Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 380 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӨҢГӨР-МӨҢГӨР
МӨҢГӨР-МӨҢГӨР (Р.: подражание бормотанию; И.: sound imitative word; T.: mırıl mırıl) оҡш.
1. Әкрен генә һөйләгән кешенең аңлашыр-аңлашылмаҫ һөйләгән тауышына оҡшаған һүҙ. □ Подражание бормотанию невнятным, глухим голосом. Мөңгөр-мөңгөр итеу. Мөңгөр-мөңгөр килеу. Мөңгөр-мөңгөр һөйләшеу. ■ [Даль] һыуға эйелгән ҙур тирәк төбөнән йәтмә менән балыҡ аулаусыларҙы куреп ҡалды, улар эргәһенә барып, мөңгөр-мөңгөр һөйләшеуҙәренә ҡолаҡ һалып торҙо. 3. Ураҡсин. Көбө эсенә баш тығып һөйләгәндәге һымаҡ, мөңгөр-мөңгөр һөйләшеуҙән һәм аралаш көлөп ебәреуҙән башҡа ул [Фатима] бер нәмә лә ишетмәне. Ж. Кейекбаев.
2. ҡар. мөңөр-мөңөр 1. Һыйырҙар мөңгөр-мөңгөр килә.
МӨҢГӨР-МӨҢГӨР ИТЕҮ (мөңгөр-мөңгөр ит-) ҡ. ҡар. мөңгөрләү.
МӨҢГӨРӘҮ (мөңгөрә-) ҡ. диал. ҡар. мөңрәү. И [Минлеғәле] атаһына оҡшарға тырышып, онотҡанда бер дилбегәһен ҡағып һыҙғырҙы ла, артта ултырған ҡыҙҙарҙың шаулашыуына иғтибар итмәйенсә, ауыҙ эсенән генә ниҙер мөңгөрәне. Я. Хамматов.
МӨҢКӨЛДӘҮ (мөңкөлдә-) (Р.: ворчать; И.: grumble; T.: homurdanmak) ҡ.
Асыуланып, һуҡранып һөйләнеү; мөжөл-дәү. □ Ворчать, бормотать. Мөңкөлдәп йөрөу. Әсәһе һаман уҙенсә мөңкөлдәуен белә. ■ Өҫ-башын сисеп, кәзәкейҙәрен урҙаға элеп маташҡан Ғәзимә, уларға ҡарамай, асыулы мөңкөлдәне. Һ. Дәүләтшина.
МӨҢКӘНЛӘҮ (мөңкәнлә-) (Р.: горбиться; И.: stoop; T.: kamburlaştırmak) ҡ. диал. ҡар. бөкрәнләү.
Арҡаны, билде яҙмай, бөкрө хәлдә тотоу. □ Горбиться, сутулиться. Мөңкәнләп эшләу. Мөңкәнләп атлау. Мөңкәнләп урам һепереу. Ҡарт, биле ауыртһа ла, мөңкәнләп йөрөгән була.
МӨҢӨЛӨҮ (мөңөл-) (Р: забываться; И.: forget oneself; T.: dalmak) ҡ.
Ауыр уй-хистәрҙән баҫылып, онотолоу. □ Забываться; впадать в какие-то тяжёлые
думы. Мөңөлөп йөрөу. И Шул уйҙар эсендә ул [егет]мөңөлөп ултыра. Б. Хәсән.
МӨҢӨРЛӘҮ (мөңөрлә-) ҡ. диал. ҡар. мөңрәү. Мөңөрләп ҡайтып килеу.
МӨҢӨР-МӨҢӨР (Р: подражание мычанию коров; И.: imitation of lowing; T.: mö) оҡш.
1. Һыйыр малының тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание мычанию коров, быков и т. п. И Сыңғыр-сыңғыр сыңраған йылҡыһы куп Уралтау, мөңөр-мөңөр мөңрәгән һыйыры куп Уралтау. Ҡобайырҙан.
2. кусм. Әкрен генә көйләгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание напеванию тихим голосом или вполголоса. Мөңөр-мөңөр көйләу.
3. ҡар. мөңгөр-мөңгөр 1. Мөңөр-мөңөр һөйләшеу.
МӨҢӨР-МӨҢӨР ИТЕҮ (мөңөр-мөңөр ит-) ҡ. ҡар. мөңрәү.
МӨҢРӘҮ (мөңрә-) (Р: мычать; И.: moo; T.: böğürmek) ҡ.
1. Бик ныҡ ҡысҡырмай баҡырыу (һыйыр малына ҡарата). □ Мычать. // Мычание. Мөңрәп тороу. ■ Йәйге оҙон көндәрҙе ҡыҫҡа төндәр алыштырҙы, бала саҡтағы ише иртән иртук әтәстәр ҡысҡырышты, көтөусенең сыбыртҡыһы шартланы, һыйырҙар мөңрәне. Т. Ғиниәтуллин.
2. кусм. Әкрен генә көйләү. □ Напевать тихим голосом или вполголоса. ■ Гитараға ҡушылып мөңрәгән ирҙәр тауышы ишетелде. С. Агиш.
3. ҡар. мөңгөрләү. Ауыҙ эсенән генә мөнрәп ҡайтып килә.
МӨҢРӘШЕҮ (мөңрәш-) ҡ. урт. ҡар. мөңрәү, взаимн. от мөңрәү. И Ялҡау ғына мөңрәшеп, шыйыҡ саң кутәреп, көтөу китте. М. Кәрим.
МӨ-Ө-Ө (Р: му-у-у; И.: sound of lowing; T.: mö) оҡш.
Һыйыр малының тауышын белдергән һүҙ. □ Му-у-у (подражание мычанию крупного рогатого скота). Мө-ө-ө итеу.
МӨП-МӨБӘРӘК (Р: благословеннейший; И.: most blessed; T.: en mübarek) c.
380