Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 369 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӨКШӘНДӘҮ
2. Йән-тән менән; ихлас. □ От души, искренне. Мөкиббән бирелеу. Мөкиббән ғашиҡ булыу. Мөкиббән булып тыңлау.
МӨКИББӘН II [ғәр. 4^] (Р.: с давних времён; И.: from the days of yore; from the earliest times; T: öteden beri) р. диал. ҡар. әүәлдән.
Үткән замандан, бик күптән. □ С давних времён. Беҙ бында мөкиббән торған кеше тугелбеҙ.
МӨКИББӘН КИТЕҮ (мөкиббән кит-) (Р.: увлечься всецело кем-л.; И.: be infatuated with; T.: meraklı olmak) ҡ.
Нимәгәлер, кемгәлер бик ныҡ бирелеү; бик ныҡ мауығыу. □ Увлечься всецело кем-л., забываться; увлёкшись, забыть обо всём; боготворить кого-л., что-л. Эшкә мөкиббән китеу. ■ Ағайым урман эшенә мөкиббән китеп тотондо. Т. Ғирфанов. Бығаса һуҙгә ҡатышмай тып-тын ултырған Аллабирҙе шул саҡ: «Юҡ, юҡ, хөрмәтле хужабикә! — тип ҡысҡырып уҡ ебәрә. — Мин мөкиббән китеп тыңлап ултырам әле бына». «Зөһрә менән Алдар». [Мәйсәрә]иренең әллә ҡасан онотолған ҡыҙын куреп мөкиббән китеуен оҡшатманы. Л. Якшыбаева.
МӨКИББӘНЛЕК (мөкиббәнлеге) (Р: увлечение; И.: infatuation; mash; zeal; T.: coşkunluk) и.
Ниндәйҙер эш менән ысын күңелдән ма-уыҡҡанлыҡты, уға булған теләкте күрһәткән сифат; ихласлыҡ; бөтә күңеле, йәне-тәне менән бирелгән хәл-торош. □ Увлечение, страсть. ■ Шул саҡта мин оҙон ғумеремдә тәу тапҡыр ун дурт йәшлек ҡыҙ куҙҙәрен-дә һунмәҫ-һурелмәҫ мөхәббәт сатҡылары курҙем. Донъяла уның һымаҡ сафлыҡ, ундайын мөкиббәнлек бүтәнсә юҡ ул! Н. Мусин.
МӨКИРЛӘНЕҮ (мөкирлән-) (Р: сильно стараться; И.: display zeal; T: gayret etmek) ҡ.
Икеләтә артыҡ көс, тырышлыҡ һалыу. □ Сильно стараться, проявлять двойное усердие. И [Муллағәли] көндөҙөн эре-торо эше менән була, ә кисен мөкирләнеп шкафына тотона. Р. Солтангәрәев.
МӨКЛӘК (Р: комолый; И.: mulley; Т.: boynuzsuz) с. диал. ҡар. туҡал.
Мөгөҙө булмаған (һыйыр, кәзәгә ҡарата).
□ Комолый. Мөкләк һыйыр.
МӨКӨ (Р: круглое отверстие в середине ручного жернова, в которое засыпается зерно для размола; И.: handmill orifice; T.: değirmen taşının ortasındaki delik) u.
1. этн. Ҡул тирмәненең он ҡойола торған тишеге. □ Круглое отверстие в середине ручного жернова, в которое засыпается зерно для размола. Мөкөнән ҡойолған ярма.
2. диал. Бөкө; тығын. □ Пробка, затычка. Мөкөһөн нығытып ябыу.
МӨКӨЛТӘК (Р: болтливый; И.: talkative; T.: çenesi düşük) с. диал. ҡар. хәбәрсел.
Артығын һөйләргә яратҡан. □ Болтливый. Мөкөлтәк ҡатын. Мөкөлтәк курше. Мөкөлтәк әбей.
МӨКӨС (Р: бедный; И.: poor; T.: yoksul) с. диал.
1. Матди яҡтан мохтажлыҡ кисергән, үтә ярлы; фәҡир. □ Бедный. Мөкөс кеше. Мөкөс тормош. Мөкөс кенә ғаиләлә уҫкән.
2. Телгә ярлы. □ Скудный (о языке). Мөкөсөрәк ир.
МӨКӨ-ТАҠЫ (Р: очень мало; И.: precious few; T: çok az) р. диал.
1. Тейешле күләмдән ныҡ кәм; етер-етмәҫ. □ Очень мало, совсем немного. Мөкө-таҡы ғына ашау. Аҙыҡ мөкө-таҡы ғына ҡалды.
2. диал. Көс-хәл менән, көскә-көскә; ҡыйынлыҡ менән; саҡ-саҡ, саҡ ҡына. □ Кое-как. Мөкө-таҡы эшләп бөтөрҙөк эште.
МӨКҪӨҮ (мөкҫө-) (Р: тухнуть; И.: go rotten; spoil; T: kokuşmak) ҡ. диал. ҡар. боҙолоу.
Боҙолоп насар еҫ сығарыу, һаҫыу.
□ Тухнуть, портиться. Балыҡ мөкҫөгән. Ит мөкҫөгән. Йылыға ит аҙыраҡ мөкҫөп киткән, нығыраҡ йыуып һал.
МӨКШӘ и. диал. ҡар. морондоҡ 2. Мөк-шә тағыу.
МӨКШӘНДӘҮ (мөкшәндә-) (Р: горбиться; И.: stoop; T: kamburlaşmak) ҡ. диал. ҡар. бөкрәйеү.
369