МӨМКИНЛӘШЕҮ
Кеше менән кешенең осрашыуы; осрашыу. □ Встреча, свидание. Мөләҡаптка саҡырыу. Мөләҡат итеу.
♦ Әлхаты нисфел мөләҡат хат иҫк. ярты осрашыу (элекхатты ошо һуҙҙәр менән башлар булғандар). □ Традиционное начало письма, означающее что-то вроде «встреча наполовинку».
МӨЛӘҠҠАБ [ғәр. (Р: с прозвищем; И.: having a nickname; T: mülakkab) с. иҫк.
Ҡушамат йөрөткән, ҡушаматы булған. □ С прозвищем, с кличкой; имеющий прозвище, кличку. ■ Иншад итеусе мөләҡҡаб дәрмәнд Аҡмуллағыҙ донъяла хур булһа булһын, мәржәғы нар булмаһын. М. Аҡмулла.
МӨМКИН [ғәр. LA-] (Р.: возможно; И.: (it is) possible; T: mümkün) мөн.
1. Шартына ҡарап, эш-хәлдең үтәлеү ихтималлығын белдерә. □ Возможно, вероятно. ■ Сафия балаһыныу йургәгенә шундай ныҡ итеп йәбешкәйне, уны ҡатындан тик бала менән бергә генә ыскындырырға мөмкин ине. Т. Ғиниәтуллин. Тау байрамы инде — бөтөнләй башҡа. Уны хатта сәйәси байрам тиһәң дә мөмкин. Р. Солтангәрәев. Буран булмаһа, юлға сығыуыбыҙ мөмкин.
2. Ниндәйҙер эшкә рөхсәт биргәндә йәки рөхсәт һорағанда әйтелә. □ Можно, возможно, вероятно, допустимо. Ҡайтырға мөмкин. Инергә мөмкинме? ■ Миңә мөмкинме һуң һеҙҙең өҫтәлдәге ниғмәткә тотонорға? 3. Ураҡсин.
3. Шарт һөйләмдәрҙә шарт мәғәнәһен көсәйтә. □ Вероятно. ■ Мөмкин булһа, ул [Камалетдинов] етәкселәрҙең барыһын да балалар йортонда уҫкәндәрҙән ҡуйыр ине! Т. Ғарипова. Диңгеҙ ҡултығында бер нисә ваҡ сауҙа карабы һәм балыҡсы кәмәләре генә барлығын алыҫтан уҡ куҙәтеу торбаһы аша асыҡларға мөмкин булһа ла, фрегаттар яр ситенә ук килеп якорь ташлай һәм порт ҡоролмаларын, йорттарҙы йәҙрәгә ҡойондора башлай. Б. Рафиҡов. Сәйҙән һуң кискә тиклем берәй һыуһын эш эшләп алырға мөмкин булһа ла, Тулыбай ул турала уйламаны. Ғ. Дәүләтшин.
4. с. мәғ. Булырҙай, булыуы ихтимал.
□ Вероятный, допустимый. Мөмкин хәл. Мөмкин эш. Мөмкин сара.
0 Мөмкин булған тиклем булдыра алған тиклем. □ По возможности, как можно. Алмашлап ял иттеләр, мөмкин булған тиклем көнө-төнө бергә булырға тырыштылар. Мөмкин булғас та ниҙелер башҡарырға яйы сыҡҡас та. □ При первой возможности. Мөмкин булғас та, сығып ысҡынды. Мөмкин булһа үтенес, теләк менән мөрәжәғәт иткәндә әйтелә. □ Если можно. ■ Сәсәккәйҙәр, һеҙгә бер утенес, мөмкин булһа, рөхсәт бирегеҙ. Ш. Бабич. Мөмкин хәтлем (йәки кәҙәр) булдыра алғанса, хәлдән килгәнсә. □ По мере возможности. ■ Уның [Батыршаның], хаҡ булһа, христиан динен ҡабул итер инем, тигәндәре .. ул хәбәрҙең императрица Елизавета Петровна хозурына ла барып ишетелеп, хөкөмөн мөмкин хәтлем еңеләйтеу, язаһын купмелер һуҙыу хәйләһе әмәле генә булырға тейеш. Ғ. Хөсәйенов.
МӨМКИНЛЕК (мөмкинлеге) (Р: возможность; И.: possibility; T.: mümkünlük) и.
1. Ниндәйҙер эш-хәл өсөн уңай шарт.
□ Возможность. Мөмкинлек алыу. Мөмкинлек биреу. Мөмкинлек табыу. Мөмкинлекте файҙаланыу. ■ Киреһенсә, кешелек донъяһы туплаған рухи һәм интеллектуаль культураны, фән ҡаҙаныштарын, матди байлыҡты артабан уҫтереу өсөн ҡулланыу мөмкинлектәрен уйларға тейешбеҙ. Л. Якшыбаева. Алтынсы башҡорт кантоны башлығы, уның есаулы, ярҙамсыһы, йорт старшиналары, байҙар менән дин әһелдәре берләшеп, дыуамал холоҡло Бейеш-тән ҡотолоу өсөн бөтә мөмкинлекте файҙаланырға тырышты. Я. Хамматов. Азамат өндәшмәне, бынау ваҡытта бәхәс ҡуптарып тороуҙың кәрәге юҡ, аҙаҡ барыбер Парайко-ға башлаған эшен бөтөрөп ҡуйырға мөмкинлек бирәсәк. Р. Солтангәрәев.
2. Ниндәйҙер эште башҡарыуға булған һәләтлек. □ Возможность. Мөмкинлеге бар. Мөмкинлегеңдән сығып.
МӨМКИНЛӘШЕҮ (мөмкинләш-) (Р: становиться возможным; И.: become possible; T: mümkün olmak) ҡ.
375