МӨҘҺӨРЛӨ БАЛДАҠ
2. Һүлпәнләнеү; баҫынҡыға әйләнеү. □ Становиться вялым. Ауыр эштән мөҙрәу.
МӨҘҺӨРЛӨ БАЛДАҠ (балдағы) и. диал. ҡар. мөһөрлө балдаҡ. Мөҙһөрлө балдаҡ кейеу.
МӨҘӘККӘР [ғәр. (Р.: относительно мужского пола; И.: pertaining to the male sex; T.: müzekker) с. иҫк.
Ир-атҡа ҡағылышлы. □ Относительно мужского пола. И Ай булмаһа, йондоҙ менән тон яҡтырмай, фәрҡәдҡә мохтаж тугел нурланған ай. Исемем мөҙәҡкәр тип маҡтанмаһын, ҡояшҡа хурлыҡ бирмәҫ тәь-ниҫ замир. М. Аҡмулла.
МӨҘӘКӘРӘ [ғәр. (Р.: совещание; И.: conference; T.: müzakere) и. иҫк.
Төрлө мәсьәләне бергәләшеп ҡарау өсөн тупланған күмәк ултырыш; кәңәшмә. □ Совещание; собрание. Мөдәрристәр мөҙәкә-рәһе. Мөғәллимдәр мөҙәкәрәһе. ■ Телде бер ҡалыпҡа һалыу юлында төрлө мөҙәкәрә булды. Т. Йәнәби.
МӨҘӘКӘРӘ ИТЕҮ (мөҙәкәрә ит-) (Р: обмениваться мнениями; И.: exchange opinions; T: müzakere etmek) ҡ. иҫк.
1. Һөйләшеп, фекер алышыу; кәңәшләшеү. □ Обмениваться мнениями. ■ Үҙҙәренең ниндәй ҡәбиләғә мәнсуб иҡәнен белеу, шул турала мөҙәкәрә ҡылыу буйынса ҡаҙаҡ халҡы беренсе милләттер. М. Ғафури.
2. Нимәлер тураһында фекерен, мөнәсәбәтен белдереү. □ высказывать своё мнение о чём-л. И Был конституцияның проектын беҙҙең илдең алтмышлаған милләт һәм халыҡтары уҙ телендә уҡып, мөҙәкәрә итте. һ. Дәүләтшина.
МӨҘӘКӘРӘ ҠЫЛЫУ (мөҙәкәрә ҡыл-) ҡ. иҫк. ҡар. мөҙәкәрә итеү.
МӨҘӘРИС [ғәр. и. ҡар. мөдәррис. ■ [Шәмсетдин Зәки:] Бөтә шәкерттәрем менән бергә Стәрлебаштағы Харис мөҙәрис мәҙрәсәһенә кусеп килеп, бына әле лә ошонда сауап ҡылам. Я. Хамматов. Уй-ниәттәре фәрештә ҡанаттарына ҡундымы, бер заман Илешкә Урал аръяғы ер-һыуҙар башы Мөслимдән йомошҡа йөрөктәр килеп төштө. Ике мәхәлләле оло ауылдарына имам-хатип мөҙәрис кәрәк икән. Ғ. Хөсәйенов.
МӨЖАБ [ғәр. ч-1^] (Р: удовлетворённый чем-л.] И.: content (with smth); T: mücap) с. иҫк.
Һорауы, үтенесе ҡабул ителгән. □ Удовлетворённый чем-л.; убедившийся в чём-л. ■ Дине, кануны мөжабынса ғибәҙәттә булыр. С. Яҡшығолов.
МӨЖИМ [ғәр. (Р: гипнотизёр; И.: mesmerizer; T: hipnozcu) и. диал. ҡар. гипнозсы.
Арбау менән шөғөлләнгән кеше; күҙ бәйләүсе. □ Гипнотизёр. Мөжим ҡапҡанына эләгеу. Мөжим менән һөйләшеу.
МӨЖКӘЛӘК с. диал. мыжыҡ. Мөжкәләк кеше. Мөжкәләк ир. Мөжкәләк бабай.
МӨЖКӘЛӘҮ (мөжкәлә-) ҡ. диал. ҡар. мыжыу. Мөжкәләп йөрөу.
МӨЖҠӘТ и. диал. ҡар. моҙға. Мөжҡәт эшләу. Мөжҡәт элеу. Мөжҡәт ҡуйыу.
МӨЖӨКӘЙ с. диал. ҡар. мыштыр. Мө-жөкәй ҡатын. Мөжөкәй кеше. Мөжөкәй булыу.
МӨЖӨЛДӘҮ (мөжөлдә-) (Р: ворчать; И.: grumble; T: mızmızlanmak) ҡ. диал.
Һуҡранып һөйләнеү, мығырҙау. □ Ворчать, роптать, сетовать. Мөжөлдәп тик йөрөу. Әбей һаман мөжөлдәуен белде.
МӨЖӨМ (Р: мелочный; И.: paltry; fastidious; T: mızmız) с. диал. ҡар. ваҡсыл.
Кәрәкмәгән ваҡ нәмәләргә лә иғтибар итеүсән. □ Мелочный. Мөжөм ҡәйнә. Мө-жөм ир.
МӨЖӨҮ (мөжө-) ҡ. диал.
1. ҡар. мөнйөү 1. Һөйәк мөжөу. Мөжөп бөтөрөу.
2. кусм. Ирекһеҙләп алыу; талау; йолҡҡослау (аҡсаға ҡарата). □ Вымогать (деньги). Аҡса мөжөу.
МӨЖӨҺӨР и. зоол. диал. ҡар. мөншөгөр. Мөжөһөр ояһы. Мөжөһөр өйөрө. Мөжө-һөргә тап булыу.
МӨЖТӘҺИД [ғәр. АйН (Р: прилежный; И.: diligent; T.: müctehid) с. иҫк.
1. Ҡулынан эш килгән, эшкә уңған; эшлекле, тырыш; булдыҡлы. □ Прилежный, усердный, старательный. Мөжтәһид шәкерт. Мөжтәһид вә камил маһиры — тырыш һәм камил оҫта.
364