Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 359 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӨГӨР-МӨГӨР
мышы Оло Ҡыҙылға һыулауға төшә икән. «Ватандаш», № 5, 2007.
2. кусм. Ғәҙәти, тәбиғи булмаған (кешегә ҡарата). □ Необычный (о человеке). ■ Ниңә, шиғырҙы әллә мөгөҙлө кеше яҙамы? Н. Мусин.
♦ Мөгөҙлө түгел (йәки түгелдер бит) башҡаларҙан артыҡ ере юҡ тигән мәғәнәлә әйтелә. □ соотв. Не семи пядей во лбу.
МӨГӨҘЛӨ ҠУҢЫҘ (Р.: жук-носорог; И.: rhinoceros beetle; T.: gergedanböceği) и. зоол.
Европаның урта һәм көньяҡ өлөштәрендә, Рәсәйҙең Европа өлөшөндә йәшәй торған эре ҡуңыҙ. □ Жук-носорог (лат. Oryctes nasicomis). Мөгөҙлө ҡуңыҙҙарҙың оҙонлоғо 25—40 миллиметрға етә.
МӨГӨҘЛӨ ҺАБАН ТУРҒАЙЫ (Р.: жаворонок рогатый; И.: horned lark; T.: kulaklı toygar) и. зоол.
Европа һәм Төньяҡ Америка тундраларында йәшәй торған, башының ҡабырғаларында ҡауырһын мөгөҙө булған һабан турғайы. □ Жаворонок рогатый (лат. Eremophila alpestris). Мөгөҙлө һабан турғайы тауышы.
МӨГӨҘ ТАБЫУ и. миф. ҡар. мөгөҙ һалыу II. ■ Йылан мөгөҙөн тапҡан кеше байый тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
МӨГӨҘТЕШ (Р: рогозуб; И.: Queensland lungfish; T: akciğerli barramunda) и. зоол.
Айғолаҡтары менән дә, үпкәләре менән дә тын алған, сөсө һыуҙа йәшәүсе, һыу ҡороһа, ләмгә күмелеп ятыусы ике метр оҙонлоғондағы эре балыҡ. □ Рогозуб, бар-раму нда (лат. Neoceratodus forsteri). Мөгөҙ -теш балыҡтары Австралияла йәшәй.
МӨГӨҘ ТӘҢКӘЛӘР (Р: чешуи роговые; И.: corneous (horny) scales; T: pullar) и.
Һөйрәлеүселәрҙең тәндәрендә һәм ҡоштарҙың тәпәйҙәрендә мөгөҙ матдәнән торған тәңкәләр. □ Чешуи роговые.
МӨГӨҘ ҺАЛЫУ I и. миф. ҡар. мөгөҙ ҡуйыу.
МӨГӨҘ ҺАЛЫУ II (Р: поверье о царе змей; И.: superstition concerning the snakes king; T.: yılanla ilgili bir inanç) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, аҡ йыландың мөгөҙө була; уны аҡҡа һалһа, кеше бәхетле, бай була. □ Поверье о царе змей.
МӨГӨҘҺӨҘ (Р: безрогий; И.: muley; Т: boynuzsuz) с.
Мөгөҙө булмаған; туҡал (һыйырға, кәзәгә ҡарата). □ Безрогий, комолый. Мөгөҙһөҙ һыйыр. Мөгөҙһөҙ кәзә. ■ Ни эшләп һыйырҙы мөгөҙһөҙ итеп төшөрҙөң? — тип йылмайҙы Нәсимә Хәмитовна кескәй Рәмискә. «Яҡты юл», 19 март 2011. Ир кешелә һаҡал менән мыйыҡ булмаһа, мөгөҙһөҙ угеҙ кеуек була ул. С. Агиш.
♦ Мөгөҙһөҙ һыйыр <һымаҡ> (йәки шикелле) һөмһөҙ, әрһеҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ Беззастенчивый (о человеке), букв. Как безрогая корова. Мөгөҙһөҙ һыйыр һымаҡ өҫкә менеп килә. ■ Амантаев был турала уйламаҫҡа тырыша, ә уйҙар мөгөҙһөҙ һыйыр шикелле. Ни ҡылырға ла белеп булмай. Р. Солтангәрәев.
МӨГӨҘЬЯПРАҠ (мөгөҙьяпрағы) (Р: роголистник; И.: coontail; T.: çam bitkisi) и. бот.
Мөгөҙьяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған, нәҙек һабаҡлы һыуҙа үҫә торған күп йыллыҡ үлән. □ Роголистник (лат. Cerato-phyllum). Мөгөҙьяпраҡ йыйыу. Мөгөҙьяпраҡ рәсеме.
МӨГӨҘЬЯПРАҠ ҺЫМАҠТАР (Р: ро голистниковые; И.: coontail family; T.: boynu-zotugiller) и. бот.
Нәҙек һабаҡлы, һыуҙа үҫә торған күп йыллыҡ үләндәр ғаиләһе. □ Роголистниковые (лат. Ceratophyllaceae). Мөгөҙьяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡарау.
МӨГӨР-МӨГӨР (Р: подражание бормотанью; И.: sound imitation muttering; T.: mırıldanma sesi) оҡш.
Һөйләшкән кешеләрҙең ситтән тоноҡ булып ишетелгән тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание бормотанью, невнятному разговору. Мөгөр-мөгөр йырлау. Мөгөр-мөгөр һөйләу. ■ Ғарифтың улы, ат егә һалып, Ғөмәр ауылынан йылан арбаусы бер әбейҙе килтерҙе. Ул әбей ерәнсәйҙең эргәһендә, мөгөр-мөгөр уҡынып, хайуанды өшкөрөргә тотондо. Ж. Кейекбаев.
359