МӨЙКӨЛДӘҮ
МӨЙКӨЛДӘҮ (мөйкөлдә-) (Р.: роптать; И.: grumble; repine; T.: homurdanmak) ҡ.
Һуҡранып һөйләнеү; мыжыу. □ Роптать, сетовать; ворчать, брюзжать. Эбей мөйкөлдәй. Мөйкөлдәп тик йөрөу. Мөйкөлдәп инеп килә.
МӨЙМӨЛДӘТЕҮ (мөймөлдәт-) ҡ. йөкм. ҡар. мөймөлдәү, понуд. от мөймөлдәү. Иренде мөймөлдәтеу.
МӨЙМӨЛДӘҮ (мөймөлдә-) (Р: шевелить губами; И.: pucker one’s lips; T.: dudakları kımıldatmak) ҡ.
Ослайып, ҡыбырлау (ауыҙға ҡарата). □ Шевелить губами. Ауыҙы мөймөлдәп тора.
МӨЙӨҘ и. диал. ҡар. мөгөҙ. Мөйөҙөнән эләктереу. Мөйөҙөн һындырыу.
МӨЙӨШ (Р: угол; И.: corner; angle; T.: köşe) и.
1. Нимәнеңдер яҡ-яғы, сит-сите ҡушылған урыны. □ Угол, уголок. Китап мөйөшө. Келәт мөйөшө. ■ Насир әсе төтөн алған тәпәш өйҙөң өрлөгөнә саҡ-саҡ башын бәрмәне, мөйөш тулы кипкән улән бәйләмдәренә, тәҙрә төбөндәге шешә-шешә һөлөктәргә ҡарап аптырап ҡалды. 3. Ураҡсин.
2. Арҡыры ятҡан ике урам рәтенең ҡушылған ере. □ Угол. Урам мөйөшө. ■ Кала тормошо уяна башлағанда инде, мин ҙур урам мөйөшөндә: «Яңы хәбәр, бөгөнгө номер!» — тип ҡысҡыра башлайым. Д. Юлтый.
3. Нимәнеңдер яҡтары ҡушылған эске өлөшө. □ Угол. Булмә мөйөшө. ■ Ғилман уҙе эшләп, мөйөшкә ҡаҙаҡлаған кәштәләге китаптар тигеҙләп өйөлгән, иртәнсәк ҡа-балан-ҡарһалан тороп киткән койкалағы урын матурлап йыйыштырылған. Н. Мусин.
4. Яҫы нәмәнең ике яғы киҫешкән урыны, осо, өҫтәге мөйөшө. □ Угол. Шәл мөйөшө. Газета мөйөшө. ■ Замандың тушен-дә мөйөшөнән булавка менән ҡаптырып ҡуйылған ҡулъяулыҡ бар. М. Кәрим.
5. кусм. Күңелдәге, йөрәк түрендәге сихри урын. □ Уголок души (где-то глубоко таится). ■ Дурт мөйөштөң һәр дурт яғында ҡурай һыҙып данлар ере бар, шың
ғыр шыршыларға моң һеңгән, һандығында ятҡан сере бар. М. Ғәли.
6. кусм. Күңел тыныслығын билдәләгән бер бөтөнлөк, теүәллек. □ Угол. ■ Тормоштоң бер мөйөшө емерелгән, .. яҡынлыҡ та, йылылыҡ та юҡ тыуған өйҙә. Б. Бикбай.
7. Ваҡытлыса йәшәп тороу өсөн бирелгән урын. □ Угол. Хәҙер инде уҙ өйө, уҙ мөйөшө бар. ■ [Хәйҙәр:] Искәндәр ағай, мин кусенәм. Торлаҡта бер мөйөш бирәләр, ҡунаҡ итеп тотҡан өсөн уҙегеҙгә бик ҙур рәхмәт. Ә. Бикчәнтәев.
8. мат. Бер үк нөктәнән сыҡҡан ике тура һыҙыҡ араһындағы яҫылыҡ өлөшө. □ Угол. Тура мөйөш. Кыҫыҡ мөйөш. Йәйенке мөйөш.
9. кусм. Киң бер ерҙең алыҫта айырым ятҡан урыны; төпкөл. □ Угол. Ка-раңғы мөйөш. Йыраҡ мөйөш. ■ Беҙ Башҡортостандың төрлө ҡараңғы мөйөшөнән яҡтылыҡ нурына һыуһап килдек. С. Агиш.
10. Йорт-ҡура әсенең бер сите, төпкөлөрәк урыны. □ Угол. Аулаҡ мөйөш. Мөйөштәге һандыҡ. ■ Мөйөштә уҙенә тушәл-гән урын өҫтөндә тауыш-тынһыҙ ултырған ете йәшлек Шәриф урынынан тороп атаһы янына килде. 3. Биишева.
11. Халыҡҡа белем, тәрбиә биреү, ял итеү урыны итеп эшләнгән махсус бүлмә. □ Уголок. Хәрби-сәйәси мөйөш. Крайҙы өйрәнеу мөйөшө.
12. миф. Башҡорт мифологияһында был һәм теге донъя сиктәре үткән ҡурҡыныс урын. □ Угол (в башкирской мифологии опасное место; место, где проходит граница между освоенным и неосвоенным мирами). ■ Мәйеттең дурт мөйөшөнә ултырып доға уҡып, хәйер бирәләр теге донъяға еңел инһен, тип. Башҡорт мифологияһынан. Яңы өй һалғанда, дурт мөйөшөнә әуәле ҡатыҡ ҡоя торғайнылар. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Мөйөшкә баҫтырыу тәртип боҙғаны өсөн балаға бирелгән яза төрө. □ Поставить в угол; тип наказания ребёнка.
МӨЙӨШЛӨ (Р.: имеющий угол; И.: having corners; angular; T.: köşeli) c.
1. Купмелер мөйөшө булған, купмелер мөйөштән торған. □ Имеющий угол, уг-
366