бедный, нуждающийся в ком-чём. Ярҙамға мохтаж ғаилә. Кәңәшкә мохтаж кеше. ■ [Дейеу -егеткә:] Бик мохтаж сағыңда ошоно [ҡулъяулыҡты] йәйеп кенә һалырһың, бары ла булыр. Әкиәттән.
МОХТАЖ II [ғәр. с^] (Р: нуждаться; И.: need; T.: muhtaç) ҡ.
Нимәгәлер ихтыяж кисереү, ихтыяж булыу. □ Нуждаться. Кәңәшкә мохтаж. Йылы һуҙгә мохтаж. V Белгестәр фекеренсә, ирҙәр — ихтирамға, ҡатын-ҡыҙҙар мөхәббәткә мохтаж. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2005. Баҙарҙарҙан таҫма алдым сәстәремде урергә. Бер нәмәгә мохтаж тугел, мохтаж һине курергә. Халыҡ йырынан. • Бай ярлыға мохтаж, ярлы аҡсаға мохтаж. Әйтем.
МОХТАЖ III [ғәр. ^] (Р: нужда; И.: necessity; T.: muhtaç) и.
Тормош-көнкүрештәге етешһеҙлек; нужа. □ Нужда. Н Карт .. бик байыҡты, ти. Бик байығып киткәс, бөтә мохтажы бөттө, ти. Әкиәттән. Мал тиһәк, малға уның
354