Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI. 383 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VI

МӨРӘЖӘҒӘТ
Бик күңелле кисереш, ҡәнәғәт булған хәл, рәхәтлек. □ Успокоение, покой; удовлетворение. Мөрхәт табыу. Мөрхәт биреү.
МӨРХӘТ II и. диал. ҡар. мөмкинселек. ■ [Таңһылыу — Фәнисәгә:] Шулай ҙа бер нәмәгә иманым камил: һин бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла, бер кемгә лә елкәңә менеп ултырырға мөрхәт бирмәҫһең. Р. Камалов.
МӨРХӘТЛӘНЕҮ (мөрхәтлән-) (Р. :успокаиваться; И.: quieten; T.: memnun kalmak) ҡ.
Ҡәнәғәтлек, рәхәтлек кисереү. □ Успокаиваться, удовлетворяться кем-л., чем-л. Мөрхәтләнеп йәшәу. Тыуған яҡтарҙың саф, шифалы һауаһын һулап мөрхәтләнеүгә ни етә икән?!
МӨРХӘТҺЕНДЕРЕҮ (мөрхәтһендер-) (Р: удовлетворять; И.: satisfy; quieten; T.: memnun etmek) ҡ.
Риза итеү, ҡәнәғәтләндереү; хушһыныу. □ Удовлетворять. // Удовлетворение. Сабыйҙы мөрхәтһендереү. ■ Старшина үҙе белгәнсә, фараз иткәнсә яуап бирергә тырышты. Ләкин улар [һалдаттар]күбеһен әллә ни мөрхәтһендермәне. Ғ. Хөсәйенов. Был һүҙҙәр генә атайымды мөрхәтһендермәне, буғай, ул ниҙер әйтергә булып, ауыҙ ғына асҡайны, ҡорҙағыларҙың бөтәһе лә: «Көрәште батыр ҡыҙ башлап ебәрһен!» — тип ҡысҡырышҡас, атайым миңә боролоп, уртаға сығырға ҡушты. «Алдар менән Зөһрә».
МӨРХӘТҺЕНЕҮ (мөрхәтһен-) (Р: удовлетворяться; И.: be content with; calm down; T.: memnun olmak) ҡ.
Риза булыу, ҡәнәғәтләнеү; хушһыныу; һанға һуғыу, тиң күреү. □ Удовлетворяться кем-л., чем-л:, довольствоваться, быть довольным кем-чем. Мөрхәтһенеп йәшәү. В Бер нисә ай эсендә улар [егеттәр] кешегә хас бөтә нәфселәрҙән арынып, ни бар, шуға мөрхәтһенеп йәшәргә күнеккәйне инде. Р. Солтангәрәев. Рәнйемәҫе, әсә, танһыҡ ашты мөрхәтһенмәй ситкә эткәнгә, һеҙ кисергән ауыр йылдар өсөн тарихымда урын бөткәнгә. Р. Аҙнағолов.
МӨРШИД [ғәр. (Р: мюршид; И.: ecclesiastical monitor; T.: mürşid) и. иҫк. дини.
Тура юл күрһәтеүсе, етәксе. □ Мюршид (духовный наставник). Мөршид һүҙе. Мөр-шид ҡылығы. ■ Был баҫҡыста тәриҡәттә суфый ишандар араһынан үҙенә мөршид табып, уға мөрит була, уның ҡушҡанын ҡылып йөрөгән Алла бәндәһенә әйләнә. Ә. Харисов.
МӨРӘББИ [ғәр. (Р: воспитатель; И.: houseparent; T: mürebbi) и. иҫк.
Тәрбиә эше менән шөғөлләнгән кеше; тәрбиәсе. □ Воспитатель. Мөрәбби булыу. Мөрәбби ҡатын-ҡыҙ.
МӨРӘҒӘТ [ғәр. slolj-a] (Р: архив; И.: archives; T: arşiv) и. иҫк.
Яҙма ҡомартҡыларҙы, тарихи документтарҙы тәртипкә килтереү һәм һаҡлау менән шөғөлләнгән махсус учреждение; мираҫхана. □ Архив. Мөрәғәт архивы. Ғилми мөрәғәт. Үҙәк мөрәғәт. Мөрәғәт идаралығы. ■ Бәйгеселәрҙең бөтәһе лә мөрәғәт мәғлүмәттәренә таянып, заманса технологиялар ҡулланып эшләгәндәр. «Йәшлек», 7 июнь 2011. Мөрәғәт мәғлүмәттәренә таянып, 1890 йылдарҙан алып үҙенең ғаилә тарихын өйрәнеүсе Успенка ауылынан Липовка урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Андреев тыңлаусыларҙы ҡыҙыҡһындырҙы. «Инйәр», 25 сентябрь 2011.
МӨРӘҘ (Р: муравьиная кислота; И.: formic acid; T: karınca asidi) и. диал.
Ғәҙәти шарттарҙа ҡырҡыу еҫле, төҫһөҙ шыйыҡса рәүешендәге химик берләшмә; ҡырмыҫҡа кислотаһы. □ Муравьиная кислота. Тәнде мөрәҙ менән ыуыу.
МӨРӘЖЖӘХ [ғәр. (Р: превосходный; И.: excellent; T: müreccah) с. иҫк.
Башҡаларҙан артыҡ күрелгән, артыҡ һаналған, өҫтөн. □ Превосходный. Мөрәж-жәх ҡатын.
МӨРӘЖӘҒӘТ [ғәр. (Р.: обращение; И.: appeal; T: müracaat) и.
1. Берәй кешегә йүнәлтелгән һүҙ. □ Обращение, послание, призыв. Мөрәжәғәт итеү. Мөрәжәғәт менән сығыш яһау.
2. Халыҡҡа бағышланған һүҙ; өндәмә. □ Воззвание, призыв. Мөрәжәғәт әҙерләү. Мөрәжәғәт еткереү. ■ Бығаса оло
383