Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 360 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӨГӨР-МӨГӨР ИТЕҮ
МӨГӨР-МӨГӨР ИТЕҮ (мөгөр-мөгөр ит-) (Р.: бормотать; И.: murmur; T.: mırıldanmak) ҡ.
Кеше аңламаҫлыҡ итеп һөйләнеү. □ Бормотать, невнятно разговаривать. Мөгөр-мөгөр һөйләнеү.
МӨГӨШ и. диал. ҡар. мөйөш 1. Тыңлашмаған баланы мөгөшкә баҫтыра торғайны уҡытыусы.
МӨГӘЗЕҮ (мөгәзе-) (Р.: плесневеть; И.: grow moldy; T.: küflenmek) ҡ. диал. ҡар. күгәреү П.
Еүешкә боҙолоп күк алыу. □ Плесневеть, покрываться плесенью. Икмәк оҙаҡ торһа мөгәзей.
МӨГӘЗӘЙ [ғәр. (Р: склад для хранения зерна, муки, припасов; И.: sort of warehouse; T.: ambar) и.
1. тар. Октябрь инҡилабына тиклемге ауылдарҙа халыҡтан һаҡлыҡҡа иген йыйып һалыу өсөн хеҙмәт иткән ҙур келәт; ил келәте. □ Склад для хранения зерна, муки, припасов; народный склад. Ҙур мөгәзәй. Мөгәзәй төҙөү. Мөгәзәйгә ашлыҡ бушатыу. ■ Беҙ мөгәзәйҙәге игенде алабыҙ ҙа өләшәбеҙ. Һ. Дәүләтшина. Ләкин һуңғы замандарҙа был эш ҡәтғи тыйылып, башҡорттарға ла тоҙҙо, башҡа халыҡтарға булған кеүек үк, ҡаҙна мөгәзәйҙәренән ҡиммәт хаҡҡа һатырға тигән закондар сыҡты. Ғ. Ибраһимов.
2. у март. диал. Умартаның алына торған өҫкө өлөшө. □ Магазин (в ульях). Тулған мөгәзәй. Мөгәзәй алыу.
3. Иген һала, аҙыҡ-түлек йәки башҡа нәмә тота торған урын; келәт. □ Склад. ■ Уның [Стәрленең] мөгәзәйҙәрендә кейем-һалым да күп. Н. Мусин.
МӨГӘРӘП (мөгәрәбе) [рус. погреб] (Р: погреб; И.: cellar; vault; T.: mahzen) и.
Төрлө нәмә һаҡлау өсөн ерҙе ҡаҙып, өҫтөн ябып яһалған махсус соҡор; баҙ. □ Погреб. Һыуыҡ мөгәрәп. Мөгәрәптә һаҡлау. Мөгәрәп ҡаҙыу. ■ Һыуытҡыс булмағас, тәрән итеп мөгәрәп ҡаҙып, боҙ тултырып ҡуйырға кәрәк ине. Р. Солтангәрәев. [Оло инәй — малайҙарға:] Барығыҙ, ана, мөгәрәптән алып, ҡунағың менән һалҡын ҡатыҡ әсегеҙ.
М. Кәрим. Шкаф, һандыҡ, мөгәрәп, аласыҡ асҡыстары уның [Шәрғиәнең] ҡулында. Ә. Хәкимов.
МӨҒАББИР [ғәр. (Р: толкователь снов; И.: exegetor; T: rüyaları yorumlayan kimse) и. иҫк.
Йоҡола күргән төрлө күренеште юраусы кеше; төш юраусы. □ Толкователь снов. Мөғаббир һүҙҙәре. Мөғаббир ҡарт.
МӨҒЖИЗ [ғәр. (Р: чудный; И.: wonderful; T: muciz) с. иҫк.
Иҫ китерлек, ғәжәпләнерлек. □ Чудный, дивный, волшебный. ■ Уйнағас Иблис ҡулында моңло саз, һәр тарафҡа яңырғас мөғжиз ауаз, шул минуттуҡ тынды ҡалды ер-йыһан, шып баҫылды ҡом-дауыллы ел-буран. Ш. Бабич.
МӨҒЖИЗӘ [ғәр. (Р; чудо; И.: miracle; T: mucize) и.
Иҫ китерлек, ғәжәп ҡалырлыҡ нәмә йәки хәл-ваҡиға. □ Чудо,диво, волшебство. Мөғжизә күреү. Мөғжизә булдырыусы. Л Ә ул мөғжизә һәр даим көндән-көн, быуаттан быуатҡа, нисәмә миллион йылдар ҡабатлана тора. «Ватандаш», № 5, 2007. Тауҙың бер яғы ғына һөҙәк, ҡалған яҡтары текә, ҡая ташлы. Ни мөғжизә менәндер таштарҙа ҡайын, имән, ә аҫтараҡ йәм-йәшел булып селек-фәлән үҫә. Р. Солтангәрәев. Ниндәй тылсым көстәре, мәңгелек моң һәм мөғжизә һалынған М. Хисмәтуллин башҡарыуында .. ҡөҙрәтле «Һандуғас» йырына! Р. Шәкүр. Бындай мөғжизәнең әлегәсә Келәштә булғаны юҡ ине. М. Кәрим.
МӨҒЖИЗӘЛЕ (Р: чудесный; И.: wondrous, miraculous; T: mucizeli) с.
Иҫ китерлек, ғәжәпләнерлек. □ Чудесный, волшебный. Мөғжизәле ҡыш. Мөғжизәле төн. ■ Июль эҫеһе, бесән еҫе, ҡарт ҡайын аҫтында ашау, усаҡ төтөнө, үлән сәйе — Сәмиғ өсөн барыһы ла яңы тормош башланғандасы ише яңы, хикмәтле, мөғжизәле ине. Т. Ғиниәтуллин. [Өйрәнсек — Һөнәрсегә:] Ә һин - шул мөғжизәле көршәктәрҙе тыуҙырыусы кеше. 3. Биишева. Кыҫҡа ғына ғүмеренең аҙаҡҡы мәлендә ул [Мәҙинә], мөғжизәле сағыу нур булып, Нурисламдың
360