мөғәмәлә
гәс тә, хөкүмәт эштәрен ташлап, төпкөлдәге бер башҡорт ауылына барып, икәүләп балалар уҡытырбыҙ, һин дә мөғәллимә бит! Н. Асанбаев.
МӨҒӘМӘЛӘ [ғәр. (Р.: обращение; И.: treatment; manners; T.: muamele) и.
Кемгәлер йәки нимәгәлер ҡарата эске талаптан сығып күрһәтелгән ҡылыҡ; мөнәсәбәт. □ Обращение, обхождение скем-л., отношение к кому-л. Йомшаҡ мөғәмәлә. Итәғәтле мөғәмәлә. Тупаҫ мөғәмәлә. Яҡшы мөғәмәләлә булыу. ■ Конвой менән штабҡа алып барғанда, уға [плен төшкән немец офицерына] булған йомшаҡ мөғәмәләм өсөн ул кеҫәһенән шул сәғәтен сығарып биргәйне. Д. Юлтый.
МӨҒӘМӘЛӘ ИТЕҮ (мөғәмәлә ит-) (Р.: обращаться; И.: treat(smb); T.: davranmak) ҡ.
Кемгәлер йәки нимәгәлер ҡарата мөнәсәбәт күрһәтеү. □ Обращаться, обходиться с кем-л., каким-л. образом. ■ Шуның өҫтөнә ул [Шаһимарҙан Ибраһимов] мәғрифәтселекте, кәрәк икән, либераль идеяларҙы күтәреп алырға әҙер тора, мөғәмәлә итеүе һәм үҙ-үҙен тота белеүе, ҡыйыулыҡ, теләһә кем алдында ла дәрәжәһен төшөрмәүе менән айырылып тора. Р. Шәкүр. [Вәсим — Шамратовҡа:] Дуҫтар менән һағыраҡ мөғәмәлә итәләр! Д. Бүләков.
МӨҒӘҺӘДӘ [ғәр. (Р: договор; И.: treaty; T.: muahede) и. иҫк.
Ике арала төҙөлгән килешеү; вәғәҙә. □ Договор. Мөғәһәдә төҙөү. ■ Вәхәнәй бабай ҙа баярға ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Пашковҡа Оло Әрмет йылғаһында һалабаш быуаһы төҙөргә рөхсәт итте. Улар ошо турала мөғәһәдә яҙышты. И. Ғиззәтуллин.
МӨДДӘҒИ [ғәр. (Р: претендент; И.: claimant; T.: müddei) и. иҫк.
Дәғүә итеүсе, дәғүә итеп эш ҡуҙғатыусы. □ Претендент. Мөддәғи булыу. ■ Камил ир ғәйеп эҫтәмәҫ, күҙләр һәнәр, мөддәғи күҙләп һәнәр, ғәйебен күрәр. С. Сарай. Сеү, ҡазый быларҙың белде эшене, бойорҙо мөддәғи булмыш кешене. Һ. Сәлихов.
МӨДДӘҒӘ [ғәр. (Р: претензия; И.: claim; challenge; T.: müddea) и. иҫк.
Нимәгәлер ҡарата көслө ынтылыш, дәғүә ителгән нәмә. □ Претензия, притязание; иск. Мөддәғәне иҫбат итеү. ■ һәр бер тараф мөддәғәһен ҡылыр иҫбат. М. Ғафури.
МӨДИР [ғәр. j^] (Р: заведующий; И.: head; person in charge; T.: müdür) и.
Ниндәйҙер эш, ойошма, идара етәксеһе; башлыҡ, етәксе. □ Заведующий. Кафедра мөдире. Балалар баҡсаһы мөдире. Мөдир итеп ҡуйыу. ■ Ауыл халҡы, бала-саға ҡырыла. Яҡутта өс йөҙ йорттан яртыһы буш ҡалды. .. Бына шул саҡта хөкүмәт ауылда ашхана асып, атайымды мөдир итеп ҡуйҙылар. Р. Шәкүр. Йәштәргә ҙур өйҙөң ике бүлмәһе тәғәйен ителде, ярайһы уҡ мәғлүмәтле Исмәғил барса келәт-складтарҙың мөдире итеп үрләтелде. Ә. Хәкимов.
МӨДИРИӘТ [ғәр. (Р: руководство; И.: leaders; management; T.: müdüriyet) и. иҫк.
Ниндәйҙер эш йәки ойошма башындағы етәкселәр төркөмө; етәкселек. □ Руководство. Мөдириәт кәңәшмәһе. Мөдириәт күрһәтмәһе. ■ [Мазлумов:] Мәҙрәсәнең мө -дириәте .. уҡыу-уҡытыу программаларын яҡшыртыу юлында зәррә ҡәҙәре лә эшләмәгән. Ғ. Ғүмәр.
МӨДИРЛЕК (мөдирлеге) (Р: заведование; И.: manager’s position; T.: müdürlük) и.
Мөдир вазифаһы, мөдир хеҙмәте. □ Заведование. Мөдирлек вазифаһы. Мөдирлекте тапшырыу. Мөдирлектән алыу. ■ Мөдирлекте һорап алманым. Кушҡандар икән, эшләрбеҙ, — тиеү менән сикләнде Айнур, бик ғәрлеге килһә лә. Н. Мусин. [Камил] һуңғы мәлдә генә, ҙурыраҡ мәсьәләләргә тотоноп, очерктар яҙа башлағаны бирле, мөдирлектән үҙ ихтыяры менән бушарға мәжбүр булды. Ә. Хәкимов.
МӨДҺИШ [ғәр. (Р: страшный; И.: frightful; T.: müthiş) с. иҫк.
Күңелгә шом, ҡурҡыу хисе һалған; хәүефле, хәтәр; ҡот осҡос. □ Страшный; ужасный. Мөдһиш уй. Мөдһиш дошман. Мөдһиш төш. ■ Шул шәһәрҙә бар ғәжәп ҙур бер һарай, һәр ерен йөрөһәң йөрөрһөң туҡһан ай! Шаһты шул мөдһиш һарайға кереттеләр, бер тәхет күк ҡалҡыуға ултырттылар. Ш. Бабич. Төштө тәхеттәр емерелеп,
362