Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 365 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

мөзөнник
2. Дин-шәриғәт әлкәһендә ҙур белемле. □ Грамотный, образованный, начитанный в области религии. Мөжтәһид мулла. ■ Мәғлумдер ки, һәр фәндең мөжтәһид вә камил маһирын юнан халҡы ҡәҙимдән философ тимештер. М. Өмөтбаев. Ул [Бохара] — ҡәҙими замандарҙан бирле ғалимдар, мөжтәһидтәр донъяһы. Ғ. Ибраһимов.
МӨЖӘДДИД [ғәр. (Р.: изобретатель; И.: inventor; T.: müceddid) и. иҫк.
Ниндәйҙер яңылыҡ индергән кеше. □ Изобретатель. ■ Инсаниәт тормошонда ниндәй хәлдәр булмаған, ниндәй фәйләсуф, мөжәддидтәр уларға килмәгән. X. Ғәбитов.
МӨЖӘССӘМ I [ғәр. (Р.: отражённый; И.: impersonated; T.: mücessem) с. иҫк.
1. Нимәнеңдер һыны сағылған; һын-сифатлы, есемле. □ Отражённый, воплощённый, олицетворённый. Мөжәссәм шаһит. ■ Ул бынан биш йыл элек булған шомло ваҡиғаны куңеленән сығарып ырғытырға теләй, ләкин муафәҡ була алмай ине. Был онотолған төҫ бер-ике йыллыҡ уткән ғумерен мөжәссәм һурәттә куҙ алдына килтерҙе. М. Ғафури.
2. Ҙур, мөһабәт. □ Величественный, величавый. Мөжәссәм йән. ■ Шул мөжәссәм йәнле йәмдәрҙе кешеләр «ҡыҙ», тиҙәр, ҡыҙ куренһә, ихтыярһыҙ эҫтәренән һыҙлайҙар. Ш. Бабич.
МӨЖӘССӘМ II [ғәр. (Р: геометрическое тело; И.: geometric figure; T: mücessem) и. иҫк. мат.
Геометрик есем. □ Геометрическое тело. Мөжәссәм куләмен иҫәпләу.
МӨЖӘССӘМӘ [ғәр. (Р: скульптура; И.: sculpture; T.: mücessem) и. иҫк.
Нимәнецдер һыны, сифаты сағылған нәмә. □ Скульптура, изваяние, фигура. ■ Тәҙрә төбөндә торған көррәи арз шикелле көррәи мөжәссәмәне куреп, хәҙрәтебеҙ: «Был нимә һуң?..» — тине. М. Ғафури.
МӨЖӘҺИД [ғәр. (Р: поборник религии; И.: religions fighter; advocate of religion; T: mücahit) и. иҫк.
Дин юлындағы көрәшсе. □ Поборник религии. Ислам мөжәһиде. ■ Бер ҙә булма
һа бер мөжәһид мулла башы мөьминдәре араһына һыйыр ине әле. Ғ. Хөсәйенов.
МӨЗ БУЛЫУ (мөз бул-) ҡ. ҡар. мөздәм булыу. Мөз булыуҙан ҡурҡыу.
МӨЗДӘМ БУЛЫУ (мөздәм бул-) (Р: опозориться; И.: demean oneself; T.: rezil olmak) ҡ. диал. ҡар. көлкөгә ҡалыу.
Кеше араһында хур булыу. □ Опозориться, испытать стыд перед людьми. ■ Ошо юлы минән еңелеп ҡайтһа, бөтә ауылға хәбәр таралыр, көлөрҙәр ине. Шуның бер мөздәм булып ҡайтҡаны кәрәк ине. Һ. Дәүләтшина.
МӨЗДӘМ ИТЕҮ (мөздәм ит-) (Р: опозорить; И.: defame; demean smb; T.: rezil etmek) ҡғдиал. ҡар. көлкөгә ҡалдырыу.
Кеше араһында хурлыҡҡа ҡалдырыу.
□ Опозорить. Иптәшеңде мөздәм итеуҙән тыйылыу.
МӨЗДӘН с. диал. ҡар. мөстән. Мөздән һыйыр. Мөздән ҡатын. Мөздән ир.
МӨЗКӘЛДӘК (мөзкәлдәге) (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган. Мөзкәлдәктәр йолаһы.
МӨЗҺИР [ғәр. »] (Р: цветковый; И.: flowering; T.: müzhir) с. иҫк.
Сәскәле; балҡып торған, балҡышлы.
□ Цветковый; светлый, яркий. Мөзһир болон. ■ Һаҙиҙар исеменәмөзһир булыр зиһен-лелек, һәләтлелек — шарты ғади. М. Аҡмулла.
МӨЗӘЙЙӘН [ғәр. û5>] (Р: украшенный; И.: adorned; T.: müzeyyen) с. иҫк.
Биҙәк төшкән, биҙәлгән, биҙәкле.
□ Украшенный, узорчатый. ■ Эшегеҙ мө-зәййәндер вәһмегеҙҙә, һуҙегеҙ мөбәййәндер зәғмегеҙҙә. М. Аҡмулла.
МӨЗӨННИК (мөзөнниге) (Р: чугунный горшок; И.: cast iron pot; T: font çömlek) и. диал. ҡар. көршәк.
Төрлө ҙурлыҡта була торған суйын.
□ Чугунный горшок. Бәләкәй мөзөнник. Ҙур мөзөнник тултырып аш бешереу.
365