Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 361 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

мөғәллимә
яҙмышын балҡытып ебәрҙе лә тиҙ ук һунде, юғалды. Ә Хәкимов.
МӨҒЖИЗӘЛЕК (мөғжизәлеге) (Р.: сверхъестественность; И.: supernaturalness; T.: mucizat) и.
Ниндәйҙер илаһи көскә эйә булғанлыҡ; илаһилыҡ. □ Сверхъестественность.
■ Етмеш ерҙән яраланған Буҙйегет Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте менән тиҙ арала һауыға, Сәйфелмөлөккә ҡыйын саҡта Сөләймән пәйғәмбәр рухы ярҙамға килә. Әммә ундай ку-ренештәр, мотивтар ҡәҙимге ҡасандыр тылсымлы әкиәттәргә хас булған, торараҡ, классик дастандарҙа бер аҙ ислам фантастикаһына яраҡлаштырылған мөғ-жизәлек башланғысы һымаҡ ҡына анҙшшыла башлаған. Н. Зарипов.
МӨҒӨЛӨЙ (Р: детская игра; И.: sort of children's game; bob-cherry; T.: çocuklar oyunu) и. этн.
Малайҙарҙың йәйге уйыны (оҙон һәм ҡыя башлы бәләкәй таяҡ алына; уйнаусылар икегә буленә: бер төркөмө көтә, икенсеһе уйынды алып бара, йәғни таҡтаның осо менән сиртеп, ҡыйыҡбашты һикертә лә һуғып оҙатып ебәрә; көткән кеше уны тоторға йәки алып, кире ояға ташларға тейеш). □ Детская игра. Моғолой уйнау. Моғолой һуғыу.
МӨҒТӘДИЛ [ғәр. (Р: средне; И.: middling; T.: mutedil) р. иҫк.
Урта кимәлдә булған; уртаса. □ Средне, удовлетворительно. Мөғтәдил булыу.
■ Яҙлы-көҙлө сыҡһа ҡояш мөғтәдил булып һауа, кутәрелә ине ерҙән һауаға кум-кук томан. С. Яҡшығолов.
МӨҒӘҘҘӘП [ғәр. —(Р: несчастный; И.: unhappy; T.: mugzib) с. иҫк.
Ғазап-михнәт күргән, ыҙа сиккән; бәхетһеҙ (кешегә ҡарата). □ Несчастный. Мөғәҙҙәп кеше. ■ Улар тел беҙҙәрен сәнсеп, ағыуланды бөтә йәнем, аға йәшем, яна бәғерем, мөғәҙҙәп дәхи выжданым. Д. Юлтый.
МӨҒӘЖЖӘЛ [ғәр. (Р: поспешный; И.: hasty; T.: muaccel) с. иҫк.
Тиҙ башҡарылған, кисектергеһеҙ; етеҙлек, тиҙлек талап иткән. □ Поспешный,
срочный. Мөғәжжәл эш. ■ Мәһәр башы — баҡырса мең һум, шул мең һум эсенән мөғәжжәл илле һум аҡса. М. Буранғолов.
МӨҒӘЙЙӘН [ғәр. (Р: определённый; И.: definite; T.: muayyen) с. иҫк.
Билдәләнгән, билдә ҡуйылған; ниндәй икәне мәғлүм, таныш; билдәле. □ Определённый, установленный. ■ Кем кешегә серен әйтер мөбәййән, ике нәмә булыр уға мөғәййән: тотҡондор кешенең уҙ сере уҙенә, әгәр фаш итһә, булыр тотҡон серенә. Бәйеттән.
МӨҒӘЛЛИМ [ғәр. 3*»] (Р: учитель; И.: instructor; teacher; T.: muallim) и.
Уҡытыу эше менән шөғөлләнгән кеше, дәрес биреүсе; уҡытыусы. □ Учитель. Белемле мөғәллим. Ауыл мөғәллиме. Мөғәллим булыу. ■ Сәләм башта һеҙгә, эй, мөғәллим, ҙур бәхеттәр беҙгә һеҙҙән был тәғлим. М. Өмөтбаев. Шағир һәм фекер эйәһе, мөғәллим һәм атаҡлы мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла.. XIX быуат башҡорт әҙәбиәте тарихында, Башҡортостандың шул дәуер ижтимағи фекер уҫешендә ғәйәт ҙур урын тота. Р. Шәкүр. [Атаһы — Сәйфетдингә:] Киләсәктә мулла йә мөғәллим булып китһәң, ғәжәпме ни. Ә. Хәкимов.
МӨҒӘЛЛИМЛЕК (мөғәллимлеге) (Р: учительство; И.: teaching; T.: muallimlik) и.
Мөғәллим вазифаһы, мөғәллим хеҙмәте. □ Учительство. Мөғәллимлек хеҙмәте. Мөғәллимлек итеу. ■ [Шәмсетдин Зәки] дурт йылдан һуң, ауылдаштарының һорауы буйынса, кире Иҙәк-Ишмәткә ҡайта, һигеҙ йыллап мөғәллимлек итә. «Башҡорт әҙәбиәте антологияһы»нан. Ике йыл ғуме-рем мөғәллимлек менән бик куңелле уҙып китте. М. Ғафури.
МӨҒӘЛЛИМӘ [ғәр. (Р: учительница; И.: female teacher; T.: muallime) и.
Уҡытыусы ҡатын-ҡыҙ. □ Учительница. Мөғәллимә һөйләй. ■ Зәйнәп төшкө ашҡа сығармай ҡалдырам тип ҡурҡытһа ла, Хаяттың уға артыҡ иҫе китмәй. Ә мөғәллимә шунан да ҙур яза бирә алмай. һ. Дәүләтшина. Маһинур мөғәллимә булырға теләй. Ә. Хәкимов. [Зәки — Нәфисәгә:] Бына башҡорттарыма азатлыҡ яулап алып бир
361