МӨМКИНСЕЛЕК
Мөмкинлек асылыу. □ Становиться возможным. Мөмкинләшеп китеу. ■ Хәҙер ер йөҙөнөц иц ҡараңғы, иң алыҫ мөйөштәренә утеп, мәҙәни хужалыҡ ҡороу мөмкинләште. Ғ. Ғисмәти.
МӨМКИНСЕЛЕК (мөмкинселеге) и. ҡар. мөмкинлек. Мөмкинселек булыу. Мөмкинселек табыу. Мөмкинселекте файҙаланыу. ■ Алынған белем донъя кимәлендә эш-ләрлек мөмкинселек бирергә тейеш. Л. Якшыбаева.
МӨМТАЗ [ғәр. -^j] (Р.: отличающийся чем-л:, И.: superiour; T.: mümtaz) с. иҫк.
Нимәһе менәндер айырылып торған, өҫтөн. □ Отличающийся чем-л., превосходящий. ■ һуғышҡа оҫталығы һәм батырлығы менән мөмтаз булып танылған башҡорт халҡы дошмандарына ҡаршы тора ала ине. Ғ. Ғисмәти.
МӨНАЗАҒА [ғәр. (Р.: спор; И.: controversy; T.: münazaa) и. иҫк.
Ниндәйҙер мәсьәлә тирәһендәге төрлө фекер; һүҙ көрәше, ыҙғыш, бәхәс. □ Спор, раздор, ссора. Мөназаға ҡуптарыу. Мөна-заға асыу. Мөназағаға килеу.
МӨНАЗИҒ [ғәр. (Р: спорщик; И.: debater, squabbler; T.: münazi) и. иҫк.
Бәхәстә ҡатнашҡан кеше; бәхәссе. □ Спорщик, спорщица. ■ Ул [Мәржәни] ине ҡояш бәҙиғтан, .. ғали, шанлы мөназиғ-тан, жөда булдыҡ, дәриға аһ! М. Аҡмулла.
МӨНАСИБ [ғәр. (Р: годный; И.: fit; T.: münasip) с. иҫк.
1. Нимәгәлер ҡулланырлыҡ, нимәгәлер тап килгән, килештереп булған; ярашлы. □ Годный, пригодный; соответствующий. ■ Аҡмулла мөфти хәҙрәткә хитап итеп шиғыр һөйләне, һуҙҙәрен вә әслубен мөнасиб килтерҙе. Р. Фәхретдинов. [Башҡорттар] иҫке тормоштарын, кантон замандарын һөйләп, шуға мөнасиб йырҙарын йырлап ебәрәләр. М. Ғафури.
2. Кеше араһында тәртип һаҡлай белеү-сән, әҙәпле; тәрбиәле. □ Воспитанный, учтивый, вежливый, почтительный, деликатный. Мөнасиб кеше. Мөнасиб шәкерт.
МӨНАФИҠ [ғәр. (jâLu] (Р/ злопамятный; И.: vindictive; T.: münafık) с. иҫк.
Күңелендә асыу, уҫаллыҡ һаҡлаған; этлек уйлап йөрөгән; ике йөҙлө. □ Злопамятный; таящий злобу. Мөнафиҡ кеше.
МӨНБИТ [ғәр. (Р: плодородный; И.: fertile; T.: münbit) с. иҫк.
Үҫемлекте яҡшы үҫтереү, ҙур уңыш биреү сифатына эйә. □ Плодородный. Мөн-бит тупраҡ. ■ Куп иланым, йәштәрем мөнбит урынға төшмәне. М. Ғафури.
МӨНБӘР [ғәр. jA*] (Р: минбар; И.: Moslem ambon; ambo T.: minber) и. дини.
1. Мәсеттә мулла вәғәз һөйләй торған ҡалҡыу урын. □ Минбар (возвышение в мечети, с которого произносятся проповеди). И Шу л көҙҙә у к иҫке мәсетте һипләп кутәрҙеләр. Ике мөйөшөнә ике мейес сығарылды, элекке мөнбәр урынына сәхнә ҡоролдо. Ә. Хәкимов. Донъялыҡҡа ҡайтҡандай, намаҙҙан һуң мулла хәҙрәт мөнбәренә менеп ултырыр, йәмәғәткә ял бирер. Я. Хамматов.
2. иҫк. Баҫып телмәр һөйләй торған ҡалҡыу урын. □ Кафедра, трибуна. Мөнбәргә баҫып һөйләу.
3. иҫк. Хөкүмәт эштәрен башҡарғанда батша йәки король ултырыу өсөн ҡалҡыу урынға ҡуйылған аҫыл биҙәкле урындыҡ; тәхет. □ Трон, престол. Батша мөнбәре.
4. иҫк. кусм. Хөрмәтле урын, түр. □ Почётное место, передний угол. ■ Яңы тормоштағы яңы моңдар куңелем мөнбәренә ҡуйылһын. X. Ғәбитов.
5. иҫк. кусм. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғаның иң көслө урыны, үҙәге. □ Центр какого-н. события. Һуғыш мөнбәре. ■ Уян, заманым, хәтерһеҙҙәр затын шаштырма, тел сарлаған һәр бер иблисте хаҡлыҡ мөнбәренә баҫтырма! М. Ғәли.
МӨНДӨРӘҮ (мөндөрә-) (Р: течь спокойно; И.: flow still; T: sakince akmak) ҡ. диал.
Яй ғына, бер көйгә генә тигеҙ рәүештә, һалмаҡ, талғын ағыу. □ Течь спокойно. Мөндөрәп аҡҡан йылға. Ағиҙел һыуы мөндөрәп кенә ағып ята.
МӨНДӘРИЖӘ [ғәр. oUjûia] (Р.: содержание; И.: content; T: mündericat) и. иҫк.
Яҙылған нәмәнең асылы; эстәлек. □ Содержание, оглавление. Бай мөндәрижә.
376