Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 363 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӨҘРӘҮ
батшалар, таждар, бығауҙар. Яҡтылыҡты ҡаплаған мөдһиш, ҡараңғы пәрҙәләр юҡҡа сыҡтылар бөтөнләй. Ш. Фидаи.
МӨДӘРРИС [ғәр. (Р.: преподаватель медресе; И.: instructor in a Moslem school; T.: müderris) и. иҫк.
Мәҙрәсәлә дәрес биреүсе; өлкән уҡытыусы. □ Преподаватель медресе. Мөдәррис ҡушыуы буйынса. Талапсан мөдәррис. ■ Мәғлумдер ки, донъяла бай балалары мал ҡәҙерен вә мөдәррис балалары ғилем ҡәҙерен лазим мәртәбә белмәҫтәр. Р. Фәхретдинов. [Сәйфелмөлөктөң] уйы — .. данлыҡлы мәҙрәсәлә мөдәррис булып .. билбауҙағы алтын иҫәбенә ирәуән-һирәуән дәуер һөрөу. Ә. Хәкимов.
МӨДӘРРИСЛЕК (мөдәррислеге) (Р: преподавательство; И.: teacher's office; T.: müderrislik) и. иҫк.
Мөдәррис вазифаһы, мөдәррис хеҙмәте. □ Преподавательство. Мөдәррислек талаптары. Мөдәррислек бурыстары.
МӨДӘРРИСЛЕК ҠЫЛЫУ (мөдәррислек ҡыл-) (Р: преподавать в медресе; И.: teach; T.: müderrislik yapmak) ҡ. иҫк.
Мөдәррис булып эшләү, мөдәррис вазифаһын үтәү. □ Преподавать в медресе. Ҡаҙаҡтар араһында мөдәррислек ҡылыу.
МӨДӘФӘҒӘ [ғәр. (Р: сопротивление в целях самозащиты; И.: self-defence; T.: müdafaa) и. иҫк.
Һаҡланыу маҡсатында күрһәтелгән ҡаршылыҡ. □ Сопротивление в целях самозащиты. Мөдәфәғә курһәтеу. Мөдәфәғә итергә тырышыу. ■ Буре килә, угеҙ ҡыла мөдәфәғә, бурене һөҙә, һаман ситкә ҡаға. М. Ғафури.
МӨҘ БУЛЫУ (мөҙ бул-) (Р: быть одураченным; И.: be nicely left; T.: kandırılmak) ҡ. һөйл. диал. ҡар. һемәйеү.
Нимәлер өмөт итеп, буш ҡалыу, нимә-нәндер мәхрүм булыу. □ Быть одураченным, лишённым чего-н. Мөҙ булып ҡалыу.
МӨҘҘӘТ [ғәр. (р.: отрезок времени; И.: time space, segment; T.: müddet) и. иҫк.
1. Купмелер дауам иткән мәл, ваҡыт арауығы. □ Отрезок времени, пора, время. Мөҙҙәт биреу. ■ Ҡоторҙо шайтан, килде
мөҙҙәте: һөсләтә баҙар, һалдат хеҙмәте. X. Назар.
2. Нимәнелер башҡарыу өсөн билдәләнгән ваҡыт сиге. □ Срок. Мөҙҙәте етте. Мөҙҙәте бөтөу. Мөҙҙәте еткәс, ҡайтыр әле. ■ Мулланың, әллә ҡайҙан фәтуәләр табып: «Хәҙер Үмәр ҡыҙы Гөлйөҙөм һинең улыңа хәләл ефетлеккә ярамай, сөнки ул хәҙер сит егет ҡулында нәмәхәрәмгә әйләнде, уны яңынан алған хәлдә лә ике ай ғиҙҙәт һаҡларға, һәм һеҙгә шул мөҙҙәт эсендә сабыр итергә тура килә», — тип һөйләуенә асыуынан ярыла яҙҙы [Ныязғол]. һ. Дәүләтшина.
МӨҘҘӘТЛЕ (Р: ограниченный каким-л. сроком; И.: limited by some term; T.: müddetli) с. иҫк.
Оҙаҡҡа иҫәпләнелмәгән, ваҡытлыса ғына булған; ваҡыты сикле, ваҡытлы. □ Ограниченный каким-л. сроком; имеющий какой-л. срок, временный. Мөҙҙәтле ссуда. Мөҙҙәтле эш. Мөҙҙәтле документ.
МӨҘҘӘТҺЕҘ (Р: бессрочный; И.: without time-limit; termless; T.: müddetsiz) с. иҫк.
Ваҡыт менән сикләнелмәгән, ваҡыт ҡуйылмаған, ваҡыты сикһеҙ. □ Бессрочный. Мөҙҙәтһеҙ паспорт. Мөҙҙәтһеҙ булыу.
МӨҘ ИТЕҮ (мөҙ ит ) (Р: одурачить кого', И.: befool; T.: kandırmak) ҡ. һөйл.
Кемделер һемәйтеү, нимәнәндер мәхрүм итеү. □ Одурачить кого, лишить кого че-го-н.; обездолить.
МӨҘРӨНКӨ (Р: полный нужды; И.: busy; infatigated; T.: yorgun) с. диал. ҡар. йонсоу.
Ыҙалы, яфалы, мәшәҡәтле. □ Полный нужды, трудный. ■ Ошо арала бик мөҙ-рөнкө булды, һарынаға ла йөрөп ҡараныҡ, уныһы ла табылманы. Ә. Әлибаев.
МӨҘРӘТЕҮ (мөҙрәт-) (Р: ослаблять; И.: weaken; T.: zayıflatmak) ҡ.
Ныҡ йонсотоп хәлһеҙләндереү. □ Ослаблять, обессиливать кого. Мал-тыуарҙы мөҙрәтмәй сығарыу.
МӨҘРӘҮ (мөҙрә-) (Р: ослабевать; И.: weaken; T.: zayıflamak) ҡ. диал. ҡар. киңгәү.
1. Ныҡ йонсоп хәлһеҙләнеү. □ Ослабевать, терять силы. Аслыҡтан мөҙрәу. Ауырыуҙан мөҙрәу.
363