Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 357 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

мөгөҙ
гәнен көт, [иҫерткес] менән булһаң мөбтәлә. М. Ғафури. Был мөхәббәт миндә булһа, миңә лә, шулай ауыр булыуынан ҡурҡып, ысын көсөм менән мөхәббәткә мөбтәлә булыуҙан һаҡланамын. М. Ғафури.
МӨБТӘЛӘ ИТЕҮ (мөбтәлә ит-) (Р.: под вергать чему, ввергать во что', И.: jeopardize; T.: mübtela etmek) ҡ. иҫк.
Ауыр хәлгә, бәләгә дусар итеү, тарытыу. □ Подвергать чему, ввергать во что, обрекать на что. Ауыр хәлгә мөбтәлә итеу. ■ Танымайһың, яуыз! Ялған сихырҙарың менән, шәукәтле Ҡағанды һәләкәткә мөбтәлә иттең, Урҙаны инҡиразға юл тотторҙоң! М. Буранғолов.
♦ Мөбтәләгә төшөү (йәки ҡалыу) ауыр хәлгә, бәләгә, ҡайғыға ҡалыу. □ Попасть в беду. ■ Бер мөбтәләгә ҡалыр булһаң, һис табылмай икән уңайы. Халыҡ йырынан.
МӨБҺӘМ [ғәр. (Р.: непонятный; И.: incomprehensible; T.: mübhem) с. иҫк.
Шик уятҡан, шик тыуҙырған; шом уятҡан, шомло; ышанысһыҙ. □ Непонятный, загадочный, неясный. Мөбһәм уй. Мөбһәм эш. Мөбһәм кеше. Мөбһәм һөйләм. К Алты йыл яҙҙым янып, мөбһәм ҡәләмдәрҙе юнып, алты йыл ҡыҙҙы мейес, суп-сар һаламдарҙы яғып. Ш. Бабич.
МӨБҺӘМӘТ [ғәр. (Р: неизвестность; И.: uncertainty; T.: mübhemat) и. иҫк.
Асыҡланмаған, билдәле булмаған хәл; билдәһеҙлек. □ Неизвестность. Алда мөб-һәмәт. Мөбһәмәттән ҡурҡыу. Мөбһәмәт мәғәнәһе. ■ Вәсуәсә һәм мөбһәмәт менән тилерҙем алты йыл. Ш. Бабич.
МӨБӘЙЙӘН [ғәр. ûH (Р: ясный; И.: clear; T.: mübayenet) с. иҫк.
Асылы билдәле; аңлайышлы, теүәл, конкрет, асыҡ. □ Ясный, понятный. Мөбәййән һуҙ. Мөбәййән йыр. ■ Эшегеҙ мөзәййәндер вәһмегеҙҙә, һуҙегеҙ мөбәййәндер зәғмегеҙҙә. М. Аҡмулла.
МӨБӘРӘК [ғәр. (Р: благословенный; И.: blessed; T.: mübarek) с. иҫк.
Бәхет, ырыҫ, муллыҡ килтергән; изге, уңышлы, бәхетле; ҡотло. □ Благословенный; счастливый, благополучный. Мөбәрәк көн. Мөбәрәк туй. ■ Унан [Бикҡол ишан
дан] ҡалған ҡулъяҙма китаптарҙың береһендә: «Был мөбәрәк китапты 85 йәшемдә кусе-реп яҙҙым. Балаларыма мираҫ булһын», — тигән һуҙҙәр һаҡланған. Р. Шәкүр.
♦ Мөбәрәк булһын уңыш, бәхет теләгәндә әйтелә. □ Да будет благословен (праздник, свадьба и т. д.). Байрамығыҙ мөбәрәк булһын! Я Сабыйға донъя мөбәрәк булған төҫлө. Ғ. Хөсәйенов. [Кәрим:] Ҡотло булһын, мөбәрәк булһын килешеу! Н. Асанбаев. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә — исеме мөбәрәк булһын уның! — шиғри һуҙҙе хөрмәт иткән. Ә. Хәкимов. Мөбәрәк урын юғары вазифалы, дәрәжәле урын. □ Почётное место. Мөбәрәк урынды яулау. Мөбәрәк урын тураһында хыялланыу.
МӨГӨҘ I (Р: рог; И.: horn; T.: boynuz) и.
1. Ҡайһы бер хайуандарҙың маңлайындағы һөйәк матдәһенән торған ҡаты үҫенте. □ Рог, рога (у животных). Ҡәкре мөгөҙ. Үгеҙ мөгөҙө. Мышы мөгөҙө. ■ Бына-бына ҡыҙыл кулдәкле кескәй ҡыҙҙы мөгөҙөнә элеп ырғытасаҡ ул [угеҙ]. М. Кәрим. Билдәштең мөгөҙөнә бау таҡтылар, сананың тәртәһенә бәйләнеләр [Ишмөхәмәттәр]. Т. Ғарипова. • Тәуҙә уҫкән ҡолаҡты, һуңынан уҫкән мөгөҙ утә. Әйтем. Үгеҙ — угеҙгә, угеҙ — мөгөҙгә. Әйтем.
2. Эсемлек һалып эсеү өсөн мөгөҙҙән яһалған һауыт. □ Рог (полый рог животного, употребляемый как сосуд, вместилище). Мөгөҙҙән эсеу. Мөгөҙ яһау. Гәлсәр мөгөҙ. ■ Урал батыр .. мөгөҙҙәге һыуҙы уртланы. «Урал батыр».
3. миф. Һаҡлау, ямғыр булдырыу көсөнә эйә булған уңыш, уңдырышлылыҡ символы. □ Рог, рога (символ плодовитости, плодородия; имеет обережную силу, способен инициировать дождь). ■ Мөгөҙ — ямғыр, муллыҡ, куп балалыҡ, байлыҡ символы. Башҡорт мифологияһынан.
4. миф. Йыландар батшаһы - аҡ йыландың ҡауы. □ Сброшенная змеиная шкурка. ■ Йылан мөгөҙөн тапҡан кеше байый, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Мөгөҙ сығарыу килешмәгән, кәрәкмәгән бер нәмә килтереп сығарыу. □ Испортить какое-л. дело излишним старани-
357