МӨЙТӘНЛӘҮ
МӨЙТӘНЛӘҮ (мөйтәнлә-) ҡ. ҡар. мөйшәнләү. ■ Ҡуй майын ҡабалана-ҡа-балана тултырып, тешһеҙ ауыҙы менән мөйтәнләргә тотондо. Экспедиция материалдарынан.
МӨЙШӘНЛӘҮ (мөйшәнлә-) (Р.: жевать губами; И.: cud; munch; T.: dudaklarını kımıldatmak) ҡ. һөйл.
1. Мөйт-мөйт итеп ҡыбырлау (иренгә ҡарата). □ Жевать губами. Мөйшәнләп ашау.
2. диал. Аҙыҡты ауыҙҙа тел менән тегеләй-былай йөрөтөү, иҙгеләү; әүәләү. □ Долго жевать, мять пищу (во рту). ■ Ауыҙы мөйшәнләп, әллә нәмә сәйнәп йөрөй. Экспедиция материалдарынан.
МӨЙӘТ I (Р.: хомутина; И.: hame; T.: simit (hamutun üstüne geçirilmiş deri) и.
1. Ҡамыт ағасының эске яғына уратып ҡуйған йомро йомшаҡ нәмә (эсенә һалам ҡуйып, тышын йукәнән урәләр йәки кун менән кәпләйҙәр). □ Хомутина. Йукә мөйәт. Мөйәт уреу. ■ Ҡамыттарҙың мөйәте эшлектән сыҡҡан. Иҫкеһен ташлап, оҙон ку-рән бесәнде шәлкем йукә менән сырмаҡлап, мөйәт ишараты яһайбыҙ. Й. Солтанов.
2. диал. ҡар. морондоҡ. Мөйәт тағыу.
МӨЙӘТ II (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Дыуан ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени дуван. Мөйәт батыры. Мөйәттәр төбәге. Мөйәттәр тарихы.
МӨЙӘТЛЕ (Р: имеющий хомутину; И.: with a hame; T.: simitli (hamut)) c.
Мөйәте булған. □ Имеющий хомутину. Мөйәтле ҡамыт. ■ Жнейкаға еккәндә, унан ҡотолор өсөн тип, Әпнасир малайы һаламы сығып торған мөйәтле ҡамыт кейҙергән. С. Агиш.
МӨЙӘТЛӘҮ (мөйәтлә-) (Р: покрыть хомутиной; И.: cover with a hame; T.: hamut üzerine simit yapmak) ҡ.
1. Ҡамытҡа мөйәт ҡуйыу. □ Покрыть хомутиной. Ҡамытты мөйәтләу.
2. Нимәнелер мөйәт рәүешенә килтереп төрөү. □ Свернуть, сворачивать как хомутину. ■ Уның [ҡыҙылармеецтың] кукрә-гендә автомат, муйынында мөйәтләп төрөлгән шинель ине. И. Абдуллин.
3. кусм. Буйһонорға мәжбүр итеү, буйһондороу. □ Заставить подчиняться, покорять. И [Малик Атаханов:] Боронғолар: йөҙ ҡурҡаҡҡа ҡарағанда, бер батыр артығыраҡ, тигәндәр, ә беҙ алтау, .. тимәк, алты йөҙ мөртәтте мөйәтләй алабыҙ. Ә. Ихсан.
МӨЙӘШӘ и.
1. диал. ҡар. мөшкә 1. Тирмән мөйәшәһе. Мөйәшәгә тултырыу.
2. диал. ҡар. моҙға. Мөйәшә ҡуйыу.
МӨКАБӘРӘ [ғәр. ЪД-] (Р: высокомерие; И.: haughtiness; T.: mükabere) и. иҫк.
Үҙеңде өҫтөн һиҙеү тойғоһо һәм шунан килгән һауалы ҡараш; эрелек. □ Высокомерие, надменность, чванство. Мөкабәрә курһәтеу. ■ һәммә булған теләгебеҙ мөнә-зарә, хәҡиҡәткә эш булмаҫ мөкабәрә. М. Аҡмулла.
МӨКАФӘТ [ғәр. (Р: подарок; И.: gift; T.: mükâfat) и. иҫк.
1. Кешегә яҡшы теләктәр менән бушлай бирелә торған нәмә; бүләк. □ Подарок. Мәҡафәт алыу. Мөкафәт биреу. ■ Ҡуп тархандар ҡорос батшаға ҡиммәтле мәҡафәттәр ебәрә башлаған. Хикәйәттән.
2. Нимәнеңдер бәрәбәренә бирелгән нәмә. □ Вещь, равноценная другой.
МӨКАФӘТ ҠЫЛЫУ (мөкафәт ҡыл-) (Р: подарить; И.: present; T.: mükâfatlandırmak) ҡ. иҫк.
Бүләк итеү. □ Подарить. Сәскәләр мөкафәт ҡылыу.
МӨКБИРЛӘНЕҮ (мөкбирлән-) ҡ. диал. ҡар. мөкиббән китеү. Аҡсаға мөкбирләнеу. Был нисек ғумер уҙғара тиһәк, кәрткә мөкбирләнә икән.
МӨКИББӘН I [ғәр. (Р: от всей души; И.: with all one's heart; T.: gönülden)/?.
1. Бөтә күңеле, йәне-тәне менән бирелгән рәүештә. □ От всей души. Мөкиббән киткән. Мөкиббән булыу. ■ Улар тирәһендә аҡырыш-баҡырыш, саң-туҙан. Һәр кем уҙ шөғөлө менән мөкиббән. 3. Ураҡсин.
368