мөнтөк
Әҫәрҙең мөндәрижәһе. Китаптың мөндәрижәһе. ■ Шул уҡ фекерҙе ялпы — ярлы, мөндәрижә — йөкмәтке, промышленность — сәнәғәт, сиреү — ғәскәр, әмер — бойороҡ һүҙҙәренә ҡарата ла әйтеп булыр ине. К. Әхмәтйәнов. Бәғзе берәүҙәр уның [Ш. Бабичтың] ныҡлы бер ҡалыпҡа һалына, тото-ронҡо юлға — мөндәрижәгә төшә алмауын уның тәбиғәтенән, хосусиәтенән күрәләр. И. Насыри.
МӨНЙӨЛӨҮ (мөнйөл-) ҡ. төш. ҡар. мөнйөү, страд, от мөнйөү. Мөнйөлгән һөйәк. ■ [Фариза] бер сүлмәк ҡалған һурпа, һалмалы ит, мөнйөлмәгән һөйәктәр, турағандан ҡалған ҡаҙы төпсөктәре [Мәғ-фүрәгә] күтәртеп ебәрҙе. Һ. Дәүләтшина.
МӨНЙӨМӘ (Р.: ворчливый; И.: grumbling; T.: mızmız) с.
Юҡ-барҙан ғәйеп табып, өҙлөкһөҙ һөйләнеп, әрләп йөрөүсән; мыжыҡ. □ Ворчливый. Мөнйөмә ҡәйнә. Мөнйөмә кеше.
МӨНЙӨҮ (мөнйө-) (Р.: обгладывать кость; И.: pick; T.: kemik kemirmek) ҡ.
1. Һөйәктәге итте теш менән ентекләп кимереп ашау (кешегә ҡарата). □ Обгладывать кость (только о человеке), һөйәк мөнйөү. ■ «Арыһаң, кил, ит һоғона тор, — тине [Таиба әбей], ҡыуанып, һарыҡтың шау май ҡабырғаһын һондо.— Мә, һөйәк мөнйө».
3. Биишева.
2. күсм. Кемдеңдер аҡсаһын, мөлкәтен йолҡҡослау. □ Вымогать деньги, имущество кого-н. И Муса Шәйхетдин ҡарттың саҙаҡаһынан килгән төшөмөн бер аҙ мөнйөмәксе булды. Ш. Насыров.
МӨНКИР [ғәр. j^| (Р: имя одного из ангелов; И.: angel's name; T.: Münkir) и. дини.
1. (баш хәреф менән) Ислам дине буйынса, үлгәс, теге донъяла һорау ала торған ике фәрештәнең береһе (икенсеһе — Нәнкир). □ Имя одного из ангелов. ■ Ғазраил алыр минең йәнемде, кемдәр йыуыр минең тәнемде. Мөнкир вә Нәнкир килгән саҡта кемдәр белер минең хәлемде? Бәйеттән.
2. Бер нәмәгә лә ышанмай, гел кире ҡағып тороусы кеше. □ Всё отрицающий человек. ■ Юғиһә, мөнкир ҙә зиндик, дәһриҙәр:
«Аллағыҙ ғәфләттә ҡалған бит!» — тиерҙәр. Ш. Бабич.
МӨНКИР-НӘНКИР и. (баш хәреф менән) дини. ҡар. Мөнкир. ■ Мөнкир-Нәнкир һорауына тел асҡысын бир, Аллам. Мөнәжәттән.
МӨНКӘР [ғәр. (Р: греховный; И.: peccant; godless; T.: münker) с. иҫк.
Гөнаһ һаналған, гөнаһлы булыу ҡурҡынысы булған, ярамаған, тыйылған; гөнаһлы. □ Греховный, недозволенный. Мөнкәр ғәмәл. Мөнкәр эш.
МӨНҠАЛИБ [ғәр. (Р: изменённый; И.: transformed; T.: munkalip) с. иҫк.
Алмашынып, үҙгәреп тороусан; алмашынған. □ Изменённый, преобразованный. Мөнҡалиб һауа. Мөнҡалиб климат. Мөнҡа-либ миҙгел.
МӨНҠАРИЗ [ғәр. (Р: угасший; И.: extinct; T.: münkariz) с. иҫк.
Юҡҡа сыҡҡан, бөткән; бушҡа әрәм булған, төшөп ҡалған. □ Угасший, вымерший; исчезнувший. Мөнҡариз әҫәрҙәр.
МӨНҠАРИЗ БУЛЫУ (мөнҡариз бул-) (Р: исчезнуть; И.: disappear; T.: münkariz olmak) ҡ. иҫк.
Юҡҡа сығыу; юғалыу. □ Исчезнуть, пропасть; закончиться; вымереть. Мөнҡариз булған ҡанундар. ■ Динорнис атлы ҡош .. өс бармаҡлы, ҡанатһыҙ һәм ҡойроҡһоҙ икән. Был ҡоштарҙың нәҫеле мөнҡариз булыуын бәни әҙәмдең күплегенән вә ҡомһоҙлоғонан күрәләр. М. Өмөтбаев.
МӨНҠАРИЗ ИТЕҮ (мөнҡариз ит-) (Р: уничтожить; И.: annahilate; T.: münkariz etmek) ҡ. иҫк.
Юҡҡа сығарыу, бөтөрөү. □ Уничтожать. Иҫке ҡулъяҙмалар мөнҡариз ителгән.
МӨНТӨК (мөнтөгө) (Р: недостаток; И.: shortcoming; flaw; T.: kusur) и. һөйл.
Тейешенсә булмаған күренеш; ғәйеп итер урын; етешһеҙлек. □ Недостаток, порок. Мөнтөк табыу. Кеше мөнтәгән күреү. ■ Тағы һулаҡай ҡабырғаһы менән ятып йоҡлап килгән [Ғәзимә], ахыры, бигерәк тымһайған, эшемдән тағы әллә ниндәй мөнтөктәр табып әрләр инде, тип уйланды [Мәғфүрә]. Һ. Дәүләтшина.
377