Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 379 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӨҢГӨРЛӘШЕҮ
әйтеу. Мөнәжәт көйө. ■ Бында бөтә уҡыусы шәкерттәр, уҡыуҙан бигерәк, ишан тирәһенә йыйылып, шуға мөрит булыуҙы төп маҡсат итеп алғандар, бөтәһе тәсбих тартыуҙан, суфыйҙар мөнәжәте, «Ҡөрьән» уҡыуҙан бушамайҙар ине. М. Ғафури.
3. әҙ. Көйләп уҡыла торған халыҡ шиғыры. □ Мунажат (жанр устно-поэтического творчества). Мөнәжәт сығарыу. Мөнәжәттәр тупланмаһы.
МӨНӘСӘБӘТ [ғәр. (Р.: отношение; И.: attitude; T.: münasebet) и.
1. Кемгәлер йәки нимәгәлер ҡарата эске талаптан, аң-тойғонан сығып күрһәтелгән ҡылыҡ; мөғәмәлә. □ Отношение к чему-л., взгляд, мнение. Шәхси мөнәсәбәт. Тормошҡа мөнәсәбәт. Яҡшы мөнәсәбәт. ■ Бында һәммә кешенец тырышлығы, аңы, мин йәшәгән ер ҙәһә был, тигән мөнәсәбәте кәрәк. Ә. Әминев. Көтөлмәгән был мөнәсәбәткә мин аптырап, ҡаушап ҡалдым. Д. Юлтый.
2. Төрлө әлкәләге бәйләнеш. □ Взаимоотношение. Үҙ-ара мөнәсәбәттәр. Йылы мөнәсәбәттә булыу. Сәйәси мөнәсәбәт. Ғаилә мөнәсәбәте.
3. Төрлө нәмә һәм күренештәрҙең билдәле шарттар нигеҙендәге үҙ-ара бәйләнеше. □ Связь, отношения между предметами и явлениями при определённых условиях. Фекер менән донъя араһындағы мөнәсәбәт. Тереклек донъяһының эске мөнәсәбәте. ■ Урман менән кеше араһындағы мөнәсәбәт уҙ-ара эскерһеҙ дуҫлыҡ принциптарына нигеҙләнергә тейеш. Н. Мусин.
4. Ниндәйҙер эш-хәлгә булған ҡатнашлыҡ; ҡағылыш. □ Причастность, связь, отношение к чему-л. Мөнәсәбәте булыу. Уларҙың талашына мөнәсәбәтем юҡ.
МӨНӘСӘБӘТЛЕ (Р.: имеющий отношение к чему-л:, И.: relevant (to); T: münasebeti!) c.
1. Ниндәйҙер мөнәсәбәт менән бәйле.
□ Имеющий отношение к чему-л. Мөнәсәбәтле ҡағыҙҙар.
2. лингв. Ҡылымдың заман формаһы.
□ Форма времени глагола. ■ Мөнәсәбәтле заман формалары билдәле бер ваҡыт менән мөнәсәбәттәш була. Ж. Кейекбаев.
МӨНӘСӘБӘТЛЕК (мөнәсәбәтлеге) и. лингв, ҡар. модаллек.
МӨНӘСӘБӘТТӘШ (Р: соотноситель ный; И.: correlative; T: münasebetli) с.
Үҙ-ара мөнәсәбәтле, мөнәсәбәт менән бәйле. □ Соотносительный. Мөнәсәбәттәш формалар.
МӨНӘҮҮӘР [ғәр. jjp*] (Р: светлый; И.: radiant; clear; T: münevver) с. иҫк.
Ҡояш, ай, ут нуры төшкән; нурға тулы; яҡты. □ Светлый, лучистый. Мөнәууәр йөҙлө. Мөнәууәр киләсәк. Мөнәууәр хыял. ■ Шәһадәт нуры илә мөнәууәр улған газиҙар. М. Өмөтбаев.
МӨНӘШЕҮ (мөнәш-) (Р: стесняться; И.: feel unesy; have scruples; T.: çekinmek) ҡ. диал. ҡар. тартыныу.
Уңайһыҙлыҡ тойоу, яңылышыуҙан ҡурҡып, үҙеңде ҡыйыуһыҙ тотоу. □ Стесняться. Мөнәшеп баҫып тороу, һорарға мөнәшеу.
МӨНӘШӘ (Р: прихотливость; И.: whimsicality; T.: titizlik) и. диал. ҡар. талым.
Айырым бер ашҡа булған теләк. □ Прихотливость. Мөнәшә булыу.
МӨҢГӨРЛӘҮ (мөңгөрлә-) (Р: говорить невнятно; И.: speak through one's nose; T.: mırıldanmak) ҡ.
Аңлашылмаҫлыҡ итеп, үҙ алдына һөйләнеү. □ Говорить невнятно, гнусавить. Мөңгөрләп ҡалыу. ■ Мөңгөрләнең йырҙы әсеңдән, әле һаман сыҡмай иҫемдән. Т. Йосопов. [Байморат — Гөлсөмгә:] Рөхсәт итеуен итерҙәр ҙә ул... — тип мөңгөрләне ул шунан. Н. Мусин. [Әсәһе — Гөлсөмгә:] Шулай инде, — тип мөңгөрләне, — һиңә генә куҙ терәп торам бит мин. Теләһә кем башыңды өйләндереп ҡуймаһын, тим. Н. Мусин. Үҙ алдына мөңгөрләгән Мәликә илауҙан тыйылғас, Хәбибулла ҡаҙан тулы ашты соҡорға тукте, тырым-тыраҡай булып ятҡан ҡағыҙ киҫәктәрен, сепрәк-сапраҡтарҙы йыйыштырҙы. Я. Хамматов.
МӨҢГӨРЛӘШЕҮ (мөңгөрләш-) ҡ. урт. ҡар. мөңгөрләү, взаимн. от мөңгөрләү. Мөңгөрләшеп ултырыу. Мөңгөрләшеп һөй-ләшеу. ■ [Исмәғил — кенәзгә:] Үҙегеҙ ят телгә кускәс, беҙ ҙә уҙебеҙсә мөңгөрләшеп алдыҡ, эс бошоп. Ғ. Хөсәйенов.
379