Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 358 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

мөгөҙ
ем. ■ Икенсенән, һәр ваҡыт ситтә ҡуныу ауыл ҡыҙҙары өсөн уңайһыҙ. Сөнки халыҡтың, халыҡтың ғына тугел, Сабираның уҙ әсәһенең дә, юҡ нәмәгә мөгөҙ сығарыуы мөмкин. И. Насыри. [Нурислам — Журавлёвҡа:] Ошонан да мөгөҙ сығарырға уйлайһығыҙмы ни? — Йәштәр бит улар. Ғәҙеллеккә баралар. Ә. Хәкимов. Мөгөҙ сығыу ғәҙәттә, юҡл. (бер-бер эш-хәлдең әһәмиәтен кире ҡаҡҡанда әйтелә) кешенән артыҡ булыу. □ Рога выросли. ■ [Ҡарасәс:] Ырыҫ-дәуләт менән мөгөҙ сыҡмай. X. Ғәбитов, һыйыр мөгөҙөнә элерлек нәмә юҡ бик фәҡир, һис бер кейем-ҡаралды юҡ, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Очень бедно. Өйҙә һыйыр мөгөҙөнә элер нәмәһе, йорт малынан бесәйе лә юҡ. Һ. Дәүләтшина, һыйыр мөгөҙө һындырырлыҡ һыуыҡ бик ҡаты, үҙәккә үткес һыуыҡ. □ Трескучий мороз; такой мороз, что сломит корове рога. Мөгөҙлө түгел әле кемдеңдер һүҙе, фекере менән артыҡ иҫәпләшмәгәнде белдергәндә әйтелә. □ соотв. Мы сами с усами. Мөгөҙөн һындырыу ныҡ шашҡан кешегә тейешле ҡаршылыҡ күрһәтеп, кәрәген биреү. □ соотв. Обломать рога кому-то. Волгаға атлығып килә ине... Шайтан кеуек. Мөгөҙөн һындырҙыҡ [фашистың]. «Ағиҙел», № 5,2010.
МӨГӨҘ II (Р: выпирающая часть некоторых частей тела; И.: protruding limb; T: çıkıntı) и. физиол.
Ҡайһы бер ағзаларҙың бер аҙ ослайып торған өлөшө. □ Выпирающая часть некоторых частей тела, органов. Арҡа мейеһе мөгөҙө. Арҡа мейеһенең артҡы мөгөҙө.
МӨГӨҘ III (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Тамъян ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени тамьян. Мөгөҙ араһы шәжәрәһе.
МӨГӨҘҒАЛПАҠ (мөгөҙғалпағы) (Р: колпак, украшенный жемчугом; И.: cap adorned with pearls; T: İncili külah) и. диал.
Ынйы менән биҙәкләнгән баш кейеме. □ Колпак, украшенный жемчугом. Өр-яңы мөгөҙғалпаҡ. Мөгөҙғалпаҡ кейеп ҡарау.
МӨГӨҘҒОЙРОҠ ҺАҒЫҘАҠТАР и. зоол. ҡар. мөгөҙҡойроҡтар. Мөгөҙғойроҡ һағыҙаҡтар ғаиләһенә ҡарай.
МӨГӨҘ ҠАЛҠАН (Р: щит роговой; И.: corneous (horny) shield; T: kabuk) и.
Гөбөргәйелдәрҙең һәм башҡа ҡайһы бер хайуандарҙың тышында мөгөҙ матдәнән торған япма йәки ҡатлау. □ Щит роговой.
МӨГӨҘ ҠАТЛАУ (Р: роговица; И.: cornea; T: saydam tabaka) и. анат.
Күҙҙең үтә күренмәле ялтыраҡ алғы ҡатламы. □ Роговица; роговая оболочка. Мөгөҙ ҡатлауының елһенеуе.
МӨГӨҘҠОЙРӨҠТАР (Р: рогохвосто-вые; И.: woodwasp species; T: siricoidae) и. зоол.
Ағастарға йомортҡа һала һәм урмансылыҡ эшенә зарар килтерә торған һағыҙаҡҡа оҡшаған яры ҡанатлы бөжәктәр. □ Рого-хвостовые (лат. Siricoidea).
МӨГӨҘ ҠУЙЫУ (Р: прикладывание рога; И.: magical way of healing; T: büyü ile tedavi usulü) и. миф.
Балаға уҙа алмаған ҡатындың енси ағзалары тәңгәленә үгеҙ мөгөҙөн һалып «дауалауҙың» магик ысулы. □ Прикладывание рога (магический способ лечения бесплодия прикладыванием бычьего рога к половым органам женщины). ■ Оҙаҡ балаға уҙмаған ҡатынды мөгөҙ ҡуйыу ысулы менән имләгәндәр. Башҡорт мифологияһынан.
МӨГӨҘЛӨ (Р: рогатый; И.: horned; Т: boynuzlu) с.
1. Мөгөҙө булған. □ Рогатый. Эре мөгөҙлө мал. ■ Йөрәгең етмәй, ҡолонға һирпеп ҡороҡ һалмаған,.. ҙур мөгөҙлө ҡусҡарҙың алдынан ҡуҙын алмаған, .. ҡурсаҡ менән туй яһап, кейеҙ йәйеп уйнаған бер ҡыҙ бала булһаң да, атам менән йәнәшә куп яуҙарҙа булғанһың. Эпостан. Мөгөҙлө ҡара һарыҡтың ике бәрәсе булды: береһе аҡ, береһе ҡара. М. Кәрим. Имеш, ҡояш, кук көмбәҙендәге көндәлек сәфәренең осона сығып, байыуға ҡарай боролғанда, Ирәндектең иркен, йәмле уҙәге буйлап тарбаҡ мөгөҙлө ғәййәр бер
358