мәләт
мейенец мөлкөлдәп эшләуе һиҙелеп тора. Н. Мусин.
МӨЛКӨЛДӘШЕҮ (мөлкөлдәш-) ҡ. урт. ҡар. мөлкөлдәү, взаимн. от мөлкөлдәү. Мөлкөлдәшкәне куренеп тора.
МӨЛКӨҮ (мөлкө-) (Р.: трястись; И.: joggle; jitter; T.: titremek) ҡ. диал.
Ҡалтырау дерелдәү. □ Трястись. ■ Ат туйып-мөлкөп әйләнеп ҡайтты. Экспедиция материалдарынан.
МӨЛКӘНЕҮ (мөлкән-) ҡ. диал. мөлкөлдәү. Мөлкәнеп ята.
МӨЛКӘТ [ғәр. (Р.: имущество; И.: property; T.: mülkiyet) и.
Кемдеңдер ҡарамағында булған бөтә нәмә; милек, байлыҡ. □ Имущество, состояние, богатство. Мөлкәт йыйыу. Мөлкәт булеу. Ата-баба мөлкәте. ■ Өҫтәуенә, ил-ҡәуемдә юҡ хәл: Шәрғиә, өҫкә емерелерҙәй мөлкәте бар һымаҡ, бынан аҙаҡ, инһә-сыҡһа, ишеген бикләп йөрөр булды. Ә. Хәкимов. Ул [Муса Мортазин] уҙе яҙғанса, 1908 йылда атаһы кулактар тарафынан ултерелә, ә мөлкәте туләнмәгән һалымы өсөн һатыла. Р. Шәкүр. Баш кутәреуселәр батша яҡлы феодалдарға һөжум итә, йорт-ҡураһын туҙҙыра, мөлкәтен талай. Ғ. Хөсәйенов.
МӨЛКӘТЛЕ (Р: богатый; И.: rich; Т.: mülkiyetli) с.
Мөлкәте күп; бай. □ Богатый, состоятельный. Мөлкәтле булыу. Мөлкәтле итеу. ■ Әхмәтсафа — элек-электән мөлкәтле, яҡшы тормошло кеше. С. Агиш. [Яубаҫаров:] Улайһа, беләһеңме, Ҡәҙриә, мин һине ирекһеҙләмәйем, тап уҙеңә мөлкәтле бай ир! Н. Мусин.
МӨЛКӘТҺЕҘ (Р: бедный; И.: poor; Т.: mülksüz) с.
Мөлкәте аҙ; ярлы. □ Бедный, несостоятельный. ■ Бәпес тыуған йортҡа, уның мөлкәтлеме, мөлкәтһеҙме булыуына ҡарамаҫтан, икенсе көндө ук һый ағыла башлай. М. Кәрим.
МӨЛЛӘТ [ғәр. и.
1. диал. ҡар. мөҙҙәт. Мөлләте еткән. Мөлләт алыу. Мөлләт биреу.
2. кусм. Үтәлеүе мотлаҡ булған эш; бурыс. □ Долг, обязанность. Халыҡ алдындағы мөлләт. ■ Мөлләт ауыр, мөлләт куп
эш һорай, энергия шунда төбәлгән. Д. Юлтый.
МӨЛЛӘҮ (мөллә-) (Р: сплавлять; И.: raft; T.: tomruk (sallarını) yüzdürmek) ҡ.
Һыуҙан ағыҙып ҡыуыу, ҡыуғынлау (ағасты). □ Сплавлять (лес). Ағасты мөлләп ағыҙыу. ■ һанһыҙ куп бурәнәләрҙе юғарыла, Иҙелдең бейек тау араларынан сылтырап аҡҡан һай ерҙәрендә, мөлләп ағыҙыуҙар, унан һуң .. ул бурәнәләрҙе сортлап һал яһау, һал яһағанда башҡа һалсылар менән ярышыуҙар, һалдарҙы нығыраҡ бәйләу, бер һалға куберәк бурәнәләр теркәу эштәрендә Кинйәғолдоң беренсе булып барыу ҙары — бөтәһе юҡҡа сығыр .. кеуек тойолдо. А. Таһиров.
МӨЛӨ и. диал. ҡар. мөлдө. Мөлө тотоу. Мөлөләрҙе куҙәтеу.
МӨЛӨК I (мөлөгө) (Р: головастик; И.: tadpole; T.: iribaş) и. зоол. диал. ҡар. сүмесбаш.
Йөҙгөс ҡойроҡло тәлмәрйен балаһы. □ Головастик. Мәләктәр урсегән.
МӨЛӨК II (мөлөгө) (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Үҫәргән ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени усерган. Мәләктәр шәжәрәһе. Мәләктәр төбәге. Мөлөк батыры.
МӨЛӨМ [рус. молем] (Р: сплав; И.: (timber) floating; T.: yüzdürülecek tomruklar) и. махс. ҡар. кыуғын.
Ағыҙып ҡыуыу өсөн һыуға төшөрөлгән ағас. □ Сплав, моль. / Сплавной; молевой, сгонный. Мөлөм ағыҙыу.
МӨЛӨМСӨ (Р: молевой сплавщик; И.: raftsman working during drift/loose floating; T.: tomruk yüzdüren kimse) и. диал. кар. кыугынсы.
Ағас ағыҙыу эшендәге кеше. □ Молевой сплавщик; плотовщик, плотогон; сгонщик. Мөлөмсө булып йөрөу.
МӘЛӘТ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir
373