МӨРӘЖӘҒӘТ ИТЕҮ
турәләрҙән ниҙер талап итер бойороҡ та киҫәтеуҙәр генә килә торғайны — быныһы ни ғәжәп — рәсми бер мөрәжәғәт. Ғ. Хөсәйенов. [Мирхәйҙәров:] Ҡатмарлы тәбиғәт шарттарында бөтә колхоз малы аслыҡтан ҡырылыу хәуефе аҫтында ҡалғанда, уҙенец ялҡынлы мөрәжәғәте менән халыҡты малсылыҡҡа ярҙамға кутәргәне өсөн, Мәҙинә ҡарындашҡа йөрәк туренән сыҡҡан рәхмәтемде белдерәм. Т. Ғарипова.
МӨРӘЖӘҒӘТ ИТЕҮ (мөрәжәғәт ит-) (Р.: обращаться; И.: address; T.: müracaat etmek) ҡ.
1. Төбәп һүҙ ҡушыу; иғтибарға алыу. □ Обращаться. ■ Эпик герой образын биргәндә, һәр саҡ ҡабартыу алымына мөрәжәғәт итәләр. С. Галин. Раяға ҡыҙҙарҙыц уҙенә шулай ололап мөрәжәғәт итеуе оҡшаны. Р. Солтангәрәев.
2. Эш, үтенес менән өндәшеү. □ Обращаться с просьбой. ■ Әгәр ҙә берәй аңлашылмау сыҡһа, Новиковка мөрәжәғәт итергә, шуның ҡарашы менән генә уҙ һуҙҙәрен дөрөҫләй башланылар [һалдаттар]. Д. Юлтый. Тевкелев турә уҙе был яҡ башҡорттары, уларҙың көнкуреше, шөғөлө, ер-һыу биләмдәре, ҡорал-яраҡтары тураһында Ҡыҙрастан, ҡай саҡ бутәндәрҙән куп нәмә һораша, төпсөнә. Алдарға ла мөрәжәғәт иткеләй. Ғ. Хөсәйенов.
МӨРӘЖӘҒӘТНАМӘ [ғәр. + фарс.
(Р: воззвание; И.: appeal proclamation; T: müracaatnâme) и.
1. Яҙма формала мөрәжәғәт. □ Воззвание, письменное обращение. Мөрәжәғәтнамә яҙыу. Мөрәжәғәтнамә ебәреу.
2. Президенттың парламентҡа йүнәлтелгән мөрәжәғәте. □ Послание Президента парламенту. Мөрәжәғәтнамә йөкмәткеһе. Мөрәжәғәтнамә менән танышыу.
МӨРӘККӘБ I [ғәр. (Р: состоящий из нескольких частей; И.: consisting of several parts; T: mürekkep) с. иҫк.
Бер нисә нәмәнән ойошҡан; бер нисә өлөштән торған; йыйылма. □ Состоящий из нескольких частей, сборный, сводный, комплексный. Мөрәккәб фирҡәләр.
МӨРӘККӘБ II [ғәр. (Р: чернила для письма; И.: writing ink; T: mürekkep) и. иҫк.
Яҙа торған ҡара. □ Чернила для письма. Мөрәккәб менән яҙыу. Мөрәккәб менән яҙылған боронғо ҡағыҙҙар.
МӨРӘККӘБ БУЛЫУ (мөрәккәб бул-) (Р: состоять из чего-то', И.: consist of; T: mürekkep olmak) ҡ.
Нимәнәндер тороу, нимәнелер үҙ эсенә алыу; ғибәрәт булыу. □ Состоять из чего-то. ■ Беренсе йыйылыш ошбу .. уставҡа ҡул ҡуйған учредителдәрҙән мөрәккәб буласаҡ. Ғ. Ғисмәти.
МӨРӘТТӘБ [ғәр. (Р: упорядоченный, налаженный; И.: reduced to order; T.: mürettep) с. иҫк.
Тәртипкә килтерелгән, рәткә һалынған; тәртипле. □ Упорядоченный, налаженный. Мөрәттәб хужалыҡ. Мөрәттәб булыу.
■ Ни ҡәҙәр гузәл мәктәп, .. һәр бер эше мөрәттәб. М. Ғафури.
МӨРӘҮӘТ I [ғәр. sjjx] (Р: доблесть, мужество; И.: valour; T.: mürvet) и. иҫк.
Ысын ирҙәргә хас булған батырлыҡ, уңғанлыҡ, тоғролоҡ, тәүәккәллек. □ Мужество. Мөрәуәт эшләу. Мөрәуәт курһәтеу.
■ Ун ике йәшкә киткән егеткә санала юрған ябынып ултырыу мөрәуәтме ни ул? Й. Солтанов.
МӨРӘҮӘТ II [ғәр. (Р: великодушие; И.: magnanimity; T.: mürvet) и.
Йомарт күңеллек, кешелеклелек. □ Великодушие, благородство. Мөрәуәт булыу. ■ [Иҫәкәй:] Беҙҙе уҙенең ҡоло итергә тырыша урыҫ, талауҙан башҡаны белмәй. Мөрәуәт юҡ уларҙа, киләсәккә өмөт тә бағлап булмай. Н. Мусин. Донъя малы — дуңғыҙ ҡаны, әгәр ҡәлбебеҙҙә мөрәуәт булмаһа. X. Назар.
МӨРӘҮӘТ КИТӘРЕҮ (мөрәүәт китәр-) (Р: быть бессовестным; И.: be shameless; T: namussuz olmak) ҡ.
Намыҫһыҙланыу, әрһеҙләнеү. □ Быть бессовестным, беззастенчивым, бесцеремонным. Мөрәуәт китәреп йөрөмә!
МӨРӘҮӘТЛЕ (Р: благородный; И.: noble; humane; T.: yüce gönüllü) c.
384