МӨРЙӘ
Бик ныҡ мөбәрәк, изгеләрҙән-изге. □ Благословеннейший. Мөп-мөбәрәк көн. Я Сабыйға донъя мөп-мөбәрәк төҫлө. Ғ. Хөсәйенов.
МӨР (Р.: шишка; И.: cone; snag; T.: kozalak) и. диал. ҡар. тубырсыҡ.
Ағастың ҡабырсаҡланып, ҡатланып торған орлоҡ көбө. □ Шишка. Мөр йыйыу.
МӨРАББАҒ [ғәр. сЫ (Р: четверостишие; И.: quatrain; T.: murabba) и. иҫк. әҙ.
Тәүге өс юлы рифмалашҡан дүрт юллыҡ шиғыр. □ Четверостишие. Мөраббағ уҡыу. Уҡытыусы балаларға мөраббағ уҡып ишеттерҙе.
МӨРАСИМ (Р: религиозная традиция; И.: sacred tradition; T: merasim) и. иҫк. дини.
Дини йола, ғәмәл. □ Религиозная традиция. ■ Йыназа уҡыу, саҙаҡа биреу кеуек дини мөрасимдарҙыц береһе лә уның [Сәми ҡарттың] ҡәбере өҫтөндә утәлмәне. Д. Юлтый.
МӨРБАШ и. диал. ҡар. күк сәскә.
МӨРЖӘ АҒЫ и. диал. ҡар. аҡбур.
МӨРЖӘ ҠАШ и. диал. ҡар. ҡашаға 1,1.
МӨРИТ [ғәр. АоД (Р: мюрид; И.: disciple; Murid sect member; T: mürit) и. һөйл. дини.
Берәй дин әһеленә өйрәнсек, эйәрсән булған кеше; шәкерт. □ Мюрид. Мөриттәр менән осрашыу. Мөрит егеттәр. Мөрит булыу. ■ Иңтәуҙәизгединебеҙҙеңҡурыҡсыһы мөхтәрәм Шәйхелисламдың тоғро мөрите Әбделвәхит мулланан бөгөнгө мәжлескә фатиха биреуен һорайыҡ. Ә. Хәкимов. Мәҙрәсәһенән куп муллалар сыҡты, куп әҙәм-дәрҙе уҙенә мөрит итте. 3. Һаҙый.
МӨРИТ-МӨХЛИС (Р: последователи и приверженцы ишана или шейха; И.: followers of Moslem creed; T: müritler) и. һөйл. дини. йыйн.
Берәй дин әһеленең ҡарашы яҡлы, уға эйәреүселәр. □ Последователи и приверженцы ишана или шейха.
МӨРИТСЕЛЕК (мөритселеге) (Р: мюридизм; И.: Mouride brotherhood; T: mürit-çilik) и. иҫк.
Кафырҙарға ҡаршы көрәшеү маҡсатын алға ҡуйған дини хәрәкәт. □ Мюридизм. Мөритселек уҫеше.
МӨРЙӘ (Р: труба; И.: chimney; funnel; T: baca) и.
1. Төтөн сығарыу йәки һауа йөрөү өсөн хеҙмәт иткән торба; төтөн юлы. □ Труба (печная). / Трубный. Мөрйә төбө. Мөрйә эшләу. Мунса мөрйәһе. ■ Был тупаҡ ҡына өйҙөң өҫтөнән, беләк йыуанлығы ағасҡа балсыҡ менән һылап эшләнгән мөрйә эсенән бөркөлөп-бөркөлөп төтөн сыға. Т. Хәйбуллин. [Һыу] бығаса өйҙән утмәгән кеуек ине лә, курәһең, мөрйә төбөнән ағалыр. Р. Солтангәрәев. Мансур бабайҙарҙың мөрйәһенән һоро төтөн сыға ла беҙҙең баҡсаға йығылып төшә. М. Кәрим. • Мөрйәнән сыҡҡан төтөн донъяны йылытмай. Әйтем.
2. диал. ҡар. хужалыҡ. Ауылда 1960 йыл 150 мөрйә булған.
3. миф. Башҡорт мифологияһында теге донъяға күсеү урыны: осоп киткән ҡот торба аша әйләнеп ҡайта, ауырыуҙар торба аша ҡыуып ебәрелә. □ Труба (в башкирской мифологии проход в иной мир: через трубу возвращается улетевшая душа, через трубу изгоняются болезни). ■ Бала кинәт ауырып китһә йәки уға миң сыҡһа, мөрйәнән тарылы табаҡҡа ҡалаҡ ташлайҙар. Шул ҡалаҡ менән тарыны балаға ҡаптырып ҡарап, ҡоштарға һибәләр. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Ике донъя — бер мөрйә донъяға битараф булғанда әйтелә. □ Быть безразличным. ■ Ике донъя — бер мөрйә тип мәж киләләр мәжлесләп. X. Назар. Мөрйә төтәтеү көн итеү, йән аҫрау. □ Жить, существовать. И Аласыҡтай ғына өйҙә япа-яңғыҙ мөрйә төтәтеп көн итеуенә ҡарамаҫтан, әллә ҡайҙағы ҡалаға хат яҙып торорлоҡ булғас, ғәҙәтсә генә ауыл бисәһеме икән ул, ай-һай? Ә. Хәкимов. Мөрйәһе ҡыйыш ҡапыл үпкәләп барған кешегә ҡарата әйтелә; үпкәсел. □ Обидчивый. Мөрйәһе ҡыйыш булһа ла, төтөнө тура сыға тыштан килешһеҙ, асылы дөрөҫ булған саҡта әйтелә. □ Не так уж складно, но правдиво. ■ Мөрйәһе ҡыйыш булһа ла, төтөнө тура сыға, тигән һуҙ бар. Үҙем шулай ғына булһам да законды ашатлап киткәнем юҡ әле, кәрәк ерендә тейешлеһен әйтәм дә бирәм. М. Тажи.
381